+28 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
27 Февраль 2025, 06:39

Кешеләргә ярҙам итеү – йән талабы

Аҡ халатлы фәрештәләр – медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы береһен күпме маҡтаһаң да аҙ төҫлө. Ауыл фельдшерҙары айырыуса ҙур ихтирамға лайыҡ, сөнки уларҙың эше байтаҡҡа ауырыраҡ, яуаплыраҡ.

Кешеләргә ярҙам итеү – йән талабыКешеләргә ярҙам итеү – йән талабы
Кешеләргә ярҙам итеү – йән талабы

Кеше сәләмәтлеге һағында уяу тороу-сы Уҫман ауылы ФАП-ы фельдшеры Әхәт Заһиҙуллинды ауылдаштары һәр ваҡыт маҡтап телгә ала.
Әхәт Зәйнулла улы Уҫман ауылында тыуып үҫә. Йөҙимән урта мәктәбенә йөрөп уҡып, уны 1986 йылда тамамлағас, Салауат медучилищеһына фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Һәм ошо мәлдән алып уның ғүмер юлы һаулыҡ һағы өлкәһенән айырылмай. Ситтә тиҫтә йыллап эшләп, 2009 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан Әхәт Зәйнулла улы 15 йыл инде (медицинала дөйөм хеҙмәт стажы 24 йыл) ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтә. Бөгөн фельдшер ауыл халҡын, бөтәһе 200-гә яҡын кешене, шуның 56-һы – балалар (былтыр өс бала тыуған), хеҙмәтләндерә. Уларҙың күбеһе – пенсионерҙар һәм пенсияға тиклемге йәштәгеләр. Медицина хеҙмәткәренең һөнәри бурысы бик күп: прививкалар, уколдар яһау, иҫәптә торғандар, ҡатын-ҡыҙҙар, яңы тыуған сабыйҙар, әсәләр, балалар менән эшләү һәм башҡа бик күп профилактик эштәр. Беренсе ашығыс ярҙам күрһәтеү ҙә уның иңендә. Кескәй сабыйҙарға план буйынса ваҡытында прививка яһарға, уларҙы һәр саҡ күҙәтеү аҫтында тоторға ла кәрәк. Мәктәп балалары һаулығы ла ауыл фельдшеры ҡулында. Көтөлмәгән төрлө хәлдәр, ҡапыл ҡаты сирләп китеү осраҡтарында, ғәҙәттә сирләп китеү осраҡтары төндәрен һәм ял көндәрендә күбәйә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ял көндәре, отпуск ваҡытында шылтыратһалар ҙа, юллап килһәләр ҙә, төн уртаһымы – ризаһыҙлыҡ белдермәй, Гиппократ антына тоғро ҡалып, ауырыуҙар, медицина ярҙамына мохтаждар янына ашыға Әхәт Зәйнулла улы.
Ауылда замандың барлыҡ талаптарына тап килгән, бөтә уңайлыҡтары булған, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған йылы һәм яҡты өр-яңы ФАП рәсми рәүештә 2020 йыл аҙағында үҙ ишектәрен асҡайны. Бында ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, процедура, ҡаралыу (смотровой) кабинеттары, фельдшер өсөн кейем алыштырыу, йыйыштырыу ҡоралдарын ҡуйыу бүлмәләре, көтөп ултырыу өсөн коридор, йылы һәм һыуыҡ һыу ҙа, бәҙрәф тә бар. Кәрәкле ҡорамалдар: бер йәшкә тик-лемге балаларҙы үлсәү өсөн үлсәүҙәр, улар һәм өлкәндәр өсөн буй үлсәгестәр, биләү өҫтәле, һыуытҡыстар, шкафтар, патронаж һәм саҡырыу өсөн сумкалар һ.б.
Медпунктта ғына сирлеләрҙе ҡабул итеп ултырмай фельдшер, аҙнаһына ике көн, шишәмбе һәм йомала - яңы тыуған сабыйҙарҙы, оло йәштәге пациенттарҙы, ә ҡайһы берҙә хроник сирлеләрҙе урап үтеү өсөн патронаж көндәр. Билдәле көндәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктында дөйөм, биохимия, ВИЧ-ҡа, С гепатитына ҡан, йәшерен ҡанға тиҙәк, дөйөм бәүел анализдарын тапшырырға кәрәк булғандар саҡырыла. Анализдар табиптың тәғәйенләүе буйынса ла, фельдшер тәғәйенләү буйынса ла, шулай уҡ диспансеризация үткән ваҡытта ла алына. Әйткәндәй, уны ФАП шарттарында фельдшер үҙе үткәрә. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарында кәрәкле ҡорамалдар булғанға күрә, бындай эшмәкәрлек алып барыу мөмкинлеге тыуған. Мәҫәлән, ЭКГ үткәреү өсөн күсмә аппарат, ҡанда шәкәр (глюкоза) кимәлен билдәләү өсөн глюкометр, үпкәнең күләмен билдәләү өсөн спирограф һәм башҡалар бар. Диспансеризация үткәргәндә һәр йәштең үҙ күрһәткестәре, был ҡәтғи иҫәпкә алына һәм теүәл үтәлә. Шуға күрә саҡырыу ҡағыҙын алған кешеләр ҙә ФАП-ҡа теләп бара. Бөтә ерҙәге кеүек үк, был төбәктә йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, үпкә ауырыуы кеүек хроник сирҙәр менән ауырыусылар иҫәптә тора.
- Кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар, саҡырыуҙар өсөн теге йәки был ашығыс йәки кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн махсус комплектланған дарыуҙар йыйылмаһы бар. Беҙ биш көнлөккә күсерелгәнбеҙ, шуға ла эш көнө иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 17.48 сәғәткә тиклем дауам итә. Сирлеләр көндөҙгө стационарҙа беҙ ҡараған Сәйетбаба ауыл табиплыҡ амбулаторияһында дауалана ала. Үҙәк район дауаханаһы табиптары менән килешеү буйынса етди сирлеләрҙе унда дауаланырға ебәрәбеҙ. Шулай итеп, теге йәки был йүнәлеш буйынса кәңәшләшергә кәрәк булғанда табиптар менән бәйләнеш тотабыҙ. Медицина көн һайын алға бара, шуға яңы баҫмаларҙы ла күҙәтеп барырға, медицина әҙәбиәтен уҡырға, һәм, әлбиттә, белемеңде раҫларға кәрәк. Биш йыл һайын белемде камиллаштырып, сертификат алабыҙ, - ти фельдшер. Бөтә ерҙә лә таҙа, яҡты һәм йылы. Таҙалыҡты фельдшер үҙе булдыра, санитарка штаты ҡаралмаған.
Эше ауыр булыуға ҡарамаҫтан, Әхәт Заһиҙуллин был һөнәрҙе һайлауына бер ҙә үкенмәй һәм һайлаған һөнәренә, Гиппократ антына тоғро ҡалған, һөнәри бурысын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып, төбәк халҡының ихтирамын яулап, фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Ғүмерен кешеләр сәләмәтлеге һағында тороуға бағышлаған медицина хеҙмәткәренең үҙенә лә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.

-Беҙҙең дүрт миллионлы республика өсөн был тема айырыуса мөһим, сөнки төбәк халҡының өстән бер өлөшөнән ашыуы ауыл ерендә йәшәй. Өс йыл элек район буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй генә экзотик биналарҙа урынлашмауын күрҙем, ә бөтәһе улар беҙҙә – 1 960. Мәҫәлән, бер ФАП Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби әсирҙәр урынлашҡан баракта, икенсеһе XIX быуатта төҙөлгән бинала була. Оҙаҡ ваҡыт был объекттарға тейешле иғтибар бирелмәне, ләкин тап фельдшер – акушерлыҡ пункттарынан ауыл халҡы медицина тураһында үҙ фекерен формалаштыра, - тине Радий Хәбиров. - Шуға күрә беҙ үҙ алдыбыҙға бөтә иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Һәм беҙ Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға беренсел звеноны комплекслы модернизациялау программаһын башлап ебәргәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Был аҡса менән нығытылған етди документ. 2025 йылға Тиклем Башҡортостан 18 миллиард һум аласаҡ, - Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының матди-техник базаһын нығытыуҙың мөһимлеге хаҡында.

 

Кешеләргә ярҙам итеү – йән талабы
Кешеләргә ярҙам итеү – йән талабы
Кешеләргә ярҙам итеү – йән талабы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас