Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Июнь 2025, 10:00

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә, быйыл ул 15 июнгә тура килә, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Районыбыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре лә һөнәри байрамдарын ҡаршылай. Ошо уңайҙан Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы СӘФӘРҒОЛОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар

- Һуңғы йылдарҙа дәүләт социаль өлкәлә мөһим үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрә. “Һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Медицина ярҙамы сифатын күтәреүгә айырым иғтибар бирелә. Шуға күрә лә республика Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшен даими контролдә тотоп, төбәктә халыҡ һаулығын һаҡлауға, ғүмер оҙайлылығын арттырыуға йүнәлтелгән яңынан-яңы программалар, проекттар ҡабул ителә. Улар ярҙамында медицина учреждениеларының матди-техник базаһы нығытыла, заманса ҡорамалдар менән тулыландырыла.
“Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” милли проекты уңышлы эшләй. Уның сиктәрендә Красноусол үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһын яңыртыу буйынса эш дауам итә. 2024 йылда районда был программа буйынса дөйөм хаҡы 14 млн 428 мең һумлыҡ дүрт: Ибраһим, Ҡарағай, Бурлы, Үтәк ауыл советындағы Туғай ауылдарында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың барыһы ла заманға ярашлы йыһазландырылды. Быйыл районда йәнә 8 модулле ФАП (Игенйылға, Ҡотлоғужа, Родина, Үзбәк, Баҡраҡ, Ҡауарҙы, Юрмаш, Курорт) һәм Дарьино ауылында табиплыҡ амбулаторияһы асыласаҡ, әлеге мәлдә уларҙа инженер коммуникациялар үткәреү, биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара, бер айҙан файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. “Ашығыс ярҙам” өсөн өр-яңы 4 “Лада-Гранта” автомобилдәре, кабинет һәм палаталарҙы йыһазландырыу өсөн медицина йыһаздары алынды. ФАП-тарҙа һәм амбулаторияларҙа медицина ҡорамалдары яңыртылды. Дөйөм 75 млн һумлыҡ суммаға заманса ҡорамалдар һатып алынды. Яңы ТЭЦ аша дауахана йылы һыу менән тәьмин ителде. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, терапия, операция блогына кислород линияһы үткәрелде.
Кадрҙар менән тәьмин итеүгә килгәндә, был йәһәттән республикала эшләп килгән “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары ярҙамға килеп, уңышлы хәл ителә. 2024 йылда коллективҡа 20 табипты ҡабул иттек, шуларҙың 5-һе - маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған үҙебеҙҙең райондың йәш белгестәре. 2025 йыл башынан дауаханала 6 табип: уролог, 2 анестезиолог, 2 участка педиатры, стоматолог-хирург үҙ хеҙмәт эшмәкәрлеген башланы. Өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн 5 фельдшерҙы эшкә ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, уларға ихтыяж һаҡлана әле. Яңы асыласаҡ модулле Ҡотлоғужа ФАП-ына фельдшер талап ителә. “Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә 13 табип 1,5 миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр, ике фельдшер “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 750 мең һум аҡса алды.
Районыбыҙ һаулыҡ һаҡлау тармағы 424 кешене берләштереп, шуларҙың 73-ө – табиптар, 231-е – урта медицина хеҙмәткәрҙәре. Коллектив тырыш һәм эшлекле, тотороҡло.
Күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә юғары ҡаҙаныштары өсөн ете коллегабыҙ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре байрамына улар иҫәбенә тағы ла берәү өҫтәләсәк. Был көндө коллективтан күптәр лайыҡлы наградаларына эйә буласаҡ. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Һаҡлыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, “БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исемдәре менән бүләкләнәсәк. Күптәре юғары һәм беренсе категорияға эйә. Быларҙың барыһы ла районыбыҙ медицинаһында үҙ һөнәренең оҫталары, үҙ эшен ысын күңелдән яратҡан һәм булмыштарына тоғролоҡ һаҡлағандар эшләүен раҫлауға нигеҙ булып тора. Беҙҙең коллективты республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ыңғай яҡтан билдәләйҙәр.
Форсаттан файҙаланып, районыбыҙҙың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға бағышлаған еңел булмаған изге һәм яуаплы эштәрендә иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, имен тормош һәм байрамса кәйеф теләйем.

-Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй генә экзотик биналарҙа урынлашмауҙарын күрҙем, ә улар беҙҙә бөтәһе – 1960. Оҙаҡ ваҡыт был объекттарға тейешле иғтибар бирелмәне, тап ФАП аша ауыл халҡы медицина тураһында фекер йөрөтә. Шуға күрә беҙ үҙ алдыбыҙға бөтә иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Һәм беҙ Рәсәй Президенты В.В.Путинға беренсел звеноны комплекслы модернизациялау программаһын башлап ебәргәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Был аҡса менән нығытылған етди документ. 2025 йылғаса Башҡортостан 18 миллиард һум аласаҡ, - тине Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының матди-техник базаһын нығытыуҙың мөһимлеге хаҡында.

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас