Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Сентябрь 2025, 12:21

Грипты профилактикалау

Грипп - һауа-тамсы юлы менән йоғоусы киҫкен вируслы сир, уға биҙгәкләтеп (38°С һәм унан юғары температура менән) киҫкен башланыу, дөйөм интоксикация һәм тын юлдарын ауырытыу билдәләре хас.

Вирусты төп күсереп йөрөтөүсе – грипп менән ауырыусы кеше, унда сир билдәләре асыҡ күренергә лә, бик һиҙелмәҫкә лә мөмкин. Ауырыу эләктергән кеше сир билдәләре беленерҙән 24 сәғәт элек вирус тарата башлай. Эпидемиологик йәһәттән иң хәүефлеләре – еңелсә ауырыу-
сы өлкән кешеләр, сөнки тап улар өйҙә, транспортта һәм эштә күп кеше менән аралаша.
Күп осраҡта сир башланғандан һуң 7 тәүлек үтеүгә сирлеләге вирусты билдәләп булмай.
Инкубация осоро ике көн тирәһе (10-12 сәғәттән алып 9 тәүлеккә тиклем) бара. Миҙгелле грипҡа температураның кинәт күтәрелеүе, йүткереү, баш, мускулдар һәм быуындар ауыртыуы, ныҡ хәлһеҙләнеү, тамаҡ ауыртыуы, тымаулау хас.
Грипты профилактикалауҙа вакцина яһатыу иң һөҙөмтәле ысул булып тора, уны 6 айлыҡ сабыйҙарҙан башлап барлыҡ йәштәгеләргә лә яһау маҡсатҡа ярашлы. Вакцинация халыҡ араһында грипҡа бирешмәүсән ҡатлам булдырыуға булышлыҡ итә, шул арҡала ауырыусылар һәм дауаханаға ятҡырылыусылар әҙерәк була, ауыр формала ауырыусылар һәм үлеүселәр һаны кәмей.
Грипты специфик профилактикалау профилактик прививкаларҙың милли календарына ярашлы бойомға ашырыла.
Грипҡа ҡаршы вакцинация тәү сиратта грипп менән сирләү хәүефе үтә юғары булған һәм сирләй ҡалғанда насар өҙлөгөүҙәр ихтималлығы ҙур булған кешеләргә яһалырға тейеш. Был категорияға бына кемдәр инә:
- 6 айҙан башлап балалар, 1-11-се класс уҡыусылары, һөнәри белем биреү ойошмаларында һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыусылар;
- ҡайһы бер һөнәр һәм вазифаларҙа эшләүсе өлкәндәр (медицина ойошмалары һәм белем биреү эшмәкәрлеге алып барыусы ойошмалар, сауҙа, транспорт, коммуналь һәм социаль өлкә ойошмалары хеҙмәткәрҙәре);
- вахта ысулы менән эшләүселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт сиге аша үткәреү пункттарында эшләүсе дәүләт контроль органдары хеҙмәткәрҙәре;
- социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары һәм күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре, гражданлыҡ һәм муниципаль дәүләт хеҙмәткәрҙәре;
- ауырлы ҡатындар;
- 60 йәштән өлкән кешеләр;
- хәрби хеҙмәткә саҡырылаһы кешеләр;
- хроник сирҙәре, шул иҫәптән үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары булған, матдәләр алмашыуы боҙолған һәм һимереүҙән яфаланған кешеләр.
Вакцинация көҙ-ҡыш үткәрелә. Грипҡа ҡаршы прививканы йәшәгән, уҡыған, эшләгән урындағы дәүләт поликлиникаларында бушлай эшләтергә була. Вакцина эшләтеү сирләү кимәлен кәметә һәм ауырыуҙың еңелерәк үтеүенә булышлыҡ итә.
Грипты специфик булмаған профилактикалау ауырыусыларҙы изоляциялауға, эпидемик ҡабыныу була ҡалғанда табип ярҙамын өйгә килеп күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.
Температура 38-39 градусҡаса күтәрелһә, өйгә участка табибын йәки “ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырығыҙ.
Йүткергәндә һәм сөскөргәндә сирле кеше ауыҙ-танауын ҡулъяулыҡ йәки салфетка менән ҡапларға тейеш.
Ауырыу торған бүлмәне даими елләтергә һәм мөмкин тиклем йышыраҡ еүешләп (яҡшырағы - дезинфекциялаусы саралар менән) йыйыштырырға кәрәк.
Грипп менән ауырыған кеше янында булыуҙы сикләргә, уны тәрбиәләгәндә медицина битлеге кейергә кәрәк.
Алина СИБӘҒӘТУЛЛИНА,
“БР-ҙа Гигиена һәм
эпидемиология үҙәге” ФБУЗ-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы табип-эпидемиологы.

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас