Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Апрель , 10:00

Сәләмәтлегебеҙ - үҙебеҙҙең ҡулда

Йыл һайын 7 апрелдә билдәләнгән Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Искәндәр Булат улы МИНАСОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Сәләмәтлегебеҙ - үҙебеҙҙең ҡулда
Сәләмәтлегебеҙ - үҙебеҙҙең ҡулда

Медицина мөхитендә үҫтем

– Искәндәр Булат улы, баш табип вазифаһына тәғәйенләнеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Башта үҙегеҙ менән таныштырып китмәҫһегеҙме?

– Мин медицина мөхитендә тыуҙым, үҫтем һәм йәшәйем, шуға ла халыҡтың был өлкәгә бәйле проблемалары, уларҙы борсоған һорауҙар менән танышмын. 2010 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамланым, ординатураны бөтөргәндән һуң 2016 йылға тиклем Өфө ҡалаһының 5-се ҡала клиник дауаханаһында травматолог-ортопед булып эшләнем. Артабан федераль медицина университетында нейрохирургия кафедраһы доценты булып хеҙмәт иттем. 2022 йылдан Өфөлә, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты мәсьәләләре менән шөғөлләндем. 2026 йылдың 3 мартынан Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһына тәғәйенләндем. Эш башлағас, бер ай арауығында район менән ныҡлап танышырға мөмкин булды, әммә Ғафури районын мин ишетеп кенә белмәй инем, ул күптән таныш, сөнки минең өләсәйем Яңғыҙҡайын ауылынан, бала һәм үҫмер сағым ошонда үтте. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн ихлас рәхмәт әйткем килә.

Ғүмер оҙайлылығын арттырыу

 - Баш табип булып бер ай эшләйһегеҙ, Ғафури районының һаулыҡ һаҡлау системаһындағы хәлде бер ни тиклем беләһегеҙ инде. Беҙҙең дауахананың эше тураһында ни әйтерһегеҙ?

- Бөгөнгө көндә районда халыҡтың сәләмәтлек торошо буйынса проблемалар бар, айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш менән бәйле сирҙәрҙең юғары кимәлдә булыуы. Беҙҙең алға Ғафури районы халҡының ғүмер оҙайлылығын, медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреү һәм был сирҙәр буйынса үлем осраҡтарын кәметеү бурыстары ҡуйылды.
Красноусол үҙәк район дауаханаһы күп профилле медицина учреждениеһы булып, ул үҙ эсенә поликлиниканы, педиатрия, стоматология ҡабул итеүҙәрен, көндөҙгө стационарҙы, шулай уҡ 121 койкаға иҫәпләнгән тәүлек әйләнәһенә стационарҙы үҙ эсенә ала. Һуңғы ваҡытта 8 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, бер ауыл табиплыҡ амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылып, үҙ эшен башлаған. Бөгөн паллиатив медицина ярҙамына айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

- Искәндәр Булат улы, Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан, ғафуриҙарға һаулыҡ – иң ҙур байлыҡты һаҡлау буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– 7 апрелдә үтәсәк Сәләмәтлек көнө сиктәрендә шундай кәңәш бирер инем: йәшәү рәүешен һайлауҙа айырыуса әүҙем һәм аңлы булырға кәрәк, сөнки сәләмәтлек – көндәлек әүҙем хәрәкәттең һөҙөмтәһе. Әүҙемлектә спорт залын ғына күҙ уңында тотмайым. Күберәк хәрәкәтләнегеҙ: көн һайын һәр ғафурилыға 10 мең “алтын” аҙым яһауын теләйем. Үҙегеҙгә яратҡан шөғөл табығыҙ: бейеү, йөҙөү, йога. 2026 йылдың мартынан Красноусол үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре эш башлар алдынан иртәнге күнекмәләр үткәрә. Ғафури районы тәбиғәте мөмкинлектәрен ҡулланығыҙ: урман буйлап, саф һауала әүҙем ял итеү – был физик көсөргәнеш кенә түгел, ә эмоциональ ял да.
Йәшәү рәүешендәге аңлылыҡ тәү сиратта дөрөҫ туҡланыуҙы аңлата. Туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе. Беҙҙә диспансер күҙәтеүендә булған пациенттарҙың 60 процентының туҡланыу стереотипының дөрөҫ булмауын күрһәтте. Туҡланыуға күберәк йәшелсә, емеш-еләк, цельнозерновой продукттарын индерергә кәңәш итер инем. Тоҙ, шәкәр һәм эшкәртелгән аҙыҡтарҙы ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Етерлек һыу эсегеҙ – ул организмдағы бөтә процестар өсөн кәрәк.
Йоҡоноң мөһимлеген онотмағыҙ! 7-9 сәғәт йоҡлағыҙ, йоҡларға ятыу һәм тороуҙы бер үк ваҡытҡа билдәләгеҙ, хатта ял көндәрендә лә. Һәр кемгә үҙ күрһәткестәрен тикшертеп торорға кәрәк: ҡан баҫымын, шәкәр, холестерин кимәлен.
Сәләмәтлегебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа икәнен оноторға ярамай. Әҙҙән башларға, әммә быны даими рәүештә эшләргә, һәм тормошоғоҙҙоң сифаты яҡшырыуын күрерһегеҙ.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәр

- Һеҙ район һаулыҡ һаҡлау өлкәһе етәксеһе булараҡ нимәгә төп иғтибарҙы йүнәлтергә ниәтләйһегеҙ?

– Алда әйтеп үтеүемсә, 2026 йылға өҫтөнлөклө бурыстар итеп билдәләнде: йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкологик сирҙәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү буйынса саралар индереү; халыҡҡа медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәреү.
Быйыл һәм яҡын йылдарға һаулыҡ һаҡлауҙа профилактик аспектҡа баҫым яһаласаҡ. Тимәк, дауаханаға сирләмәҫ элек, йәғни сәләмәт килеш килергә кәрәклеген аңларға кәрәк. Диспансер күҙәтеүе, профилактик медицина бөгөнгө көндә өҫтөнлөклө булып тора. Тап ошо осраҡта дауалау ҙа еңелерәк, эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә ҡарағанда, уларҙы иҫкәртеү еңелерәк икәнен аңларға кәрәк. Шуға күрә мин районыбыҙҙың һәр кешеһенә диспансер күҙәтеүе үтергә кәрәклеген иҫтәренә төшөрөргә теләйем.

Беҙ медицина ярҙамын алыуға уңайлы шарттар булдырыуҙы күтәрергә теләр инек. Беҙҙең өсөн һәр кешенең медицина ярҙамын алыуына өлгәшеү өҫтөнлөклө. Ул көнөндә үк терапевҡа, йәки башҡа табипҡа яҙыла алһын. Быны “122” телефоны, “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) сервисы һәм яңы ысул - МАХ мессенджеры ярҙамында тормошҡа ашырырға мөмкин. MAX мессенджерындағы махсус чат-бот тәүлек әйләнәһенә эшләй, ул пациенттар өсөн бик тә уңайлы. Ул табипҡа яҙылырға йәки яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарырға ғына түгел, ә телемедицина консультацияһына яҙылып, мобил телефон аша табип менән аралашырға мөмкин, шулай уҡ эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә ябырға ла мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ шуны ла билдәләп үткем килә, беҙҙең эштә асыҡлыҡ - иң мөһиме. Красноусол үҙәк район дауаханаһында медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәргә мин һәр ваҡыт асыҡ. Һәр бер кеше подразделениелар етәкселәре йәки шәхсән минең менән туранан-тура бәйләнешкә инә ала. Һәр йома көнө район халҡын үҙ кабинетымда үткәрелгән шәхси ҡабул итеүҙәремә көтәм.
Сәләмәтлек көнөндә мин, әлбиттә, халыҡҡа һау-сәләмәт һәм аңлы булыуҙарын теләйем. Был йәһәттән Үҙәк район дауаханаһында ойошторолған сәләмәтлек мәктәптәренә йөрөргә кәрәк. Беҙҙең өҫтөнлөк – Ғафури районында һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү, һәр кем сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн тырышлыҡ һалыу һәм халыҡтың сәләмәтлеге.

- Искәндәр Булат улы, фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Яуаплы һәм мөһим эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас