-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Октябрь , 11:08

Табиптың көсө – белемендә!

17 октябрҙә участка терапевтары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Был һөнәр эйәләре – иң талап ителгәндәре һәм мәшғүлдәре. Сөнки улар киң профилле белгестәр – халыҡҡа беренсел медицина-санитария ярҙамын тап улар күрһәтә. Халыҡ сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән участка терапевына бара.

Табиптың көсө – белемендә!
Табиптың көсө – белемендә!

Красноусол үҙәк район дауаханаһында 10 участка терапевы район халҡы сәләмәтлеге һағында уяу тора. Улар: иң ҙур тәжрибәгә эйә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табиптары Максим Дмитриевич Никитин менән Рафаэль Камил улы Хәсәнов, Фаил Рауил улы Камалов (Еҙем-Ҡаран табиплыҡ амбулаторияһы), яңы эш башлаусыларҙан Эльвира Раян ҡыҙы Әхмәҙуллина, Салауат Зиннур улы Насиров, Әлфиә Илгиз ҡыҙы Заһиҙуллина, Мәрфуға Марат ҡыҙы Хәкимғужина, йәш табибәләр: Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡып, уҡыу йортон тамамлаған Юлиә Айҙар ҡыҙы Әмерханова, Лиана Миңнияр ҡыҙы Зәйнешева, Светлана Марат ҡыҙы Латипова быйыл эш башлап, үҙәк район дауаханаһының табип-терапевтар коллективын тулыландырғандар.
Һөнәри көндәре алдынан йәш белгестәр – үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, алған белемдәрен эшкә ҡушып, бурыстарын күңелдәрен һалып башҡарған Лиана Зәйнешева һәм Юлиә Әмерханова менән осрашып һөйләшеү насип булды.
Лиана Миңнияр ҡыҙы Красноусолда тыуып үҫеп, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 11-се класты алтын миҙалға тамамлай. Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингән ҡыҙ бында табибә һөнәренә уҡыу менән бер рәттән 3-сө курстан һуң, өҫтәлмә шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереп, таныҡлыҡҡа эйә була һәм өс йылға яҡын Өфөләге 22-се дауаханала эшләп, медик һөнәре нескәлектәренә төшөнә. Әлеге көндә Һамар биҫтәһе, Курорт, Умартасылыҡ хужалығы участкаһының участка табибә-терапевы булып тора.
- Атайым менән әсәйем миңә бала сағымдан табип булыу, йәғни медицина университетына уҡырға инеү идеяһын бирҙе, шуға ла гимназияла уҡығанда уҡ уға әҙерләнә башланым. Шулай уҡ химия-биология йүнәлеше буйынса класта уҡыным, – ти Лиана Миңнияр ҡыҙы. – Һөҙөмтәлә, гимназияны уңышлы тамамлап, райондан маҡсатлы йүнәлтмә алдым һәм Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем.
Юлиә Айҙар ҡыҙы сығышы менән Үтәк ауылынан. 7-се кластан һуң, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Химия-биология йүнәлеше буйынса уҡытылған медицина класында белем алған ҡыҙ 11-се класты тамамлағас, табибә булыу хыялын тормошҡа ашыра. Красноусолда Үҙәк участканың табибә-терапевы.
- Тыуған ауылым Үтәктә күршелә табиптар ғаиләһе: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы Венер Йәһүҙә улы менән уның тормош иптәше Сәлимә апай Ишмөхәмәтовтар йәшәй. Уларҙың миҫалында табибә булырға хыял йөрөтә инем. Хыялымды тормошҡа ашырып, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға индем. Табибә һөнәрен һайлауымды белгәс, Венер ағай уҡыуым менән даими ҡыҙыҡһынып, аҡыллы кәңәштәре менән ҡурсалап торҙо. Миңә төплө белем алыу теләген еткереп, табиптың көсө – белемендә, тип, был һөнәрҙең нескәлектәрен төшөндөрөүсе лә ул булды, - тип һөйләй Юлиә Айҙар ҡыҙы. – Лиана менән бергә уҡырға инеп, бер төркөмдә уҡыныҡ.
Уҡыу еңел бирелмәй, әлбиттә, әммә ваҡыт үтеү менән ул ҡыҙыҡлыраҡ була бара һәм үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра. Һиҙелмәй алты йыл үтеп тә китә. Быйыл табибә дипломлы йәш белгестәр “Терапия” буйынса интернатура тамамлап, тыуған яҡтарына эшкә ҡайтып, Красноусол үҙәк район дауаханаһында участка терапевы булып эш башланы.
Тәүге көндән үк табибәләр бар белемдәрен һәм булмыштарын эшкә ҡушҡан. Табибәләр иҫәпләүенсә, һәр пациентҡа ҡарата алым табырға, үҙеңдең бурыстарыңа яуаплы ҡарарға, һәр пациентҡа аңлайышлы тел менән уның проблемаһының асылын, уны һөҙөмтәле хәл итеү юлдарын аңлатырға тырышырға кәрәк. Ысынбарлыҡ һәм практиканан күренеүенсә, кешенең ауырыуы йыш ҡына китап буйынса тура килмәй, бер ауырыу икенсеһенең барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай һәм уларҙың комбинацияһы ла төрлө булыуы ихтимал.
Оло эш тәжрибәһенә эйә табиптар йәш белгестәргә һәр саҡ кәңәштәре һәм тәжрибәләре менән ярҙам итә. Табибәләр эшлекле һәм ярҙамсыл дауахана коллективына ярҙамдары өсөн рәхмәтлеләр.
Участка табип-терапевтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, эштәренең уң, пациенттарының рәхмәтле булыуын теләйбеҙ.

Табиптың көсө – белемендә!
Табиптың көсө – белемендә!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: