Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Октябрь 2025, 16:27

Ҡауарҙылар өр-яңы заманса ФАП-лы булды

6 октябрҙә Ҡауарҙы ауылында тантаналы шарттарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында мөһим объект - өр-яңы заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. ФАП-тар табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш сирҙәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ халыҡты диспансерлаштырыу менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бирәсәк.

Ҡауарҙылар өр-яңы заманса ФАП-лы булды
Ҡауарҙылар өр-яңы заманса ФАП-лы булды

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Әлмөхәмәтов, Еҙем-Ҡаран табиплыҡ амбулаторияһының баш табибы Рафаэль Хәсәнов ҡатнашты. Өр-яңы ФАП-та үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, тәжрибәле, 41 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ауылдаштарының сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған фельдшер Рәйлә Йәғәфәрова эшләйәсәк. 

Был көндө Республика Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инеүен белдерҙе һәм уны асыуға рөхсәт бирҙе.

Ҡауарҙылар өр-яңы заманса ФАП-лы булды
Ҡауарҙылар өр-яңы заманса ФАП-лы булды
Ҡауарҙылар өр-яңы заманса ФАП-лы булды
Ҡауарҙылар өр-яңы заманса ФАП-лы булды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас