+28 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
16 Май 2025, 04:00

Яҙмышы ла, булмышы ла - медицинала

Һәр эштең үҙ фәрештәһе була, тиҙәр. Красноусол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының юғары категориялы өлкән шәфҡәт туташы Айгөл Дәүләтбаева медицина өлкәһендә эшләргә хыялланған һәм уны тормошҡа ашырып, хәҙер иһә ҙур тәжрибәгә эйә булып, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелгән. Бар булмышын шәфҡәтле һөнәргә бағышлаған Айгөл Йәнүр ҡыҙының медицинала эш башлауына – 34 йыл.

Яҙмышы ла, булмышы ла - медициналаЯҙмышы ла, булмышы ла - медицинала
Яҙмышы ла, булмышы ла - медицинала

Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуып-үҫеп, ғаиләләре Ҡауарҙыға күскәс, бында буй еткергән ҡыҙҙың артабанғы йәшәйеше Красноусол менән бәйле. 1989 йылда Ҡауарҙы урта мәктәбен тамамлағас, шәфҡәт туташы һөнәренә уҡыу теләге Айгөлдө Салауат ҡалаһындағы медучилищеға алып килә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. 1991 йылда “Сестринское дело” специальносы буйынса дипломға эйә булған йәш белгес тыуған районына әйләнеп ҡайта. Һәм Красноусол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында табип-невропатолог кабинетында табибә Зәйтүнә Мәхмүт ҡыҙы Гараеваның ҡул аҫтында шәфҡәт туташы булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Артабан процедура кабинетында, ә 2001 йылда участка шәфҡәт туташы булып күсә һәм 2013 йылға тиклем участка табип-терапевы Субхон Мирза улы Мостафаҡолов менән бер кабинетта эшләй һәм табиптың уң ҡулына әүерелә ул. Пациенттарын яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, аҡыллы кәңәштәрен биреп оҙатҡан хеҙмәткәрҙе барыһы ла үҙ итә. Тап ошо йылда дауахана етәкселеге үҙ эшен төплө белгән, ҙур тәжрибәгә эйә Айгөл Йәнүр ҡыҙын баш шәфҡәт туташы вазифаһына тәғәйенләй. Биш йыл эшләп алғандан һуң, йәнә процедура кабинетында хеҙмәт юлын дауам итә. 2021 йылдан өлкән шәфҡәт туташы итеп күсерелә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо вазифала эшләй.
Һәр кемгә иғтибарлы булған шәфҡәт туташы хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡ тел табып, килешеп эшләй, эшенә лә яуаплы ҡарай. Үҙ һөнәре нескәлектәрен, бай тәжрибәһен яңы эш башлаған йәш белгестәр менән уртаҡлаша. Айгөл Дәүләтбаеваның һаулыҡ һағындағы күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте етәкселек тарафынан лайыҡлы баһалана. Төрлө кимәлдәге: үҙәк район дауаханаһы, район хакимиәте, район Советы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Төп эшенән бушаған арала йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнарға ла өлгөрә ул. Һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашып, үҙенең оҫталығын һынай. 2017 йылда район кимәлендә уҙған “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” конкурсында еңеү яулап, тап ошо исемгә лайыҡ була. “Иң яҡшы баш шәфҡәт туташы” республика конкурсында ҡатнашып, финалға сыға. Финалист булараҡ, Мәскәү ҡалаһында конференцияла ҡатнашып ҡайта.
Эшендә уңған Айгөл Йәнүр ҡыҙы шәхси тормошонда ла бөтмөр хужабикә, иренә һөйөклө ҡатын, балаларына хәстәрлекле инәй һәм ейәнгә наҙлы өләсәй. Тормош иптәше Рафаил Иҡсан улы менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Илнур өйләнгән, үҙҙәрен ейән һөйөү бәхетен кисерткән. Ҡыҙҙары Наҙгөл инәһенең юлын дауам итеп, медицина юлын һайлаған. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлай, иң кесеһе Айлина Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 9-сы класта уҡый. Аҡ халатлы шәфҡәт туташы А.Дәүләтбаева үҙенең һөнәри байрамын лайыҡлы ҡаршыланы. Уға артабан да хеҙмәт уңыштары юлдаш булһын!

Яҙмышы ла, булмышы ла - медицинала
Яҙмышы ла, булмышы ла - медицинала
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас