Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Декабрь 2025, 09:00

Һигеҙ ауыл медпунктлы булды

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү – хөкүмәтебеҙҙең төп маҡсаттарының береһе. Шуға күрә республиканың бәләкәй ауылдарында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункт-тары асылыуы матур күренешкә әйләнде. Районыбыҙҙа 2022 йылдан алып 12 ауылда өр-яңы ФАП-тар сафҡа инде. Быйыл уларға йәнә һигеҙ өҫтәлеп, йәмғеһе 20 булды.

Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Һигеҙ ауыл медпунктлы булды

4 декабрҙә районыбыҙҙың Курорт һәм Ватан (Родина) ауылдарында тантаналы шарттарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында өр-яңы заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Ниһайәт, районыбыҙҙа бы-йыл төҙөлгән һигеҙ ФАП-тың һуңғылары файҙаланыуға тапшырылды.
Иртәнге сәғәт 10-ға тәғәйенләнгән Курорт ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, “Красноусол” шифаханаһы” АЙ-енең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙретдинов, район Советы рәйесе Галина Петрова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров һәм башҡалар ҡатнашты.
Курорт ауылында медпункт иҫкергәнлектән ауыл мәктәбенә күсерелеп, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтелгән. Өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 460 кешене, шул иҫәптән 85 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Урындағы халыҡҡа медицина ярҙамын 33 йылдан ашыу стажға эйә фельдшер Валентина Владимировна Львова күрһәтәсәк.
- Барығыҙҙы ла бөгөнгө мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиға – өр-яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы менән ҡотлайым, - тине Венер Фәнир улы. – Был заманса ФАП-та сифатлы медицина хеҙмәттәрен алыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, барлыҡ шарттар булдырылған. Ул заманса технологиялар, ҡорамалдар менән йыһазландырылған, урындағы халыҡҡа уңайлы шарттарҙа квалификациялы медицина ярҙамы алыуға, үҙ ваҡытында диспансерлаштырыу үтеүгә, вакцинацияға һәм башҡа медицина хеҙмәттәре алыуға мөмкинлек бирә. Был бы-йыл беҙҙең районда асылған 8 ФАП-тың етенсеһе. Объекттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Ошо уңайҙан республика Башлығына, республика Хөкүмәтенә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Хәкимйән Сабирйән улына, шулай уҡ төҙөкләндереүҙә ярҙам ҡулы һуҙған эшҡыуарҙарға, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһенә, тирә-яғын тәртипкә килтереүҙә тырышлыҡ һалған урындағы халыҡҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бында һеҙҙең дауаланыу өсөн түгел, ә күпселек осраҡта профилактика өсөн мөрәжәғәт итеүегеҙҙе теләйем, - тигән теләктә ҡалды Венер Вахитов.
“Красноусол” шифаханаһы” АЙ-енең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Рафаил улы Курорт ауылында ФАП асылыу байрамы менән тәбрикләне һәм фельдшерға эшендә уңыштар теләп, бүләк тапшырҙы.
Район Советы рәйесе Галина Викторовна һәр кемдең үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булыуын, заманса бинала заманса ҡорамалдар менән үҙ ваҡытында дауаланыу сараларын күрергә кәрәклеген билдәләп, бәхет, һаулыҡ теләне.
- Беҙ Башҡортостанда ФАП-тар асыу һаны буйынса алдынғылар иҫәбендәбеҙ. Былтыр – 5, быйыл 8 фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы шуға асыҡ миҫал. Бөгөн Курорт һәм Ватан ауылдарында етенсе һәм һигеҙенсеһен асабыҙ. ФАП буш тормаһын, фельдшер Валентина Владимировнаға халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән фельдшерға иҫән-һау эшләүен теләйем, - тине Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы.
Ватан (Родина) ауылында өр-яңы ФАП-ты асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 12-лә булды. Сарала ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров ҡатнашты. Ватандар ФАП асылыу шатлығын уртаҡлашырға килгән ҡунаҡтарҙы өр-яңы медицина пункты янында сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды.
Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы, Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы ФАП асылыу байрамы менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Фәнүр улы ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашты, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, республика Башлығына, район хакимиәте башлығына, Хәкимйән Сабирйән улына һәм Үҙәк район дауаханаһы коллективына, төҙөлөш подряд ойошмаһына, урындағы халыҡҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, подряд ойошмаһы етәксеһе Зөһрә Хәлимоваға, ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм ауыл кешеләренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ауыл халҡы исеменән ауыл старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина сығыш яһап, ауылдаштарын ФАП асылыуы менән ҡотланы, республика Хөкүмәтенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, ра-йон хакимиәтенә рәхмәт әйтте һәм “Фельдшер пункты” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Ватан ауылы медпункты элекке идаралыҡ бинаһында урынлашҡан булған. ФАП-тың тәжрибәле, 36 йыл хеҙмәт стажлы фельдшеры Айгөл Дәрүиш ҡыҙы Йәрмөхәмәтова ауылдаштары һаулығын һаҡлаясаҡ. Өр-яңы ФАП 887 кешене, шул иҫәптән 147 баланы хеҙмәтләндерәсәк.
Сара ҡунаҡтары тантаналы рәүештә өр-яңы ФАП-тарҙа ҡыҙыл таҫманы киҫеп, яңы медицина объекттарын ҡараны, медицина ярҙамы күрһәтеү шарттарының уңайлылығын баһаланы.
Был көндө үҙ ишектәрен асҡан ике ФАП та заманса йыһазландырылған, Ватан ауылы ФАП-ы, халыҡ иҫәбе күберәк булғанлыҡтан, дәүмәле буйынса башҡаларҙан ҙурыраҡ. Һәр береһендә пациентты ҡабул итеү, ҡаралыу, прививка яһау, процедуралар, һыуытҡыстар менән йыһазландырылған дарыуҙар һаҡлау, стерилизациялау, йыйыштырыу ҡорамалдарын, медицина ҡалдыҡтарын һаҡлау бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү урыны һәм санузел бар.
Ауылдар халҡы ла, медицина хеҙмәткәрҙәре лә яңы биналағы уңайлыҡтарҙы юғары баһаланы. ФАП-тарҙың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде. Ауылдар халҡы яңы ФАП-тар алдында һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр әҙерләп, сараға килеүселәрҙе самауыр сәйе менән һыйланы. Район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары сараны биҙәне.

Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Һигеҙ ауыл медпунктлы булды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас