Сараларҙа район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Николаевна Ғәлимуллина, “Красноусол” шифаханаһы АЙ-енең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов, район Советы рәйесе Галина Викторовна Петрова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, Красноусол Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы Сәфәрғолов, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов, районыбыҙҙың Почетлы гражданы Рәйес Әхмәтшә улы Күскилдин ҡатнашты. Абруйлы ҡунаҡтар үҙ сығыштарында ауылдар халҡын яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттар асылыу менән ҡотланы һәм ваҡиғаның әһәмиәтен билдәләп, был медицина ярҙамы күрһәтеү процесын оператив, уңайлы итергә мөмкинлек биреүен, ә урындағы халыҡ хәҙер ауылдан сыҡмайынса уңайлы шарттарҙа квалификациялы медицина ярҙамы ала алыуын әйтеп үттеләр.
Сара ҡунаҡтары тантаналы рәүештә ҡыҙыл таҫманы киҫеп, яңы медицина объекттарын ҡараны, медицина ярҙамы күрһәтеү шарттарының уңайлылығын баһаланы.
Ике ФАП та заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған. Һәр береһендә фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, хеҙмәткәрҙәр, медикаменттар һәм йыйыштырыу инвентарын һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Бында фельдшерға ла, пациенттарға ла барыһы ла уңайлы итеп эшләнгән.
Баҡраҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәүге медицина-санитар ярҙамды 117 кеше, шул иҫәптән 18 бала аласаҡ. Урындағы халыҡтың һаулығын фельдшер Эльвина Руслан ҡыҙы һаҡлаясаҡ.
Юрмаш фельдшер-акушерлыҡ пункты 176 кешене, шул иҫәптән 39 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Ауыл халҡына медицина ярҙамын фельдшер Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Ихсанова күрһәтәсәк.
Фельдшер - акушерлыҡ пункттарын асыуҙың төп маҡсаты ла урындағы халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу. Ауыл халҡы ла, медицина хеҙмәткәрҙәре лә яңы биналағы уңайлыҡтарҙы юғары баһаланы. Объекттың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.