Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Октябрь 2025, 09:00

Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды

6 октябрҙә Ҡауарҙы ауылында тантаналы шарттарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында мөһим объект - өр-яңы заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Был районыбыҙҙа быйыл төҙөлгән һигеҙ яңы модулле ФАП-тың бишенсеһенең асылыуы. ФАП-тар табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш сирҙәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ халыҡты диспансерлаштырыу менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бирәсәк.

Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды
Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды

Был көндө Республика менән идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмә ваҡытында республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров видеобәйләнеш режимында республиканың һигеҙ муниципалитетында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшен башлауға старт бирҙе. Улар араһында – районыбыҙҙың Ҡауарҙы ауылындағы ФАП та бар ине. Радий Фәрит улы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм район дауаханаларының баш табиптарына беренсел звено һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһында әүҙем ҡатнашҡандары, ауыл халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Һеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм һеҙҙең өсөн ысын күңелдән шатбыҙ, ауыл медицинаһының уңайлылығы өсөн яңы ФАП-тарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме – фельдшерҙарға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт, уларҙың үҙҙәрен дә һаҡларға кәрәк. Тап улар беренсе булып халҡыбыҙға ярҙамға килә. Республикала һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңырттыҡ. Иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына мейес менән йылытылған, иң ябай уңайлыҡтары булмаған ағас биналар тарихта ҡала. Уларҙы уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар алмаштыра. Бындай системалы эште дауам итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Әлмөхәмәтов, Ҡауарҙы ауылының участка табип-терапевы Рафаэль Хәсәнов, ауыл кешеләре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Өр-яңы ФАП-та үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, тәжрибәле, 41 йылдан ашыу ауылдаштарының сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған фельдшер Рәйлә Йәғәфәрова эшләйәсәк.
Сараны алып барыусылар әһәмиәтле һәм иҫтәлекле көндә ҡауарҙыларҙың шатлығын уртаҡлашып, сәләмләү өсөн тәүге һүҙҙе Гүзәл Байдәүләтоваға биргәс, ул район хакимиәте башлығы В.Ф.Вахитов исеменән ҡотлап, ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы бөтә ауыл халҡы көтөп алған ҙур ваҡиға булыуын билдәләне.
- Хәҙер заманса йыһазландырылған бинала кәрәкле медицина ярҙамы алыу, диспансерлаштырыу үтеү мөмкинлеге буласаҡ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һәр бер йүнәлешен тормошҡа ашырыу ҙур дөйөм эштән тора. Ошо уңайҙан республика Башлығы Р.Ф.Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, ошо объектты тиҙ арала матур итеп эшләүсе ауыл кешеләренә лә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙәрен иң күп көс һалыусы райондың баш табибы Хәкимйән Сабирйән улына әйтәбеҙ. Сөнки республика буйынса бер-ике генә ФАП асылһа, беҙҙең районда иң күбе - быйыл һигеҙ ФАП һәм бер табиплыҡ амбулаторияһы асылыуы тап баш табип тырышлығынан. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ФАП-ҡа сәләмәтлегегеҙҙе тикшертергә генә килеүегеҙҙе теләйем, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.
Артабан һүҙ Хәкимйән Сәфәрғоловҡа бирелеп, ул хәҙер ауыл халҡының һаулығын ҡайғыртыу еңел генә түгел, ә уңайлы ла булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Бер нисә йыл элек ҡауарҙылар минән: “Ҡасан беҙҙә ФАП төҙөлә”, - тип һорағайнылар. - Киләсәктә мотлаҡ асасаҡбыҙ тип вәғәҙә иткәйнем, әммә ул былай тиҙ булыр тип уйламағайным, - тине үҙ сығышында Хәкимйән Сабирйән улы. - ФАП фельдшеры тәжрибәле - Рәйлә Шәүкәт ҡыҙының хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу. Ул ауылдың 607 кешеһенә, шул иҫәптән 109 балаға медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Урындағы йәштәрҙең медицина уҡыу йорттарына уҡырға инеп, тыуған ауылына эшкә ҡайтыуын бик теләйем. Теләге булғандарға уҡыу йорттарына инеүҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ, беҙгә мөрәжәғәт итһендәр. Яңы ФАП-ҡа килгәндә, ул бөтә заманса талаптарға яуап бирә. Хәҙер анализ биреү йәки белешмә алыу өсөн район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәйәсәк. Бөтәһе лә хәҙер өйөгөҙгә яҡын буласаҡ. Диспансерлаштырыу, вакцинация үтә алаһығыҙ, ЭКГ һәм башҡа бик күп медицина хеҙмәттәрен ала алаһығыҙ. Телемедицина консультацияһы бар, дауаханаға бармай ғына фельдшер урында телеэлемтә аша беҙгә йәки Өфөләге коллегаларыбыҙға, тәжрибәлерәк белгестәргә мөрәжәғәт итә ала, улар онлайн режимда диагноз ҡуя, дауалау консультациялары һәм кәңәштәр бирәсәк. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының ишеге һәр ваҡыт асыҡ булһын, - тигән теләктә ҡалды баш табип.
Биләмә башлығы Азамат Әлмөхәмәтов байрам уңайынан изге теләктәрен еткерҙе, медицина бинаһы халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен, кешеләр һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индереүен теләне. Азамат Шакирйән улы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ райондың баш табибы Хәкимйән Сәфәрғоловты, Ҡауарҙы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Рәйлә Йәғәфәрованы, Аҡташ, Һабай, Юлыҡ ФАП-тары аҡ халатлылары Гүзәл Әбелғужинаны (36 йыл хеҙмәт стажына эйә), Румәнә Юлдашбаеваны (38 йыл медицинала), Гүзәл Зәйнетдинованы (2 йыл эшләй) Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән бүләкләне.
Рафаэль Хәсәнов: “Ниһайәт, Ҡауарҙы ауылында яңы модулле ФАП үҙ ишектәрен асты. Бөтөн мөмкинлектәре булған заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктына халыҡҡа, балаларға үҙ ваҡытында мөрәжәғәт итеп, үҙенең һаулығын тикшертеп, ваҡытында диспансерлаштырыу, профилактик медицина тикшереүҙәре үтеп, балаларға прививкалар эшләтеп, табип тәғәйенләүе буйынса дауаланыуҙарын, ФАП-тың халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен, фельдшерға һәм барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем”, - тигән теләктәрен еткерҙе.
Бына, тулҡынландырғыс мәл етте. Сара ҡунаҡтары тантаналы рәүештә ҡыҙыл таҫманы киҫте. Бинаға инеп, бүлмәләрҙе ҡаранылар, медицина ярҙамы күрһәтеү шарттарының уңайлылыҡ кимәлен баһаланылар.
Ауыл уртаһында урынлашып, уға матур биҙәк өҫтәгән ҙур һәм иркен, йылы һәм яҡты медицина учреждениеһында заманса шарттар булдырылған: пациентты ҡабул итеү, прививка-процедуралар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән ҡаралыу кабинеттары, персонал өсөн кейенеү, техник бүлмәләре һәм башҡалар бар.
Ҡауарҙылар ФАП йәнәшәһендә һый тулы табын ҡороп, сараға килеүселәрҙе сәй менән һыйланы. Район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары сараға матур биҙәк өҫтәне.
Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, уны һаҡларға, сирҙе иртә асыҡлап, уны ваҡытында дауаларға ла кәрәк. Хәҙер бының өсөн ауыл халҡының мөмкинлектәре арта.

Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды
Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды
Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды
Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды
Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды
Быйылғы бишенсе модулле ФАП Ҡауарҙыла асылды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас