+28 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
7 Апрель 2025, 04:10

Дауаханабыҙ ҡаланыҡынан кәм түгел!

Бѳгѳн һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһе - ҙур иғтибар һәм үҙгәрештәр талап иткән етди ѳлкәләрҙең береһе. Ошо ѳлкәнең тотороҡлолоғонан һәм эшмәкәрлегенән илебеҙ киләсәге, бөтә йәмәғәтселек сәләмәтлеге хәл ителә, сөнки нәҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҙ эшмәкәрлеген кеше һаулығы кимәлен күтәреүгә, эшкә яраҡлылыҡ ваҡытын оҙайтыуға, әүҙем һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтә лә инде. Шуға күрә лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был өлкәнең эшен даими контролдә тотоп, төбәктә халыҡ һаулығын һаҡлауға, ғүмер оҙайлылығын арттырыуға йүнәлтелгән яңынан-яңы программалар, проекттар ҡабул ителә. Улар ярҙамында райондарҙа ла медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тулыландырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Был йәһәттән районыбыҙҙа нимәләр эшләнә, ағымдағы йылда район халҡын ниндәй яңылыҡтар көтә? Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов менән тап ошо хаҡта әңгәмәләштек.

Дауаханабыҙ ҡаланыҡынан кәм түгел!Дауаханабыҙ ҡаланыҡынан кәм түгел!
Дауаханабыҙ ҡаланыҡынан кәм түгел!

-  Хәкимйән Сабирйән улы, район халҡының һаулығын һаҡлау торошон, үткән йыл һөҙөмтәләрен, етәксе булараҡ, нисек баһалайһығыҙ?

-  Һүҙҙе үткән йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләренән башларға кәрәктер. Дөйөм алғанда, йыл еңелдән булманы. Шулай ҙа дәүләт ярҙамы менән бик күп мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеп, ниәтләнгән эштәрҙе тормошҡа ашыра алдыҡ. Мәҫәлән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли программаның “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк проекты сиктәрендә районда дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. Уларҙың барыһы ла заманса стандарт буйынса йыһазландырылды: фельдшер, ауырыуҙарҙы ҡарау, процедуралар үткәреү кабинеттарынан тыш, пациенттар, хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмә, санузел бар. Йәғни һөҙөмтәле эш өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылды.
Ошо уҡ милли проект ярҙамында үҙәк дауахананың ҡабул итеү бүлегендә капиталь ремонт яһалды: тәҙрә-ишектәр, иҙән япмалары, инженерлыҡ коммуникациялары яңыртылды, стеналар буялды, ашығыс ярҙам машиналары инеү өсөн ябыҡ эстакада төҙөлдө. Шулай уҡ дауахана автопаркына өр-яңы дүрт “Лада–Гранта” автомобиле өҫтәлде. Уларҙың 3-һе кисектергеһеҙ медицина ярҙамы бүлегенә беркетелһә, береһе Сәйетбаба ауыл табиплыҡ амбулаторияһына бирелде. Ә инде яңы ТЭЦ аша дауаханаға, ниһайәт, йылы һыу үткәрелеүе медицина хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, ауырыуҙар өсөн дә оло шатлыҡ булды. Шулай уҡ йыл һуҙымында бүлектәрҙә һәм эш бүлмәләрендә йыһаздар яңыртылды. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, терапия, операция блогына кислород линияһы үткәрелде. Быларҙың барыһы ла стационарҙа дауаланыусы сирлеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырһа, медицина хеҙмәте күрһәтеү кимәленә лә ыңғай йоғонто яһаны.
Үткән йыл һуҙымында Үҙәк район дауаханаһының заманса яңы ҡорамалдар менән тулыланыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, дауахананың үҙ иҫәбенә дефибриллятор, алкотестер, операция блогы өсөн нурландырғыс–рециркулятор, рентген-кабинет өсөн видеовизиограф, шулай уҡ клиник-диагностика лабораторияһы өсөн анализаторҙар алынды.
Ошонда бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр тураһында ла әйтеп үтергә кәрәктер. “Красноусол” курорты директоры, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Р.Бәҙретдиновҡа даими ярҙамы өсөн рәхмәт әйтер инем. Йәнә Красноусолдан Айрат Юлмөхәмәтов теш дауалау бүлегенә стоматология аппараты, Өфөнән яҡташыбыҙ Азат Фәйзуллин иһә Сәйетбаба участка дауаханаһына УЗИ аппараты бүләк итте. Уларға, әлбиттә, тотош коллектив исеменән ҙур рәхмәт. Дөйөмләштереп әйткәндә, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыу йәһәтенән район дауаханаһы ҡаланыҡыларҙан һис тә ҡайтыш түгел.

-  Дауахана өсөн элек-электән кадрҙар мәсьәләһе төп проблемаларҙың береһе булды. Был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр бармы?

-  Үткән йыл был йәһәттән дә “емешле” булды тип әйтер инем. Республикала эшләп килгән ”Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары ярҙамында кадрҙар мәсьәләһе лә уңышлы ғына хәл ителеп килә. Былтыр ғына коллективҡа 20 табип өҫтәлде. Өҫтәүенә, уларҙың 5-һе – маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған Ғафури егет-ҡыҙҙары. Үҙебеҙҙең белгестәрҙең тыуған ауылына эшкә ҡайтыуы ҙур шатлыҡ, әлбиттә.
Яңы белгестәр араһында терапевтар, хирург, эндоскопист, фтизиатр, рентгенолог, невролог, педиатрҙар, стоматологтар бар. Шулай уҡ 5 фельдшер һәм 30 шәфҡәт туташы эшкә килде. Улар араһында, әлбиттә, тәжрибәлеләре лә, яңы эш башлаған йәштәр ҙә бар һәм дауахана коллективы күпкә “йәшәрҙе” тиер инем. Тимәк, тәжрибәле табиптар улар өсөн кәңәшсе-тәрбиәсе булып, белгәндәрен йәштәр менән бүлешәсәк. Яңы йыл башынан ғына йәнә 4 табип - 2 анестизиолог, 1 уролог һәм педиатр эшкә килде. Шулай уҡ йәнә 3 фельдшерҙы эшкә алдыҡ һәм бөгөн уларҙың 2-һе Ташбүкән, Мораҡ фельдшерлыҡ пункттарында эшләп йөрөй. 3-сө фельдшер быйыл Баҡраҡ ауылында асыласаҡ өр-яңы ФАП-ҡа тәғәйенләнәсәк. Йәйгә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған йәнә 8 йәш белгес районға эшкә ҡайтасаҡ.
Йәш белгестәр тураһында һөйләгәндә шуны билдәләп үтер инем. Юғары медицина уҡыу йорттарының һуңғы курстарында уҡыған студенттар менән осрашыуҙар ваҡытында уларҙы районға эшкә саҡырып, эш башлағас уларға матди ярҙам, икенсе төрлө әйткәндә “подъёмный” вәғәҙәләйем һәм уны мотлаҡ үтәйбеҙ. Дауахананың резерв фондынан табиптарға 100 мең һум, фельдшер һәм шәфҡәт туташтарына 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған мадти ярҙам бүләбеҙ. Район кимәлендә лә ошондай “Йәш белгестәргә ярҙам” программаһы эшләнһә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә генә түгел, башҡа йүнәлештәр буйынса ла кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, минеңсә, күпкә еңелләшер ине.

-  Ағымдағы йылға ниндәйерәк уй-пландар менән йәшәйһегеҙ?

-  Пландар ҙур, әлбиттә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли программаның “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк проекты сиктәрендә районда быйыл Курорт, Игенйылға, Юрмаш, Баҡраҡ, Ҡотлоғужа, Үзбәк, Родина, Ҡауарҙы ауылдарында модулле ФАП, Дарьино ауылында табиплыҡ амбулаторияһы төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ ауырыуҙарҙы ташыу өсөн санитар автобус, Сәйетбаба участка дауаханаһына флюорография һәм маммография аппараты алыу хаҡында уйлашабыҙ. Үҙәк дауаханала ремонт эштәре дауам ителәсәк.
Ә яҡын киләсәккә пландарҙы һанап китһәң, улары инде тәү ҡарашҡа тормошҡа ашмаҫтай тойолһа ла, дөйөм тырышлыҡ менән йырып сығырлыҡ тип иҫәпләйем. Беренсеһе - яңы поликлиника төҙөү. Өс ҡатлы заманса поликлиника төҙөү проекты республика кимәлендә хупланып, юғарыраҡ даирәгә, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ебәрелде. Әгәр проект унда ла хупланһа, 2026 йылда яңы поликлиника төҙөлә башланыр, тип өмөтләнәм. Йәнә һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм ятаҡ төҙөү мәсьәләһе лә күптән “өлгөргән” проблеманы хәл итер ине.

-  Хәкимйән Сабирйән улы, гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ, теләктәрегеҙ ҙә барҙыр, бәлки.

-  Уңайлы мәлдән файҙаланып, диспансеризация үтеү мәсьәләһенә иғтибар йүнәлтер инем, әлбиттә. Әлегә күптәр был мөһим сараға тейешле иғтибар биреп еткермәй. Шул уҡ ваҡытта диспансеризация “йәшерен” сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлап, тейешенсә дауаланып, унан ҡотолорға ярҙам итә. Был айырыуса ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре, яман шеш, шәкәр ауырыуы, үпкәләрҙең хроник ауырыуҙарына ҡағыла. Үлем осраҡтарының төп өлөшө ошо ауырыуҙарҙан килә. Шуға ла һәр кем ваҡытында медицина тикшереүе үтһен ине.

-  Тулы мәғлүмәтле һәм йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт. Уй-пландарығыҙ бойомға ашһын, тип теләргә генә ҡала.

Мәрхәбә Собханғолова әңгәмәләште.

Дауаханабыҙ ҡаланыҡынан кәм түгел!
Дауаханабыҙ ҡаланыҡынан кәм түгел!
Дауаханабыҙ ҡаланыҡынан кәм түгел!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас