Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Ғинуар , 10:00

Дарьино табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа инде

12 декабрь - Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә районыбыҙҙа мөһим ваҡиға - Аҡкүл ауылында өр-яңы заманса модулле табиплыҡ амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙа беренсел звеноны модернизациялау” программаһы сиктәрендәге районда төҙөлгән беренсе табиплыҡ амбулаторияһы.

Дарьино табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа инде
Дарьино табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа инде

Хәҙер Аҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған 12 ауылда йәшәүселәр заманса уңайлы шарттарҙа беренсел медицина-санитар ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Уларҙы ошо мөһим ваҡиға шатлығын уртаҡлашырға ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, “Красноусол” шифаханаһы” АЙ-енең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙретдинов, Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Ноғоманова, Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Мөхәррәмов, район Советы секретары Марсель Йәнмырҙин, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Гүзәл Килдебаева килде.
Сара рәсми өлөштән башланды. Биләмә халҡын мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Венер Вахитов тәбрикләне.
- Ысынлап та, бөгөнгө сара дәүләт байрамы – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә үтеүе менән икеләтә иҫтәлекле. Был көн илебеҙҙең төп законы ҡабул ителгән көн, - тине Венер Фәнир улы. - Илебеҙҙең төп законын ҡабул итеү көнө, ул хоҡуҡ нигеҙҙәрен, ижтимағи башланғыстар нигеҙҙәрен билдәләй һәм был Конституцияла шулай уҡ төп принциптар нығытылған - ул һаулыҡ һаҡлауҙы тәьмин итеү, ул - халҡыбыҙҙың именлеге. Бөгөн һеҙҙе ошондай күптән көтөлгән һәм шатлыҡлы ваҡиға - табиплыҡ амбулаторияһын асыу менән ҡотлайым. Был матур бина, ул заманса технологиялар буйынса төҙөлгән, һуңғы техникалар менән йыһазландырылған. Бында телемедицина ярҙамында юғары квалификациялы белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеге бар, һеҙҙең өсөн йылы, уңайлы шарттар булдырылған. Был ауырыуҙарҙы дауалау ғына түгел, шулай уҡ диспансерлаштырыу, вакцинация кеүек профилактика сараларын үткәреү мөмкинлеге лә. Һәм быларҙың барыһы ла һеҙҙең өсөн, һаулығығыҙ өсөн. Табиплыҡ амбулаторияһын Рәсәй Президенты раҫлаған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөү мөмкин булды. Был милли проект ярҙамында беҙҙә быйыл 9 медицина объекты төҙөлдө, атап әйткәндә, 8 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм быйыл һуңғы ауыл табиплыҡ амбулаторияһы асыла. Республикабыҙ етәкселегенә, Республика Башлығы Радий Фәрит улына, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына иғтибар бүлгәндәре һәм ошондай мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт. Был объектты төҙөүҙә, төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан төҙөүселәргә, эшҡыуарҙарға, халыҡҡа рәхмәт белдерәм. Беҙҙең "Берҙәм Рәсәй" партияһы ла төҙөкләндереү буйынса сарала ҡатнашты һәм финансланы. Районыбыҙҙан депутат, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Рафаил улына ҙур иғтибар бүлеүе, был объектты беҙҙең районда төҙөтөүҙе хәстәрләүе өсөн рәхмәтлемен, - тине Венер Вахитов һәм барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләне.
Башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡотлауҙарға ҡушылып, яңы амбулаторияның барлыҡҡа килеүендә ҡатнашыусыларға йылы һүҙҙәр әйтте, был ваҡиғаның райондың һаулыҡ һаҡлау үҫешендә мөһим әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һөйләнеләр.
Бына тулҡынландырғыс мәл, ҡыҙыл таҫма киҫелә. Ҡунаҡтар амбулаторияның иркен һәм яҡты бүлмәләрен ҡарауға күсә. Дөйөм майҙаны 212 квадрат метрлыҡ бинала терапевт, стоматолог, педиатр өсөн айырым эш урындары ҡаралған, шулай уҡ күҙәтеү, прививка яһау, процедура кабинеттары, температуралы пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн кабинет, айырым санузел менән көндөҙгө стационар палатаһы, дарыухана пункты, көтөү бүлмәһе, дөйөм санузел һәм аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн инеү мөмкинлеге булған санузел бар, персонал өсөн бүлмә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында амбулатория хеҙмәткәрҙәре өсөн дә, дөйөм һаны 3700 кеше тәшкил иткән пациенттар, шул иҫәптән 421 бала өсөн дә бөтә шарттар булдырылған. Ҡунаҡтар шулай уҡ Дарьино табиплыҡ амбулаторияһы коллективы: участка терапевы Лиә Рафаэль ҡыҙы Хәсәнова, фельдшер Анастасия Геннадьевна Шарова, шәфҡәт туташтары Рәйлә Хәтмулла ҡыҙы Мещанинова һәм Наргизә Ильяс ҡыҙы Арыҫланова менән аралашты. Табиптар ошондай өр-яңы, ҙур һәм уңайлы амбулатория асыу шатлығы менән уртаҡлашты, хәҙер эшкә йөрөү – йәнгә кинәнес бирә, тип билдәләне. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, табиплыҡ амбулаторияһын төҙөкләндереүҙә тос ярҙам күрһәткән.
Табиплыҡ амбулаторияһының асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде. Ауыл халҡы яңы амбулатория алдында һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл әҙерләп, сараға килеүселәрҙе сәй менән һыйланы. Сара район мәҙәниәт һарайы артистары һәм ауыл үҙешмәкәрлегендә ҡатнашыусылар ҡатнашлығында концерт менән тамамланды.

Дарьино табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа инде
Дарьино табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа инде
Дарьино табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа инде
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас