Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Октябрь 2025, 14:26

“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй

      - “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы  сиктәрендәге “Сәләмәтлек поездары”на ихтыяж шул тиклем ҙур, хатта уны Рәсәй кимәлендә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танынылар һәм бөтә илдә ҡулланырға кәңәш иттеләр, - тигәйне акцияға башланғыс биргән БР Башлығы Радий Хәбиров. - Беҙҙең “Сәләмәтлек поездары” тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоуға һала, сөнки  диагноздар артында - кеше яҙмыштары. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыуға тейешле күрһәтмәләр алыу мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ, - тине ул.

“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй
“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй

Ете йыл элек Радий Хәбиров башланғысы менән “Сәләмәтлек поездары” райондарға сығып, ауыл кешеләренең сәләмәтлеген тикшерә башлағайны.  “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендәге бындай мөмкинлек ауыл халҡына үҙ сәләмәтлеген тикшертеп тороу өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырҙы. Мобиль медицина комплекстары диагностика һәм тикшереүҙәр өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Был акция арҡаһында пациенттар ҙур медицина үҙәктәренә сыҡмайынса, төрлө табиптарҙан тикшереү үтеп, кәңәштәр ала алды.

Ағымдағы йылдың  21-30 апрелендә “Сәләмәтлек поезы” беҙҙең Ғафури районына килеп, халыҡтың сәләмәтлек торошон тикшерҙе. 5 кешелә яман шеш, 11 кешелә шәкәр диабеты булыу ихтималлығы, ә 149 кешелә артериаль ҡан баҫымын күтәреү менән характерлы ауырыуҙар асыҡланып, диспансер иҫәпкә ҡуйылған.

Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов әйтеүенсә:

“2025 йылда “Сәләмәтлек поезы” районда 8 көн эшләп, күп кешене солғап алды. Күп кенә пациенттар Красноусол үҙәк район дауаханаһында өҫтәмә тикшереү үтте һәм, мәҫәлән, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының табип-ангиохирургы тарафынан 59 кеше ҡаралып, тәүгеһенән сирҙәре асыҡланған 10 кеше иҫәпкә ҡуйылды, бер кеше был дауаханаға операцияға, бер кеше тикшерелеүгә ебәрелде, операция кәрәк тип табылғанда 3 кеше  БДМУ клиникаһына йүнәлтелеү мөмкинлеге билдәләнде. Республика кардиология үҙәге кардиологы 249 кешене ҡараны, шуларҙың 31-е Кардиология үҙәгенә артабан тикшереүгә йүнәлтелде, 14-е – тикшереүгә һәм белгестәр консультацияһына ебәрелде, ике кеше  госпитализацияланды”.

Күсмә бригада составында эшләгән Красноусол үҙәк район дауаханаһының врач-кардиологы Алина Сәйфуллина “Сәләмәтлек поезы” сиктәрендәге эше тураһында һөйләне, 247 кешене ҡабул итеүен билдәләп үтте.

“Сәләмәтлек поезы” эше барышында Алина Әмир ҡыҙы билдәләүенсә, күп кенә пациенттарҙа гипертония һәм тамырҙарҙың атеросклеротик үҙгәрештәре асыҡлана, улар элек диагнозланмаған булған. Акция сиктәрендә табиптарға башланғыс диагноз ҡуйыу ғына түгел, ә пациенттарҙы өҫтәмә тикшереүгә ебәреү һәм кәрәкле дауалау тәғәйенләү мөмкинлеге тыуа. Был бигерәк тә ҙур медицина үҙәктәренән алыҫ йәшәүселәр һәм ваҡыт етмәү йәки иғтибар итмәү сәбәпле ваҡытында квалификациялы ярҙам ала алмағандар өсөн мөһим. Кардиолог билдәләүенсә,    “Сәләмәтлек поезы” сиктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын асыҡлау һәм дауалау буйынса системалы эш район халҡының күпселегенең өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметеүгә һәм тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ проект арҡаһында элек табиптарға мөрәжәғәт итмәгәндәрҙе йәлеп итеү  мөмкин булыуын билдәләй.

Фельдшер Оксана Локоленко күсмә бригадаға ярҙамлашып “Сәләмәтлек поезы”  составында эшләгән.

-Мин  шәфҡәт туташы менән берлектә пациенттарға  ЭКГ үткәреүҙә ярҙамлаштым.  Ауыл халҡы табиптарҙың килеүенә бик шат, тикшереүгә теләп килә, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. - Беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре, һәр береһенең үҙен уңайлы тойоуы һәм сифатлы ярҙам алыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Ауылдарҙа күптәргә поликлиникаға барыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә бындай акциялар бик мөһим. Хәрәкәте сикләнгән граждандарға өйҙәренә барыу, олкән йәштәгеләрҙе өйҙәренән килтереү ҙә ойошторолдо, барыһын да солғап алырға тырышабыҙ. “Сәләмәтлек поездары”нан файҙа бар, әлбиттә, бында тикшереүҙәрҙең тулы комплексы үткәрелә, анализдарҙан алып тар белгестәрҙән консультация алыуға тиклем.

Дөйөм алғанда, быйыл “Сәләмәтлек поезы” районыбыҙҙың 26 ауылынан бер меңгә яҡын кешене ҡабул иткән. Яңғыҙҡайында күсмә сәләмәтлек үҙәктәре Туғай, Игенселәр, Үтәк, Мораҡ, Ҡарлы, Урал ауылдары, Табын ауылында Архангелка, Ватан, Әхмәт,  Сәйетбабала Ҡаранйылға, Ҡолҡан, Имәндәш, Юрмаш, Ҡарағай, Иҫке Тайыш, Уҫман, Йөҙимән, Юлыҡта Һабай, Ҡауарҙыла Аҡташ, Һабай, Йөҙимән, Таш-Аҫты, Еҙем-Ҡаран ауылдары кешеләрен ҡабул итте.

“Сәләмәтлек поезы” – ул ябай акция түгел, ә Башҡортостандың төпкөл төбәктәрендә йәшәүселәрҙең һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән системалы эш. Бындай акциялар медицинаның ҡулланыу мөмкинлеген генә түгел, ә кешеләргә үҙҙәренең ҡайғыртылыуына ышаныс та уята. “Сәләмәтлек поездары” арҡаһында алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр онотолған тип түгел, ә ысын ярҙам алыу һәм һаулыҡтарын һаҡлау мөмкинлегенә эйә була. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, сифатлы медицина ярҙамы һәр ауылда ла мөмкин булырға тейеш, тимәк, был эштәр дауам итәсәк.

“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй
“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй
“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй
“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй
“Сәләмәтлек поезы” төпкөлдәгеләр сәләмәтлеген хәстәрләй
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас