

Акушер - hөнәр генә түгел, ул – һәләт, тиҙәр. Улар ярҙамында күпме ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығын һаҡлап ҡалған hәм шул ҡәҙәр бала яҡты дoнъяға тыуған. Беҙҙең үҙәк район дауаханаһында ла бөтә ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған тәжрибәле һәм яңы белем алып эш башлаған йәш акушерҙар байтаҡ. Үҙҙәренең һөнәри байрамдары уңайынан бар күңелен һалып хеҙмәт иткән, үҙебеҙсә әйткәндә, районыбыҙҙың “кендек инәләре”нең һәр береһе менән яҡындан таныштырып үтергә булдыҡ.
Остаз, әүҙем йәмәғәтсе
Оҙаҡ йылдар район дауаханаһында эшләгән Алла Ғәлләмова Свердловск өлкәһенең Карпинск ҡалаһында тыуып үҫкән. Краснотурьинск ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, ошо уҡ ҡалалағы медицина училищеһына акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, 1984 йылда яҙмыш уны Ғафури районына илтә һәм үҙәк район дауаханаһына акушерка булып эшкә урынлаша. Бер йылдан йәш белгесте бала табыу йортона күсерәләр. Бала табыу бүлеген берләштергәнгә тиклем ошо эштә хеҙмәт итә ул. Ә 1993 йылда үҙәк район дауаханаһының ойоштороу методик кабинетының акушеры итеп күсерелә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо вазифала эшләп йөрөй. Дауахананың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша Алла Илсор ҡыҙы, әлеге көндә ветерандар советын етәкләй. Уның тырышлығы менән 2019 йылда дауахананың ветерандарына бағышланған музей асылған. Шул уҡ йылда ветерандарҙың музыкаль коллективын булдырыуға ла ҙур көс һала. Бөгөнгө көндә уларҙың хор коллективы һәр сараның биҙәге, тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ. Гөлфиә исемле ҡыҙ үҫтереп, педагог һөнәрен үҙ иткән ҡыҙы Красноусолдағы 2-се мәктәптә эшләп йөрөй.
Тәжрибәле, уңған, һөйкөмлө
Һөйкөмлө, hәр ваҡыт барыһы менән дә дуҫтарса мөнәсәбәттә булған Лилиә Ғәлиәхмәтова ла тәжрибәле акушерҙарҙың береһе. Ул Ҡотлоғужа ауылында тыуып-үҫеп, ауылында һигеҙ йыллыҡ, Игенйылғала урта мәктәпте тамамлағас, 1984 йылда Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға керә. 1987 йылда район дауаханаһына ҡайтып, бала табыу бүлегендә акушерка булып эш башлай. Был эштә яуаплылыҡ менән бергә, шатлыҡлы мәлдәре лә күп була. Әсәләрҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу, яңы тыуған сабыйҙарҙы тәүге булып ҡулға тотоп, төрлө мәлдәр кисерергә тура килгән уға. Үҙ эшен яҡшы белгән белгесте 2007 йылда өлкән шәфҡәт туташы итеп үрләтәләр. 2021 йылда был бүлекте Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсереп, берләштергәс, уны хирургия бүлегенә, реанимация һәм интенсив терапия, оперблокка өлкән шәфҡәт туташы итеп ҡуялар. Эшендә уңған хеҙмәткәр тормош иптәше менән матур донъя ҡороп, Айнур, Рудиль исемле улдар ҙа үҫтергән. “Эшемде ныҡ яратам, кешеләргә ярҙам итеүҙән үҙемә ҡәнәғәтлек алам”, - ти ул шат йылмайып.
Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы булған Мәҙинә Хәкимова ла хәҙер дүрт тиҫтәгә яҡын йылдар үҙенең тыуған ауылында Гиппократ антына тоғро ҡалып, акушер йөгөн тарта. Ул 1986 йылда Салауат медицина училищеһына уҡырға инә һәм ҡулына акушер һөнәре буйынса диплом алғас, тыуып үҫкән ауылына эшкә ҡайта. Бер йыл мәктәптә шәфҡәт туташы булып эшләгәс, 1990 йылда үҙ һөнәре буйынса Сәйетбаба участка дауаханаһында эш башлай. Тикшереүҙәр, анализдар, документтар менән эш - былар Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙының көн һайын башҡарған эштәренең ҙур булмаған исемлеге генә. Юлда булһа ла үҙ кәңәшен биреп, төндә шылтыратһындармы, бергә балалар табыу йортона барһынмы, биләмәләге ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы һағында уяу тора ул. Уны сабыр, баҫалҡы, аҡыллы булғаны өсөн дә барыһы ла яҡын күрә, ярата.
Һөнәренә тоғро ҡалып...
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында хәҙер инде 35 йыл хеҙмәт иткән Фәнүзә Садиҡованы бар ғүмерен ошо эшкә бағышлаған тиһәң дә була. Тәжрибәле, профессиональ, юғары категориялы акушер булараҡ, ул үҙ эшен еңел башҡара. Байымбәт ауылы ҡыҙы 1987 йылда Үзбәк мәктәбен уңышлы тамамлағас, тура Стәрлетамаҡ медицина училищеһына барып, акушерлыҡ эше буйынса уҡырға керә. Дип-лом алғас, 1990 йылдың мартында Красноусолға йүнәлтмә буйынса килеп эш башлай. Бүлекте етәкләүсе табип Светлана Ғәзиз ҡыҙы булдыҡлы ҡыҙға һәр саҡ эште ышанып тапшыра. Фәнүзә Тимербулат ҡыҙының да тәүәккәл ҡарар ҡабул итә белеүе, белергә, эште өйрәнергә ынтылышы был һөнәрҙе төплө төшөнөргә ярҙам итә. Ошо яуаплы ла, ауыр ҙа хеҙмәттең уртаһында йөҙөп, бар көсөн, тырышлығын һалып эшләй ул. Күҙәтеү кабинетында көн һайын иртәнге 8-ҙән пациенттарҙы ҡабул итә башлап, һәр ҡатын-ҡыҙға иғтибарлы, ихтирамлы. Ҡасандыр бергә эшләгән тәжрибәле табип Светлана Шәрәфетдинова, шулай уҡ акушеркалар Әсмә Кәлимуллина, Зинфира Фәтҡуллина, Фәнзилә Латипова менән хеҙмәт юлы үткән осорҙо ла һағынып иҫкә ала ул. үҙ эшен яҡшы белгән белгес ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырыуҙарын иртә диагностикалауға ла ҙур иғтибар бүлә.
Һәр яҡтан да булдыҡлы
Акушер һөнәре буйынса 1990 йылда Салауат медицина училищеһында белем алған Айгөл Камаловаға башта үҙ һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. 1993 йылда фельдшерлыҡҡа квалификация үтеп, Үтәк ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. 2002 йылда ошо уҡ ауылда акушерка итеп күсерелә. Ә 2021 йылдан үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушерка булып хеҙмәтен дауам итә. Уның иңенә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы тураһында ҡайғыртыу бурысы йөкмәтелгән. Төрлө йүнәлеш буйынса эшләп ҡараған аҡ халатлы акушерка бөгөн үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәт итә.
Яратҡан эш - йән рәхәте
Әлиә Мусина ла үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ул 1983 йылда Яңғыҙҡайын ауылында тыуып-үҫеп, үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина колледжында белем ала. “Акушерлыҡ эше” буйынса ҡулына диплом алғас, Стәрлетамаҡтағы 1-се дауаханала бала табыу бүлегенә балалар шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Бында бар күңелен һалып эшләп, тәжрибә туплай. Артабан 2011 йылда тыуған ауылына - Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһына палата шәфҡәт туташы булып эшкә ҡайта. 2020 йылдан уҡыған һөнәре буйынса акушерка булып эш башлай, шул уҡ ваҡытта физиотерапия кабинетындағы хеҙмәткәрҙе лә алыштыра. Ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтеп, матур итеп, яратып эшләй ул үҙ эшен.
Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе
Ошо һөнәрҙе үҙ иткән Альбина Мөлөкова ла Яңғыҙҡайын ауылы ҡыҙы. Ул 1996-2007 йылдарҙа тыуған ауылында урта мәктәптә уҡый, артабан 2007 йылда Стәрлетамаҡ медицина колледжына “Акушерлыҡ эше” буйынса уҡырға керә. 2010 йылда ҡулына диплом алғас, Стәрлетамаҡтағы 3-сө ҡала дауаханаһына акушерка булып эшкә урынлашып, эш башлай. Шул уҡ ваҡытта Урал дәүләт университетында “Һаулыҡ торошо тайпылышлы кешеләр өсөн физик культура” йүнәлешендә биш йыл ситтән тороп уҡый. Артабан тормошҡа сығып, район дауаханаһына эшкә ҡайта. Акушер һөнәрле хеҙмәткәр уҡыған сағында уҡ еңел атлетика, йөҙөү ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан. Уның маҡсаты – сәләмәт тормош алып барыу. Һәм “аҡ халатлы” хеҙмәткәр булараҡ, башҡаларҙы ла әүҙем, сәләмәт тормош алып барырға саҡыра.
Өмөтлө, йәш белгес
Табын ауылында тыуып үҫкән Алһыу Йәғәфәрова үҙәк район дауаханаһында эшләүсе иң йәш акушеркаларҙың береһе. Әле тәжрибәле апайҙарынан эш серҙәренә төшөнә. 2003 йылғы йәш белгес, мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина колледжына уҡырға кергән. Уны 2024 йылда тамамлап, районға эшкә ҡайтҡан. Уның компьютерҙы төплө белеүе лә эште тотҡарлыҡһыҙ алып барырға ярҙам итә. Сөнки, хәҙерге ваҡытта теркәү эше лә күп ваҡытты ала. Табип-гинеколог Хәләф Мөхәмәт улы һәм хеҙмәттәштәре Алһыу Илфат ҡыҙына ҙур өмөт бағлай. Уға коллегаларының ышанысын аҡлап, үҙ эшенең оҫтаһы булырға яҙһын.
Хаҡлы ялдағыларға - рәхмәт!
Ҡасандыр акушер һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, күңел биреп эшләгән, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған Инзира Рәфит ҡыҙы Вахитова, Нәжибә Абдулхай ҡыҙы Калямова, Надежда Михайловна Шаталина, Әсмә Әхмәт ҡыҙы Кәлимуллина, Зинфира Хәмзә ҡыҙы Фәтҡуллина, Фәнзилә Фәнил ҡыҙы Латипова, Мәҙинә Насибулла ҡыҙы Исламғолова, Лилиә Шамил ҡыҙы Иҙрисова, Людмила Валерьевна Коробова, Зөлфиә Хәҙис ҡыҙы Щёголева, Валентина Семёновна Пальгова тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә була.
Районыбыҙ дауаханаһы акушерҙары ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы һағында уяу тора. Был бүлекте табип-гинеколог Хәләф Мөхәмәт улы етәкләй. Бында берҙәм, татыу коллектив тупланған. Мөһим, бик кәрәкле һөнәр эйәләрен байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм үҙҙәренә лә ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Эргә-тирәләгеләр һәм яҡын кешеләрегеҙ һеҙҙе һәр саҡ шатландырып торһон.