2025 йылда районда 14 266 кеше профилактик тикшереү үткән. Диспансеризация ауырыуҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә, был дауалауҙың һөҙөмтәлелеген арттыра һәм пациенттар өсөн прогноздарҙы яҡшырта.
2026 йылда 1981-1987, 1990, 1993, 1996 йылдарҙа тыуған һәм артабан 2008 йылға тиклемге өс йыл аша тыуғандар диспансеризация үтә ала. 40 йәштән алып йыл һайын тикшереү үтеү кәңәш ителә. Тыуған йылы ағымдағы диспансеризацияға инмәгәндәр өсөн профилактик тикшереүҙәр үткәреү мөмкинлеге бар. Тикшереүгә Красноусол Үҙәк район дауаханаһының Б201-се кабинетында эш көндәрендә 8.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем яҙылырға мөмкин.