Маҡсаты – кешеләрҙе тәмәке ташларға саҡырыу һәм был зыянлы ғәҙәттең таралыуын кәметеү. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үпкә рагынан үлеүҙең 85 процентының, йөрәк ишемияһынан үлеүҙең 16 процентының һәм туберкулездан үлеүҙең 26 процентының сәбәбе тәмәке тартыу булып тора.
Статистикаға ярашлы, Рәсәйҙә һәр 10-сы ҡатын-ҡыҙ тарта, ә ир-ат араһында 50-60 проценты тәмәке тартыу менән ныҡлы мауыға, ә ҡайһы бер социаль ҡатламдарҙа был һан 95 процентҡа етә.
Тәмәкенең насар йоғонтоһо бәхәсһеҙ һәм рәсәйҙәрҙең күпселеге уны насар ғәҙәт тип иҫәпләй. Ләкин никотинға бәйлелек менән бик әҙ кешеләр генә көрәшә ала.
“Граждандарҙың һаулығын әйләнә-тирәләге тәмәке төтөнөнән һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында” 2023 йылдың 23 февралендәге 15-ФЗ һанлы федераль закон ҡабул ителеү һөҙөмтәһендә стадиондарҙа, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, дауаханаларҙа, кафе, ресторандарҙа, магазиндарҙа, лифттарҙа, самолеттарҙа, аэропорттарҙа тартыу, тәмәке һатыуҙы рекламалау һәм дәртләндереү тыйыла.
Тәмәке тартыуға ҡарата әүҙем рәүештә кире пропаганда алып барылыуға ҡарамаҫтан, уның һаулыҡҡа емергес тәьҫирен барыһы ла аңлап етмәй әле.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, тәмәке ҡулланыу һәм уның төтөнө кешенең һаулығына бар ғүмере буйына кире йоғонто яһай: ҡарында саҡта тәмәке йоғонто яһаһа, сабыйҙың үле тыуыу, йә тыумыштан килгән тайпылыштар ихтималлығы көсәйә, “икенсел тәмәке тартыу” имсәк балаһының ҡапыл үлеү синдромына сәбәп булыуы мөмкин. Балалыҡ һәм үҫмерлек осоронда, респиратор система ауырыуҙары һөҙөмтәһендә, һаулыҡтарының етди боҙолоуына сәбәпсе була ала.
Әлеге ваҡытта Рәсәй, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәмәкегә ҡаршы көрәш конвенцияһы сиктәрендә, тәмәке тартыу менән көрәштең түбәндәге ысулдарын нығытты:
- йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыу;
- граждандарға тәмәке тартыуҙы туҡтатыуға йүнәлтелгән бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү;
- тәмәкегә ҡаршы көслө йоғонтоло реклама, тәмәке ҡаптарында иҫкәртеү һүрәттәре;
- тәмәкене рекламалауҙы, һатыуҙы һәм бағыусылыҡты дәртләндереүҙе тыйыу;
- тәмәке изделиеларының хаҡын арттырыуға килтереүсе һалымдарҙы күтәреү;
- тәмәке изделиеларын законһыҙ һатыуҙы бөтөрөү.
Артур НАЗАРОВ, “БР-ҙа Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” ФБУЗ-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалының санитар-эпидемиологик экспертизалар бүлексәһенең дөйөм гигиена буйынса табибы.