Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Сентябрь 2025, 11:16

Бер көндә ике ФАП асылды

28 августа Бельский ауыл биләмәһенең Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ауылдарында тантаналы шарттарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында мөһим объекттар - өр-яңы заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырылды. ФАП-тар табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш сирҙәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ халыҡты диспансерлаштырыу менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бирәсәк.

Бер көндә ике ФАП асылды
Бер көндә ике ФАП асылды

Тантаналы сараларҙа район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков, “Красноусол” шифаханаһы” АЙ-енең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙретдинов, Красноусол Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров ҡатнашты. Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ФАП-тары фельдшерҙары Гөлдәриә Азамат ҡыҙы Солтанова менән үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, тәжрибәле, 52 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, шуның 22 йылын был төбәк халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған Рәмзиә Вәлиулла ҡыҙы Сәләхова беренсел медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Ҡотлоғужа ФАП-ы Ҡотлоғужа һәм Яңы Ҡарамыш ауылдары, Игенйылға ФАП-ы Игенйылға, Цапаловка, Дубровка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
Ҡотлоғужалар “өй туйларға” килгән ҡунаҡтарҙы өр-яңы медицина пункты янында йыр-моң менән сәк-сәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп ҡаршы алдылар. Сараларҙы алып барыусылар әһәмиәтле һәм иҫтәлекле көндә төбәк халҡын сәләмләү өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы В.Вахитовҡа бирҙе.
- Хөрмәтле Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ауылдары халҡы, саҡырылған ҡунаҡтар, һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо матур, мөһим ваҡиға – яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарының асылыуы менән ихлас күңелдән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы – ысынлап та, халыҡ өсөн көтөп алынған мөһим ваҡиға ул. Улар заманса уңайлы шарттарҙа квалификациялы медицина ярҙамы алыуға, диспансерлаштырыу үтеүгә, вакцинацияға һәм башҡа медицина хеҙмәттәре алыуға мөмкинлек бирәләр. Объект-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Биләмәләре “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса төҙөкләндерелде һәм бының өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Венер Фәнир улы. – Иң оло рәхмәт һүҙҙәрен республика Башлығы Радий Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, объекттарҙы бик тиҙ һәм сифатлы итеп төҙөгән төҙөүселәргә һәм төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан урындағы халыҡҡа, шулай уҡ Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғоловҡа еткерергә теләйем. Тап баш табиптың йыл башынан янып-көйөп артынан йөрөп, ҡайғыртыуы арҡаһында был объекттар сафҡа инде лә инде. Районда быйыл йәнә ошондай өр-яңы алты ФАП: Курорт, Ватан, Ҡауарҙы, Үзбәк, Баҡраҡ, Юрмаш ауылдарында һәм Аҡкүл ауыл биләмәһенең Дарьино ауылында табиплыҡ амбулаторияһы асыласаҡ, - тине ул.
В.Вахитов Игенйылға ауылы фельдшеры Р.В.Сәләхованы - район хакимиәтенең, ФАП-тың матди-техник базаһын нығытыуҙа хәйриә ярҙамы күрһәткән “Күркәм дөйәғош” КФХ-һы башлығы Ш.Х.Сатлыҡовты район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
- Төпкөл ауылдарҙа федераль һәм республика проекттары ярҙамында ошондай медицина ярҙамы күрһәтеү пункттар миҫалында беҙ илдә һәм республикала һаулыҡ һаҡлау әүҙем үҫешеүен күрәбеҙ. Был объекттар ил Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса төҙөлдө. Бында һеҙ юғары квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡһығыҙ, - тине үҙ сығышында БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Р.Иштуков. - Ғафури районында урындағы етәкселектең халыҡтың һаулығына бик ныҡ иғтибарлы булыуы ҡыуаныслы, һеҙҙә 20 ФАП асылыуы быны дәлилләй ҙә инде. Был бер район өсөн ысынлап та ҙур һан. Һуңғы йылдарҙа Красноусол үҙәк ра-йон дауаханаһы бер нисә яңы транспорт алды, ошо көндәрҙә бөтөн районға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн өр-яңы “Ларгус” автомобиле асҡысы тапшырылды, медицина ҡорамалдары яңыртыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, модернизациялау буйынса ҙур эш алып барыла. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һеҙгә тик профилактика өсөн генә килеүегеҙҙе теләйем, - тине Роберт Риза улы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһы” АЙ-енең генераль директоры Р.Бәҙретдинов ҡотлоғужаларҙы һәм игенйылғаларҙы мөһим ваҡиға менән ҡотлап, яңы ФАП-тарҙың асылыуы халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙа һәм сәләмәтлеген һаҡлауҙа тағы бер аҙым булыуына ышаныс белдерҙе. Рәмил Рафаил улы байрамға буш ҡул менән килмәгән, фельдшер-акушерлыҡ пунктының икеһенә лә ҡан баҫымын үлсәү тонометрҙарын бүләк итте.
Красноусол Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Х.Сәфәрғолов, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты менән барлыҡҡа килгән көтөп алынған яңы ФАП-тар үҙ ишектәрен аса, тине был төбәк халҡының шатлығын уртаҡлашып.
- Был проект ярҙамында быйыл беҙҙең районда 8 ФАП һәм бер табиплыҡ амбулаторияһы асылыуы республика буйынса башҡа урында булмағанса, бик күп. Бының өсөн РФ Президенты, республика Башлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына оло рәхмәтемде еткерге килә, уларҙың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, сөнки районда ғына түгел республикала бик ҙур һаулыҡ һаҡлау эшмәкәрлеге алып барыла, күпме ҡорамалдар, автомашиналар алынды, ФАП-тар төҙөлә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары барлыҡ заманса ҡорамалдар, оператив мәғлүмәттәр алмашыу өсөн заманса технологиялар менән йыһазландырылған, онлайн режимда телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлеге бар, дарыуҙар һатырға ла мөмкин буласаҡ. ФАП-тарҙың ишеге һәр ваҡыт асыҡ булһын, унда килеп профилактика медицинаһы буйынса һәр кем тикшерелеп торһон ине, - тигән теләктә ҡалды Хәкимйән Сабирйән улы.
Бельский ауыл биләмәһе башлығы Ю.Әхмәров байрам уңайынан изге теләктәрен еткерҙе, медицина бинаһы халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен, кешеләр һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индереүен теләне. ФАП-тар биләмәләрен төҙөкләндереүҙә ярҙам ҡулы һуҙған шәхси эшҡыуар З.И.Хәлимоваға, Игенйылға ауы-лынан Р.Ш.Юнысовҡа, Игенйылға ауылы фельдшеры Р.В.Сәләховаға Бельский ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Х.Сәфәрғолов Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Ҡотлоғужа ауылы старостаһы Марат Кәримов, Игенйылға ауылы халҡы исеменән ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зилә Сәйетбатталова үтеп барыусы йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғаларының береһе булыуын билдәләп, барыһын да байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен һәм етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Зилә Миңлеғәле ҡыҙы Игенйылға медпункты тарихына байҡау яһаны. Фельдшер Рәмзиә Вәлиулла ҡыҙына рәхмәт йөҙөнән арнап яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Ауылдар уртаһында урынлашып, уларға матур биҙәк өҫтәгән ҙур һәм иркен, йылы һәм яҡты медицина учреждениеларында заманса шарттар булдырылған: барлыҡ йыһаздар һәм ҡорамалдар менән пациентты ҡабул итеү, прививка-процедуралар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән күҙәтеү кабинеттары, һыуытҡыстар менән йыһазландырылған дарыуҙар һаҡлау, персонал өсөн кейенеү, техник бүлмәләре, ҡабул итеүгә көтөү, бәҙрәф бар.
Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, уны һаҡларға, сирҙе иртә асыҡлап, уны ваҡытында дауаларға ла кәрәк. Хәҙер бының өсөн ауылдар халҡының мөмкинлектәре арта.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

- Беренсел медицинаны үҫтереү - властарҙың өҫтөнлөклө бурысы булып тора. Бынан тыш, был эштә “ҡала һәм ауыл халҡы” тигән бүленеш юҡ, төп маҡсат – һәр кеше медицина хеҙмәттәрен яҡшы шарттарҙа алыуға иҫәп тота алырға тейеш. Республикала медицина объекттарын төҙөү һәм ремонтлау буйынса эш әүҙем алып барыла. 2025 йыл башынан республикала ауыл медицинаһын тергеҙеүҙе күҙаллаған 130 тиҙ төҙөлөүсе модулле ФАП-тар урынлаштырылған. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу темпы арта, автотранспорт менән тәьмин итеү башҡарыла һәм башҡалар.

Бер көндә ике ФАП асылды
Бер көндә ике ФАП асылды
Бер көндә ике ФАП асылды
Бер көндә ике ФАП асылды
Бер көндә ике ФАП асылды
Бер көндә ике ФАП асылды
Бер көндә ике ФАП асылды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас