Нисек йыйырға?
Ҡайын һыуын алыу өсөн йәш булмаған, олоно 20-30 сантиметр диаметрлы ағасты һайларға кәңәш ителә. Көндөҙ йыйыу яҡшыраҡ, сөнки төнөн ул яйыраҡ аға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шифалы һут тиҙ боҙола, һыуытҡыста ғына тотҡанда ла ул бары ике көн һаҡлана. Шунан артыҡ һаҡламау хәйерле, юғиһә, әсегән һыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыр. Әммә уны консерваларға мөмкин. Эсемлекте һөҙәләр, 80 градусҡа тиклем йылыталар. Таҙа, стерилләнгән банкаларға ҡоялар, ҡапҡасын яҡшылап ябалар ҙа 70-80 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тоталар. Ошо рәүешле ябылған ҡайын һыуы бер нисә ай шифаһын юғалтмай. Файҙалы матдәләрен юғалтмаҫ өсөн ҡайын һыуын туңдырырға ла мөмкин.
Ҡайындар тураһында ла хәстәрләгеҙ!
Ҡайын һыуын йыйыр өсөн ағасты бер урындан ике-өс сантиметр тәрәнлектә тишәләр. Ябай ғына улаҡ яһап, быяла һауытты тишелгән урын менән тоташтыралар. Бер ағастан бер литр һыу алырға мөмкин.
Тишек яһау өсөн бырауҙан да яҡшыраҡ әйбер юҡ. Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Бер үк балта ҡулланмағыҙ. Был осраҡта яраны ҡаплау һөҙөмтә бирмәйәсәк.
Шифалы ҡайын һуты эсеп, берүк ҡайынды һәләк итмәгеҙ, ағасты ипләп кенә тишегеҙ һәм һутты етәрлек күләмдә файҙаланығыҙ!