Рәйес Мофаззал улы 1946 йылдың 7 ноябрендә Ғафури районының Ҡолҡан ауылында Маһибикә һәм Мофаззал Хәсәновтарҙың 11 балалы ишле ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Эшкә тырыш, яуаплы, ғәҙел, намыҫлы булып, туғандары өсөн яуаплылыҡты үҙ иңендә татып үҫә һәм һәр саҡ өлгө булып тора. 1965 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен уңышлы тамамлап, БДМИ-ның дауалау факультетына уҡырға инә. Төплө белемле, ихтирамлы, иғтибарлы белгесте 1971 йылда Йәрмәкәй районына эшкә ебәрәләр. Бында 1979 йылға тиклем хирург, баш табип урынбаҫары булып эшләй. 1979 йылда яуаплы белгесте Ауырғазы районы үҙәк дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Егерме ике йыл буйы был дауаханала эшләй, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бар күрһәткестәр буйынса ла районда алдынғылар рәтенә сығара. Һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләгән осорҙа ла, республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларында яңы дауаханалар төҙөтә, төпкөл ауылдарҙа ла медицина алға китә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра, халыҡ оло ихтирамын, хөрмәтен, рәхмәтен әлегәсә белдерә. Ҡатыны Әлфиә Һәҙиәт ҡыҙы менән өлгөлө ғаилә ҡороп, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уның изге һөнәр юлын ҡыҙы Әлфирә менән ейәне Тимур һайлаған. Әлфирә Рәис ҡыҙы табип-гинеколог, эндокринолог, юғары категориялы табип, уның улы Тимур Ринат улы Ҡырмыҫҡалы районы дауаханаһында хирург булып эшләй. Улдары Рәлиф авиация өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. Республикабыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе булған Рәйес Мофаззал улы тураһында яҡты иҫтәлектәр һәр саҡ йөрәк түребеҙҙә һаҡланыр.