+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Сентябрь , 09:59

Тикшереләбеҙ, дауаланабыҙ

Статистика мәғлүмәттәре бу-йынса, һәр ун өсөнсө рәсәйле шәкәр диабеты менән ауырый. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Ә диабеттан үлеү һаны, Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда 14 процентҡа күбәйгән. Был хроник сир инфаркт һәм инсульт, шулай уҡ бүтән етди сирҙәр үҫешеү хәүефен ике-өс тапҡырға арттыра. Бындай диагнозлы пациенттар өсөн диспансер күҙәтеүе ҡаралған. Мотлаҡ медицина страховкалауы (ОМС) системаһы эксперттары шәкәр сирле ауырыуҙарға нисек иҫәпкә баҫырға һәм уларға ниндәй медицина ярҙамы тейешлеге хаҡында һөйләй.

Тикшереләбеҙ, дауаланабыҙ
Тикшереләбеҙ, дауаланабыҙ

Боҙоуҙарға контроль

ОМС системаһы эксперттары билдәләүенсә, диспансер иҫәбенә ваҡытында ҡуймау - медицина учреждениелары яғынан күҙәтелгән иң йыш осраусы (бөтә осраҡтарҙың 80 проценты самаһы) ҡағиҙә боҙоу булып тора. Асылда, закон буйынса, шәкәр диабетлы өлкән пациенттар табип-терапевта даими күҙәтелергә, ә амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән саҡта диагноз ҡуйғандан йәки стационарҙан сығарғандағы һығымтаны (эпикриз) алғандан һуң 3 көн эсендә диспансер күҙәтеүе тәғәйенләнергә те-йеш. Был сир асыҡланған балалар өсөн дә ошондай уҡ алгоритм бар. Шуға ла, әгәр “шәкәр диабеты” тигән диагноз ҡуялар икән – иҫәпкә баҫыр өсөн табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Диспансер күҙәтеүе ваҡытында шәкәр диабетлы пациенттарға ОМС сиктәрендә ҙур ғына күләмдә кәрәкле һәм даими тикшерелеүҙәр ҡаралған. Ләкин медицина страховкалауы ойошмалары тикшереүҙәр ваҡытында төрлө ҡағиҙә боҙоуҙарҙы аса. “Үкенескә күрә, билдәләнгән нормативтарҙы боҙоу һирәк күренеш түгел: клиник рекомендацияларҙы боҙалар, тейешле тикшереүҙәрҙең, кәрәкле консультацияларҙың һәм ҡарауҙарҙың барлыҡ комплексын да үткәрмәйҙәр”, - ти Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзының медицина страховкалауы буйынса Советы ағзаһы Надежда Гришина. Шуға күрә, шәкәр диабетлы пациенттарға тап ниндәй тикшереүҙәр тейеш икәнен иҫкә төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫ.

Анализдар

18 йәштән өлкән СД-1 һәм СД-2 тибындағы сирлеләр өсөн ОМС программаһы буйынса түбәндәге анализдар тейеш:
* Кәмендә 3 айға 1 тапҡыр - гликирланған гемоглобин кимәлен тикшереү (HbA1c).
* Йылына кәмендә 1 тапҡыр – ҡандың дөйөм (клиник) һәм биохимик анализы (дөйөм аҡһым, дөйөм кальций, дөйөм холестерин, ХЛНП, ХЛВП, триглицеридтар, дөйөм билирубин, мочевина, креатинин, АЛТ, АСТ, калий, натрий, һейҙек кислотаһы).
* Йылына 1 тапҡыр – дөйөм (клиник) һейҙек анализы.
* Йылына кәмендә 1 тапҡыр – иртәнге һейҙектә альбуминды йәки альбумин/креатинин нисбәтен асыҡлау.
* Йылына кәмендә 1 тапҡыр – клубочковая фильтрация тиҙлеген хисаплау.
18 йәшкә тиклемге СД-1 тибындағы сирлеләргә:
* Кәмендә 2 йылға бер тапҡыр - гликирланған гемоглобин кимәлен тикшереү (HbA1c).
* Кәмендә 5 йылға 1 тапҡыр – дөйөм терапевтик биохимик анализ (дөйөм холестерин, түбән тығыҙлыҡтағы липопротеиндар, триглицеридтар), 10 йәштән башлап.
* Йылына 1 тапҡыр – туҡыма трансглутаминазаһына антиесемдәр йәки/һәм эндомизийға антиесемдәр кимәлен тикшереү, диабет диагностикаланғанда йәки диабет 2-5 йыл барғанда.
* Йылына 1 тапҡыр – тиреотроп гормоны кимәлен, ирекле тироксинды, тиреопероксидазаға антиесемдәрҙе һәм тиреоглобулинға антиесемдәрҙе тикшереү, диабетты диагностикалағанда йәки һуңғы 2 йылда уларҙың һөҙөмтәләре булмағанда.
* Йылына 1 тапҡыр – һейҙектә альбумин һәм ҡан плазмаһында креатинин кимәлен асыҡлап, альбумин/креатинин нисбәтен баһалау, 11 йәштән башлап йәки сир 5 йылдан ашыу дауам иткәндә.
18 йәшкә тиклемге СД-2 тибындағы сирлеләргә:
Глюкометр ярҙамында үҙеңдең ҡандағы глюкоза кимәлен даими тикшерергә кәңәш ителә, ҡулай гликемик контролгә өлгәшеү һәм өҙлөгөү хәүефен кәметеү өсөн. СД-2 ваҡытында балаларҙа гликемияны үҙконтролдә тотоу йышлығы һәр кемгә айырым билдәләнә, ул шәкәрҙе кәметеүсе ниндәй терапия ҡулланылыуына, угледовтар алмашы-
уын компенсациялау кимәленә бәйле. Метформин монотерапияһы тәғәйенләнгән балаларҙа гликемияны аҙнаһына кәмендә 3-4 тапҡыр үлсәргә, инсулин терапияһының интенсифицирланған схемаһындағы балаларға - көнөнә кәмендә 6 тапҡыр.

Ҡарау, тәҡдимдәр

Шәкәр диабетлы пациенттар табип-терапевта, ә балалар табип-педиатрҙа даими күҙәтелеп торорға тейеш. “Шуны белеү мөһим, табип аяҡ табандарын да комплекслы ҡарарға тейеш – сир башланғандан алып 5 йыл үткәнгә тиклем, артабан – йылына кәмендә бер тапҡыр. Ул шулай уҡ 6 айға 1 тапҡырҙан да һирәкләмәй, инсулин терапияһындағы пациенттарҙың инъекция урындарын күҙ йүгертеп һәм тотоп ҡарарға, инъекция ҡаҙау техникаһын тикшерергә тейеш”, - тип билдәләне “Капитал-МС” страховкалау медицина ойошмаһы генераль директорының кәңәшсеһе Михаил Пушков.
СД-1 тибындағы пациенттарға табип глюкометр ярҙамында тәүлегенә кәмендә 4 тапҡыр гликемияны үҙе тикшереп торорға, гликемик контроль күрһәткесен яҡшыртыу өсөн инсулин терапияһын тәғәйенләргә йәки уға төҙәтмә индерергә тейеш. СД-2 тибындағыларға шәкәрҙе төшөрөүсе терапия тәғәйенләргә йәки уға төҙәтмә индерергә тейеш.
Шәкәр диабетлы пациенттарҙың барыһына ла йыл һайын ЭКГ теркәтергә, ике йылға бер тапҡыр ҡорһаҡ ҡыуышлығы һәм ҡорһаҡ арты ағзаларына, ҡалҡан биҙенә УЗИ үткәрергә тейештәр. Ҡан баҫымы юғары, һимереүсән, йөрәк ишемияһы булғандарға ЭКГ-нан тыш йыл һайын ЭХО КГ үтергә кәрәк. Сирлелә баш әйләнеүе, эшләү һәләте кәмеүе, тиҙ арыу, баш ауыртыуы, ишетеү, күреү һәләте кәмеүе күҙәтелһә, баш һәм муйын ҡан тамырҙарына УЗГД һәм баш мейеһенә КТ үткәрергә кәрәк.
“Шәкәр диабеты” диагнозы ҡуйылған ауырыуҙарға йыл һайын офтальмологта һәм неврологта профилактик ҡаралыуҙа булыу мотлаҡ, шул иҫәптән балаларға - 11 йәштән башлап йәки сир башланғандан һуң 5 йыл үтмәҫ элек, артабан – йылына кәмендә 1 тапҡыр. Офтальмолог даими рәүештә күҙ ҡараһын киңәйтеп (мидриаз), күҙгә һәм күҙ эсенә биомикроскопия үткәрергә тейеш – сир башланғандан алып 5 йыл үтерҙән дә һуңлатмайса, артабан йылына кәмендә 1 тапҡыр. Бынан тыш, балаларға медицина психологы консультацияһы ҡаралған – пациентҡа ла, уның ата-әсәһенә лә (законлы вәкиленә).

Страховкалаусыға мөрәжәғәт итегеҙ

Диспансер күҙәтеүе төрлө норматив акттар менән көйләнгәнлектән, мотлаҡ медицина страховкалауы системаһындағы медицина ойошмалары медицина ярҙамының сифатын һәм дөрөҫлөгөн күҙәтеп барыу мөмкинлегенә эйә. Диспансер күҙәтеүе үткәндә ниндәй генә ҡатмарлыҡ тыуһа ла, медицина страховкалау ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Әгәр һеҙгә ниндәйҙер тикшеренеүҙе үткәреүҙән баш тарталар, офтальмологка, неврологка эләгә алмайһығыҙ, һеҙгә ниндәй күләмдәге тикшеренеүҙәр тейешле икәнен әйтмәйҙәр икән, бәхәсле һәр осраҡта үҙегеҙҙең страховкалау ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Страховкалау вәкиле һәр ваҡыт ярҙам итәсәк һәм һеҙҙең һорауҙы хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк”, - ти Капитал-МС” страховкалау медицина ойошмаһы генераль директорының кәңәшсеһе Михаил Пушков.

Тикшереләбеҙ, дауаланабыҙ
Тикшереләбеҙ, дауаланабыҙ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: