+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Октябрь , 10:49

Грипты профилактикалау

Грипп – вируслы киҫкен йоғошло сир. Уның сығанағы – сирле кеше йәки вирус йөрөтөүсе. Сирле кеше ауырыуҙың билдәләре беленерҙән 24 сәғәт алда вирус бүлеп сығара башлай. Вирус һөйләшкәндә, сөскөргәндә һәм йүткергәндә һеләгәй, ҡаҡырыҡ тамсылары менән һауаға эләгә. Ул сирле кешенең бүлендектәре тейеп бысранған әйберҙәр (һауыт-һаба, уйынсыҡтар, таҫтамал) һәм бысраҡ ҡулдар аша ла йоға ала.

Грипты  профилактикалау
Грипты профилактикалау

Гриптың киҫкен интоксикация билдәләре: өшөтә, баш, күҙ алмалары ауырта, тән температураһы 40 градусҡаса күтәрелә, тән ватылып килгән кеүек, мускулдар, быуындар ауырта. Артабан тамаҡ ҡымырйыуы, кибеүе, ҡоро йүтәл, танау тоноу өҫтәлә.
Грипп бик тиҙ (24 сәғәт эсендә), ауыр өҙлөгөүгә барып етеп, үҫешергә һәләтле. Грипта иң йыш осраған өҙлөгөү – пневмония. Ул барлыҡ өҙлөгөүҙәрҙең 65 процентын тәшкил итә һәм йыш ҡына үлем менән тамамлана. Пневмония ла өҫтәлгән саҡта сирлелә оҙайлы (5 көндән ашыу барған) биҙгәк, еүеш йүтәл, хәлһеҙлек, өшөү, ныҡ тирләү, күкрәктә ауыртыныу һәм тын ҡыҫыуы күҙәтелә. Бындай билдәләр беленһә, үҙаллы дауаланып маташмағыҙ, һис һуҙмай табипҡа күренегеҙ.
Йыш осраусы өҙлөгөүҙәрҙән икенсе урында – киҫкен бронхиттар, өсөнсөлә ЛОР-органдарҙағы өҙлөгөүҙәр (гайморит, отит) тора.
Грипты профилактикалауҙың һөҙөмтәле ысулы – вакцинация, уны 6 айы тулған балаларҙан башлап барлыҡ йәштәгеләргә лә эшләү маҡсатҡа ярашлы. Вакцинация халыҡ араһында грипҡа бирешмәүсән ҡатлам булдырырға ярҙам итә, шул рәүешле, ауырыусылар һәм дауаханаға ятыусылар һаны кәмей, ауыр формала сирләүселәр, өҙлөгөүҙәр, үлем осраҡтары әҙәйә.
Профилактик при-вивкаларҙың милли календарына ярашлы, йыл һайын бына кемдәргә вакцина яһатылырға тейеш:
* 6 айы тулғандан алып балалар, 1-11-се класс уҡыусылары;
* һөнәри белем биреү ойошмаларында һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыусылар;
* айырым төр һөнәрҙәрҙә һәм вазифаларҙа эшләүсе кешеләр (медицина һәм мәғариф, сауҙа ойошмалары, транспорт, коммуналь һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре);
*вахта ысулы буйынса эшләүселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм дәүләт контроль органдары хеҙмәткәрҙәре – Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигенән үтеү пункттарында;
*социаль хеҙмәтләндереү һәм күп функциялы үҙәк ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;
* гражданлыҡ һәм муниципаль дәүләт хеҙмәткәрҙәре;
* ауырлы ҡатындар;
* 60 йәштән өлкән кешеләр;
* сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш кешеләр;
* хроник сире булған кешеләр.
Грипҡа ҡаршы көҙөн – сентябрҙән ноябргә тиклем – вакцина ҡаҙатыу маҡсатҡа ярашлы. Уны үҙең йәшәгән, эшләгән, уҡыған урындағы дәүләт полик-линикаларында бушлай яһатырға була.
Грипҡа ҡаршы вакцина яһатыуға кире күрһәтмәләр бик әҙ: бынан алда һалдырған вакцинаға аллергия булған булһа, киҫкен биҙгәкләтеү хәлендә булһаң, хроник сирҙәрҙең көсәйгән сағы, тауыҡ аҡһымына ҡарата үтә һиҙгер булһаң.
Грипп йоҡтормаҫ өсөн вакцинациянан тыш шуларҙы үтәргә кәрәк:
* Йәмәғәт урындарында булғандан һуң ҡулдарҙы һабынлап йыуығыҙ һәм антисептик менән эшкәртегеҙ.
* Бысраҡ ҡулдар менән битегеҙгә ҡағылмағыҙ.
* Кешеләр күпләп сирләгән осорҙа йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөгөҙ.
* Ауырығандар эргәһендә булмағыҙ.
* Йәмәғәт урындарына барғанда социаль дистанция һаҡлағыҙ.
* Респиратор этикет һаҡлағыҙ: салфеткаға йәки терһәк бөгөлөнә йүткерегеҙ йәки сөскөрөгөҙ.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Динә МОРАҘЫМОВА,
“БР-ҙа Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” ФБУЗ-ының
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалының эпидемиология бүлексәһе мөдире,
табиб-эпидемиолог.

Грипты  профилактикалау
Грипты профилактикалау
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: