Әйткәндәй, Башҡортостан - мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе. Алдағы йылдарҙа ла республикала стоматология кабинеттарын асыу һәм ғәмәлдәгеләрен яңыртыу планлаштырылған. Уларҙың барыһы ла бер дизайн стилендә эшләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм лицензияланған.
Балаларының бәләкәй сағынан тештәренең бер епкә теҙелгән ынйы кеүек матур ҙа, һау-сәләмәт тә булыуы – һәр ата-әсәнең уй-теләге. Шуға ла “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә республикала стоматология кабинеттарының асылыуы хуплауға лайыҡ.
Бындай кабинет районыбыҙҙа Красноусолдың 1-се, 2-се урта мәктәптәрендә асылып, һуңғыһында хәҙер биш йыл уңышлы эшләп килә. Был ата-әсәләргә һәм балаларға бик уңайлы. Ата-әсәләргә балаларын поликлиникаға яҙҙырырға кәрәкмәй, табип-стоматолог Светлана Әхмәт ҡыҙы Ғәниева даими рәүештә уҡыусыларҙы тикшерә, ә дауалау планға ярашлы уҙғарыла. Бынан тыш, ата-әсәләр менән әңгәмәләр һәм лекциялар формаһында аңлатыу эштәре алып барыла. Уҡыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә процедуралар ҙа бушлай үткәрелә.
- Ошондай теш дауалау кабинеттарының мәктәптәрҙә булыуы стоматологик ярҙам алыу кимәлен күтәрә, уҡыусыға уҡыуҙан айырылмайынса тештәрен дауаларға мөмкинлек бирә. Тап беҙҙең мәктәптә лә поликлиника структураһында стоматология кабинеты булдырылыуға беҙ сикһеҙ шатбыҙ, - ти 2-се мәктәп директоры Марат Басиров та.
Бындай кабинеттарҙа балаларҙы тикшереү һәм санациялауҙан тыш, профилактик эштәр ҙә ҡаралған: стоматологик белем биреү, ауыҙ ҡыуышлығын гигиенаға ярашлы тәрбиәләү ҡағиҙәләрен өйрәтеү, иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, икенсел иҫкәртеү кеүек эштәр атҡарыла. Һөҙөмтәлә табиптар балаларға йылмайыу бүләк итә.
- Беҙҙең маҡсатыбыҙ – балалар тештәренең сәләмәтлеген һаҡлау. Минең яуаплылыҡҡа 2-се мәктәп һәм Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт-гимназия интернаты уҡыусылары тәғәйенләнгән. 2-се мәктәп уҡыусылары шишәмбе һәм йома көндәрендә, ә гимназияныҡылар кесе йома мәктәптә булдырылған кабинетҡа килә ала. Башта клас-тар буйынса тикшереү уҙғарып, һуңынан кемдәргә дауаланыу кәрәк, уларҙы саҡырабыҙ. Һәр бала, медицина тикшереүенә ярашлы, йылына бер тапҡыр стоматологта булырға тейеш. Балалар менән эшләү миңә оҡшай, үҙ оҫталығымды ла даими камиллаштырам, - ти тәжрибәле табип Светлана Ғәниева.
Балалар араһында ла, өлкәндәрҙә лә иң таралған теш ауырыуы – кариес, был сир тештәрҙе ваҡытында ҡарамау, дауаламау арҡаһында үҫешә. Ауыҙ ҡыуышлығында ҡалған аҙыҡ бактериялары теш эмален “ашап”, уның ҡаты туҡымаһын зарарлай. Табипҡа бармаһаң, теш артабан боҙола, уны һаҡлап ҡалыу ҡыйынлаша. Утыҙ ике тешеңдең береһе булмаһа ла, ҡаҙналар, яңаҡ төҙөлөшө үҙгәрә, был иһә хатта умыртҡа һөйәге сирҙәре үҫешенә йоғонто яһай. Тешһеҙ кешегә һөйләшеү, ашау ауыр, яҡшылап сәйнәлмәй йотолған аҙыҡ ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына килтерә. Бөгөн табиптар заманса ҡорамалдар, иң алдынғы алымдар, яҡшы материалдар, сифатлы препараттар менән эшләйҙәр. Шуға ла мәктәп йәшенән тештәребеҙгә иғтибарлы булһаҡ, табиптарға күренеп торһаҡ, тештәребеҙ ҙә ынйылай ялтырап торор. Ә бының өсөн ил, республика етәкселеге тарафынан ҙур хәстәрлек күрелә, мәктәптән сыҡмайынса ғына ла тештәребеҙҙе дауалай алабыҙ бит. Ошондай мөмкинлек булдырыусыларға рәхмәт әйтеп, ваҡытында табиптарға күренеп тороуыбыҙ мөһим. Сөнки, сәләмәт матур тештәр – ул кешенең тышҡы ҡиәфәтенең эстетик өлөшө генә түгел, ә бөтә организмдың һаулығы ла.