

13 апрелдән Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы башлана. Ул 2019 йылдан алып һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Әйткәндәй, «Сәләмәтлек поездары» идеяһы Радий Хәбировтың республика етәксеһе вазифаһындағы тәүге башланғыстарының береһе булды, хәҙер Башҡортостан тәжрибәһе илдең күп төбәктәрендә индерелгән дә инде.
«Сәләмәтлек поездары» – мобиль комплекстар, заманса медицина ҡорамалдары урынлаштырылған ҙур машиналар колоннаһы. Быйыл акцияға ун күсмә флюорограф, ун күсмә маммограф, 49 мобиль ФАП, туғыҙ, шул иҫәптән бер балалар күсмә һаулыҡ үҙәге, Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһының диагностика комплексы, Өфөнөң 21-се дауаханаһының «Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы» күсмә модуле, күсмә стоматология кабинеты йәлеп ителгән. Табип бригадалары ойошторола, уларға терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр инә. Шулай уҡ быйыл төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса профилле белгестәр менән бергә райондарға медицина колледждарының өлкән курс студенттары юлланасаҡ. Улар табиптарға ҡабул итеү ваҡытында ярҙам итәсәк һәм параллель рәүештә эш тәжрибәһен үҙләштерәсәк.
«Сәләмәтлек поездары» ни өсөн кәрәк?
Тулыһынса комплектланған тәгәрмәсле дауахана пациенттарҙы урындарҙа ҡабул итеү өсөн республиканың алыҫ ауылдарына юллана. Ҙур медицина үҙәктәре булған ҡала халҡынан айырмалы рәүештә, ауыл халҡына тар белгескә барып етер өсөн йөҙҙәрсә саҡрым юл үтергә кәрәк. Күптәр үҙҙәрен насар тойоу арҡаһында сиренә ҡул һелтәй, һөҙөмтәлә ваҡытты әрәм итеп, хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Бөгөн хатта иң ҡурҡыныс һаналған яман шеш тә уңышлы дауалана, иң мөһиме – уны иртә стадияла асыҡлау. Шуға күрә республикала «Әгәр тау Илдар Фәнүр улы янына бармаһа, Илдар Фәнүр улы тауға үҙе килер» принцибы буйынса эш итергә ҡарар иттеләр. Хәҙер туп һеҙҙең яҡта: бары тик комплексҡа килеп, тикшереү үтеү генә кәрәк.
Ғәҙәттәгесә, мобиль комплекстар алты маршрут буйынса эшләй: Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет. Юлда улар республиканың бөтә 54 районын солғап ала. Бөгөн «Сәләмәтлек поездары» 386 тораҡ пунктҡа инә.
Ниндәй тикшереүҙәр үтергә мөмкин?
Беренсенән, иң мөһим күрһәткестәрҙе – ҡандағы глюкоза кимәлен, холестеринды, йөрәк эшмәкәрлеген, ҡан баҫымын һәм күҙ эсендәге баҫымын тикшерәләр. Икенсенән, социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, туберкулез, гепатит, ВИЧ-инфекция. Өсөнсөнән, үпкә һәм һөт биҙҙәренең яман шешен иртә диагностикалау өсөн рентгенология тикшереү ысулдары – флюорография, маммография үткәрелә.
Тикшереүҙәрҙән һуң табип һығымта яһай, дауалау тәғәйенләй, кәрәк булһа, өҫтәмә тикшереүгә йүнәлтмә бирә.
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика модуле һәм Республика кардиология үҙәгенең кардиомодуле табиптары III кимәлдәге белгестәр булып тора, йәғни улар юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү өсөн пациенттарҙы һайлап ала. Был белгестәргә күренеү өсөн пациенттар исемлеге алдан әҙерләнә, йүнәлтмә бирер алдынан минималь тикшереү үткәрелә.
– Ошоғаса ҙур эш башҡарылды, – ти Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. – Беҙ һәр муниципалитетта сирлеләрҙе анализланыҡ һәм ошо мәғлүмәттәргә таянып, бригадалар ойошторҙоҡ. Тын алыу ағзалары ауырыуҙары артҡан райондарға мотлаҡ пульмонолог һәм күсмә флюорограф барасаҡ. Ә онкология менән сирләгән пациенттар һаны артҡан төбәккә онколог-табип һәм күсмә маммограф киләсәк.
Үткән йыл һөҙөмтәләре ниндәй булды?
2025 йылда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында белгестәр 34 меңдән ашыу пациентты ҡабул иткән. 3,5 мең кешенең ҡанында – глюкоза, 5 мең кешелә – холестерин, 7 мең кешелә ҡан баҫымының юғары булыуы, тағы ла шул тиклем пациентта артыҡ тән ауырлығы асыҡланған. 12 меңгә яҡын кеше үҙенең диагнозы тураһында бер нимә лә белмәгән. Шул иҫәптән 195 кешелә – яман шешкә, 595 кешелә – шәкәр диабетына, туғыҙ кешелә туберкулезға шик бар.
Кардиология үҙәге белгестәре 208 кешене коронароангиографияға (йөрәк тамырҙарын диагностикалауға), 123 кешене тикшереүгә, ике кешене дауаханаға һалыуға йүнәлткән. Тағы 26 кеше БДМУ клиникаһына коронароангиографияға йүнәлтмә алған. Ҡыуатов исемендәге дауахана табиптары 215 кешене тикшереүгә, 148-ен дауаханаға оҙатҡан.
«Сәләмәтлек поездары»ның эш ваҡытын нисек белергә?
урындағы фельдшерҙа (ул теге йәки был тикшереүгә нисек дөрөҫ әҙерләнергә кәрәклеге тураһында консультация бирә);
район хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау бүлегендә йәки ауыл советында;
«Берҙәм Рәсәй»ҙең район бүлексәһендә;
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында йәки социаль селтәрҙәрҙә.
Баш ҡала табиптарына алдан яҙылырға кәрәкмәй, табиптар тере сират буйынса ҡабул итә. Документтарҙан паспорт һәм ОМС полисын алып килеү ҙә етә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын сираттан тыш хеҙмәтләндерәләр.
МӨҺИМ!
Әгәр быйыл һеҙҙең ауылға кәрәкле белгес килмәһә, әммә ул «Сәләмәтлек поезы» менән күрше районға килһә, ҡыйыу рәүештә шунда барығыҙ. Был осраҡта йәшәү урыны мөһим түгел, һеҙҙе барыбер ҡабул итәләр. Бөтә ярҙам бушлай күрһәтелә!
«Сәләмәтлек поездары»ның Ғафури районында эшләү графигы
23-24 апрель - Дарьино ауылы
27-28 апрель - Табын ауылы
29-30 апрель – Сәйетбаба ауылы
4-5 май - Еҙем-Ҡаран ауылы