+28 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
28 Апрель 2025, 09:15

“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында

Башҡортостанда етенсе тапҡыр “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды. Уның сиктәрендә ауылдарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн республика буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөй башланы.

“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында
“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында

Был сараның халыҡ һаулығын профилактикалау йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. 2024 йылда, мәҫәлән, Башҡортостанда «Сәләмәтлек поездары» табиптары 170 мең пациентты ҡабул итте һәм 41 мең тикшереү үткәргән, бихисап сирҙәр асыҡланған. Республика Башлығы Радий Хәбиров «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы эшенең йомғаҡтары менән уртаҡлашты.

- Алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн күсмә медицина тикшереүен алты йыл ойошторабыҙ.

Республика халҡының һаулығын һаҡлау беҙҙең төп бурыс булып ҡала. 2030 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырырға тейешбеҙ. Һәм, әлбиттә, ауырыуҙарҙы ваҡытында диагностикалау беҙҙең эштә мөһим инструмент булып ҡала. Киләһе йылда был акцияны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

21 апрелдә “Сәләмәтлек поездары”ның береһе беҙҙең районға килде һәм 30 апрелгә тиклем эшләйәсәк. Ғафури ере буйлап һаулыҡ һаҡлау поезы маршрутында беренсе нөктә булып Яңғыҙҡайын ауылы торҙо. Биләмәгә ҡараған ауылдар халҡын Өфө ҡалаһы республика кардиология үҙәгенең табип-кардиологы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-неврологы, табип-ангиохирургы һәм башҡа табиптар, Красноусол үҙәк район дауаханаһы табиптары ҡабул итә. Күсмә медицина комплексында флюорограф, маммограф та, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән күсмә ФАП та эшләй.

Урындағы хакимиәт һәм ауыл халҡы үҙҙәренең сәләмәтлеге хаҡында ҡайғыртыусы табиптарҙың килеүенә ентекле әҙерләнгән. Милли кейемдәрҙәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тантаналы шарттарҙа сәк-сәк, ҡымыҙ һәм йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр, яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар. Шулай уҡ автопоездың күсмә бригадаһын БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ медицина округы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы бу-

йынса штаттан тыш баш белгесе, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дәүләт клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров, район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Светлана Ғөбәйҙуллина, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов сәләмләне. Алда эштәр күп, шуға күрә тантаналы өлөштән һуң, күсмә медицина комплекстары белгестәре тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Яңғыҙҡайындар һәм яҡын-тирәләге тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр араһында флюо-рография, маммография, ЭКГ үтергә, ҡанды анализға тапшырырға, кардиолог, невролог, эндокринолог һәм башҡа белгестәрҙә ҡаралырға теләүселәр байтаҡ булды. Иртә таңдан улар квалификациялы табиптарҙың килеүен көтөп сиратҡа яҙылған, улар өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырылған. Ғафури районы буйынса “Сәләмәтлек поезы” Яңҡыҙҡайын ауыл биләмәһендә эшләгәндән һуң, артабан эшен маршруттың киләһе пункттарында – 22-23 апрелдә Табын һәм Сәйетбаба (24-25 апрель) ауылдарында дауам итте. Сиратта – Юлыҡ (28 апрель) һәм Ҡауарҙы (29 - 30 апрелдә) ауылдары.

Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре киләсәктә районыбыҙҙың башҡа ауылдарында ла халыҡтың һаулыҡ торошон тикшерер. Алдан мәғлүмәт алып, табипҡа күренеү өсөн үҙеңде әҙерләп, бары тик уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына ҡала.

Индира ИШКИНА.

“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында
“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында
“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында
“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас