+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Октябрь , 11:00

Киҙеү миҙгелендә һаулыҡты нисек һаҡларға? Табипҡа ун һорау

Бер аҙна дауамында Башҡортостанда 27 мең кеше киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) һәм киҙеү менән сирләгән, уларҙың 11 меңдән ашыуы – балалар. Табиптар сирҙең иң юғары нөктәһе быйыл октябрҙән мартҡа тиклемге осорға тура киләсәк, тип иҫкәртә. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы зарарлы вирустарҙан нисек һаҡларға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов яуап бирә.

Киҙеү миҙгелендә һаулыҡты нисек һаҡларға? Табипҡа ун һорау
Киҙеү миҙгелендә һаулыҡты нисек һаҡларға? Табипҡа ун һорау

1. Ни өсөн һалҡын осорҙа йышыраҡ ауырыйбыҙ?

Көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороу күпкә еңелерәк, сөнки кешеләр ябыҡ бинала күп ваҡытын бер-береһе менән аралашып үткәрә. Вирустар бер кешенән икенсегә «тын алыу зонаһы»нда, йәғни кеше бер-береһенән 90-100 сантиметр алыҫлыҡта булғанда күсә.
Икенсе сәбәп – вирустарға һауала оҙағыраҡ ҡалырға мөмкинлек биргән түбән дымлылыҡ. Һыуыҡ айҙарҙа ҡояш нурының етмәүе лә беҙҙең иммун системаһына насар йоғонто яһай.

2. Һалҡын теймәһен өсөн йылы кейенергә кәрәкме?

Һалҡын көндә лә, йылы ваҡытта ла һауа торошона ҡарап кейенергә кәрәк. Кейгән кейемегеҙ үтә эҫе йәки үтә өшөрлөк булмаҫҡа тейеш. Сәләмәт кешенең тәне нормаль торошта – 36,6 градус. Әгәр ул 35-тән түбән төшһә, кеше өшөй башлай, һөҙөмтәлә һалҡын алдырыу, төрлө сирҙәргә дусар булыу ихтималлығы арта. Тәү сиратта – ринит, киҫкен респиратор инфекциялар, ангина, цистит, отит, ә етди осраҡтарҙа – пневмония, баш мейеһе функциялары боҙолоу, инфаркт, инсульт һ.б.

3. Был миҙгелдә беҙгә ниндәй инфекциялар һөжүм итә?

Илдәге бөтә йоғошло сирҙәрҙең 98 проценттан ашыуы респиратор инфекциялар өлөшөнә тура килә. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренән күренеүенсә, улар араһында грипҡа ҡарамаған вирустар (риновирус, парагрипп, аденовирус һәм башҡалар) өҫтөнлөк итә. COVID-19 менән ауырыу осраҡтары арта. Был күренеш көҙгө осорға бәйле: ковидҡа сәбәпсе булған SARS-CoV-2 вирусы миҙгелле сир рәүешен ала бара.

4. Коронавирус әле лә хәүефлеме?

Пандемия тамамланды, коронавирус башҡасараҡ төҫ алды һәм респиратор вирустар рәтенә күсте, ләкин ул беҙҙән китмәй. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, коронавирус донъяның бөтә илдәрендә таралыуын дауам итә һәм даими үҙгәрә, ләкин өҙлөгөү һәм ауырыуҙан үлеү осраҡтары аҙайҙы.
Шуға ҡарамаҫтан, хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләрҙә – хроник ауырыуҙары булған оло йәштәгеләрҙә ковид йыш ҡына ауыр формала үтә, ағзалар системаһын зарарлауы ихтимал булған ковидтан һуңғы синдром хәүефе һаҡлана. Шуға күрә хәл-торошоғоҙҙоң насарайыуын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

5. Симптомдар буйынса ниндәй вирус йоҡтороуҙы билдәләп буламы?

Вирус инфекцияларының симптомдары бер-береһенә оҡшаш. Мәҫәлән, коронавирус билдәләре киҫкен респиратор вирус инфекцияһы йәки грипп аҫтында йәшенә. Диагностиканы лаборатор анализдар ярҙамында ғына аныҡ билдәләргә мөмкин.

6. Киҙеүҙән һәм башҡа вирустарҙан нисек һаҡланырға?

Махсус профилактика – ул вакцинация. Илебеҙҙә халыҡты киҙеүҙән һәм коронавирустан иммунизациялау уҙғарыла. Медицина вирусологияһында ике йөҙҙән ашыу башҡа төрлө вирустарға ҡаршы вакцина юҡ. Үҙенсәлекле ысулдарға организмды медикаментоз һаҡлау, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (графиканы ҡарағыҙ) тәҡдим иткән грипты һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһын иҫкәртеү ҡағиҙәләре инә.

7. Ни өсөн табиптар киҙеүҙән прививка яһатырға кәңәш итә?

Вакцинацияның төп маҡсаты – кешеләрҙе инфекцияның киң таралыуынан, грипп эпидемияһынан һаҡлау. Шуны аңлау мөһим: халыҡҡа прививка яһап, табиптар өҙлөгөүҙән үлеү хәүефе янаған кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара. Хәүеф төркөмөнә иммунитеты нығынмаған бәләкәй балалар, өлкәндәр, хроник сирҙәр менән ауырыусылар, айырыуса иммунитет дефициты булған кешеләр инә.
Киҙеү вирусы бик тиҙ тарала. Әгәр күптәр прививка эшләтһә, теге йәки был сәбәптәр арҡаһында прививка яһатмағандарҙа сир йоҡтороу мөмкинлеге кәмей. Тап ошоноң өсөн коллектив иммунитет булдырыла. Вакцинацияланған халыҡ вирусҡа таралырға юл ҡуймай.

8. Прививка яһатыусылар ҙа сирләйме?

Прививка яһатып та, киҙеү менән сирләһәгеҙ, уны еңел формала, өҙлөгөүҙәрһеҙ үткәреп, тиҙерәк һауығасаҡһығыҙ. Вакцинация тап ошо маҡсатта үткәрелә лә инде. Вакцина киҙеүҙең ауыр үтеүенә һәм үлемгә юл ҡуймай тиерлек. Грипҡа ҡаршы вакциналар хәүефһеҙ.

9. Прививканы ҡасан эшләтеү яҡшыраҡ?

Миҙгел эпидемияһы башланыуға тиклем өс-дүрт аҙна алдан, йәғни сентябрь-октябрь айҙарын иң ҡулай осор тип иҫәпләйҙәр.

10. Һыуыҡ тейҙереп ауырыһаң, нимә эшләргә?

Өйҙә ҡалығыҙ. Өй режимы инфекция еңелерәк үтһен өсөн генә түгел, ә тирә-йүндәгеләрҙе вирустан һаҡлау өсөн дә кәрәк. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы тиҙ тарала. Сирлеләр ауырыу йоҡтороуҙың тәүге ике-өс көнөндә айырыуса зарарлы. Күп кеше йөрөгән урындарға бармағыҙ, йәмәғәт транспортында йөрөмәгеҙ, шул рәүешле башҡа кешеләрҙе инфекция йоҡтороуҙан һаҡлағыҙ.
Ял итегеҙ. Йоҡо һәм түшәк режимы һауығырға ярҙам итә һәм өҙлөгөү хәүефен кәметә. Күберәк шыйыҡса эсегеҙ, экологик йәһәттән таҙа ризыҡ ашағыҙ. Һауаны дымландырыу ҡорамалы ҡулланығыҙ. Үҙаллы дауаланмағыҙ!

Киҙеү миҙгелендә һаулыҡты нисек һаҡларға? Табипҡа ун һорау
Киҙеү миҙгелендә һаулыҡты нисек һаҡларға? Табипҡа ун һорау
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: