Ул Ҡауарҙы мәктәбендә белем ала, артабан медучилищеға уҡырға инеп, уны тамамлағас, шәфҡәт туташы һөнәре буйынса ауылдаштары һаулығы һағында хеҙмәт итә. Ауылда эшенән ҡыҫҡартылғас, Аҡташ ауылына тәғәйенләйҙәр. Аҡ халатҡа тоғро ҡалып, бер ҙә ауырһынмай, үҙ автотранспортында йөрөп эшләй. Бында хеҙмәт итеүенә 10 йыл да үтеп киткән. Ауыл халҡы уның эшенән ҡәнәғәт. Сирләп киткән кешегә, айырыуса ололарға, бер йылы һүҙ етә, иғтибар, итәғәтлек күрһәтеп, ипле итеп һөйләшеп, яғымлы һүҙе менән ауырыуҙың хәлен еңеләйтә. Дауалап ҡына ҡалмай, кәрәкле дарыу-уколдарҙы райондан алып ҡайтып биреп, изгелек күрһәтә. “Ҡарт кеше тип тормай, бала кеүек ҡарай, олоно – оло, кесене кесе итә белә”, - тип маҡтай ауыл халҡы.
55 йәшен тултырған Гүзәл Әбелғужинаның шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлауына ла 35 йыл ғүмер үткән. Эшендә генә түгел, тормошонда ла бөтмөр хужабикә ул. Тормош иптәше Азат Рәжәп улы менән яҙмыштарын бергә бәйләп, өс улға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡауарҙы ауыл хакимиәте башлығы булып, оҙаҡ йылдар лайыҡлы, маҡталып эшләп, үҙ эшенең оҫтаһы булған ғаилә башлығы бик йәшләй гүр эйәһе булды. Әммә Гүзәл бирешмәне, улдарын тәрбиәләп үҫтерҙе. Улдарының иң өлкәне – Азамат ҡатыны Лиана менән Карина исемле ҡыҙ үҫтерәләр, Өфөлә йәшәйҙәр. Уртансыһы – Альмир университет тамамлап, инженер һөнәре алды һәм был һөнәр буйынса эшләп, магистратурала уҡып йөрөнө. Уҡып бөткәс, Ҡораллы Көстәр сафына алдылар, Калининградта хеҙмәт итә, моряк. Иң кесе улы Айгиз тормош иптәше Айгүзәл менән Әмирхан исемле ул үҫтерәләр.
Күпләп мал аҫрап йәшәй, өйө гөл-сәскәләргә күмелгән, ә йәй көнө ихатаһы тулы сәскәләр. Донъяһы һәр ваҡыт бөхтә, нисек өлгөрәлер. Артабан да эшеңдә уңыштар, сабырлыҡ, иҫән-һау эшләргә яҙһын, тигән теләктә ҡалам.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.