Красноусол үҙәк район дауаханаһына инсульт йәки инфаркт ихтималлығы менән пациент килгәндә, кәрәкле тикшереүҙәр үткәрелә. Һөҙөмтәләрҙе ҡалалағы юғары квалификациялы белгестәр онлайн- режимда күрә, улар урындағы табиптарға ярҙам итә, дауалау тактикаһы буйынса үҙ фекерен әйтә. Был Үҙәк Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ҡарамағында.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә: “2024 йылдың ноябрендә Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында асылған “Инсульттарҙы мониторинглау үҙәге” бөтә төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренең эшен һәм координациялауҙы яҡшыртты. Атап әйткәндә, урындағы табиптар тәүлек әйләнәһенә Үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән элемтәгә инеп, пациенттың хәле буйынса консультатив ярҙам ала ала - уға тиҙ арала операция эшләргә, маршрутизацияларға йәки амбулатор дауалауға госпиталләштерергә. Күрелгән саралар арҡаһында Башҡортостанда төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренә профилле госпиталләштереү 99,2 процентҡа тиклем артты, миокард инфарктынан дауаханала үлем осраҡтары 5,6 процентҡа тиклем кәмене”.
Башҡортостан Башлығы республика халҡының һаулығын һаҡлау һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыу өсөн цифрлы технологиялар ҡулланыуҙы юғары баһаланы.
-Бында беҙ ҙур уңыштарҙы, иң мөһиме – кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙы күрәбеҙ. Был эштә яҡшы ярҙам – Кардиоүҙәктең яңы хирургия корпусының, Өфөлә Инсульттарҙы мониторинглау үҙәгенең асылыуы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Онлайн-режимда эшләргә артабан да өйрәнергә кәрәк. Һәр ФАП-тан фельдшер белгестәр менән бәйләнешкә инеп, кәңәштәр алып, тиҙ арала эш итеү мөһим.
Красноусол үҙәк район дауаханаһының табип-неврологы Азат Сөләймәнов менән һөйләштек.
-Инсультҡа оҡшаш билдәләре булған осраҡта пациент “Ашығыс ярҙам” саҡыра. “Ашығыс ярҙам” фельдшеры инсульт булыуы ихтимал тип тапһа, Красноусол үҙәк район дауаханаһының сирлеләрҙе ҡабул итеү хеҙмәтенә килтерә. Бында беҙ ҡарап, ауыр осраҡ була ҡалһа, “Ашығыс ярҙам” менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 3-сө һанлы төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрәбеҙ. Унда тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр, невролог ҡарай, баш мейеһен КТ-ға төшөрәләр. Диагноз раҫланһа, пациентты үҙәккә госпиталләштерәләр. Ундағы табиптар үҙҙәре “Инсульттарҙы мониторинглау үҙәге” менән бәйләнеш булдырып, бергә Раҫланмаһа, киренән район дауаханаһына килтерәләр һәм беҙ үҙебеҙҙә неврология бүлексәһенә һалып дауалайбыҙ һәм инсульттың төп сәбәбен, йәғни гипертония ауырыуын, тикшерәбеҙ. Инсульт менән сирләгән пациент дауахананан сығарғандан һуң ике йылға иҫәпкә ҡуйыла. Ул ошо йылдар дауамында участка терапевы, невролог күҙәтеүендә була.