+12 °С
Дождь
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
29 Апреля , 09:29

“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа

Һигеҙ йыл элек Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Сәләмәтлек поездары” райондарға сығып, ауыл кешеләренең сәләмәтлеген тикшерә башлағайны.

“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендәге бындай мөмкинлек ауыл халҡына үҙ сәләмәтлеген тикшертеп тороу өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырҙы. Мобиль медицина комплекстары диагностика һәм тикшереүҙәр өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Был акция сиктәрендә пациенттар ҙур медицина үҙәктәренә сыҡмайынса, төрлө табиптарҙан тикшереү үтеп, кәңәштәр ала.
23 апрелдә “Сәләмәтлек поездары” беҙҙең районға килде. Һаулыҡ поезының Ғафури ерендәге маршрутының беренсе туҡталышы Аҡкүл ауыл биләмәһенең Дарьино ауылы булды. Бында күсмә медицина комплексы белгестәре бригадаһы 23-24 апрелдә эшләне.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ирек Баҡыев етәкселегендәге “Сәләмәтлек поезы” күсмә бригадаһы белгестәрен ҡаршы алыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Искәндәр Минасов изге теләктәрен еткерҙе һәм эштәрендә уңыштар теләне.
-Һаулыҡ һаҡлау министрлығының был программа беренсе йыл ғына үтмәй һәм уны дауам итәсәкбеҙ. Сөнки хроник йоғошло булмаған ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау һәм лаборатор тикшереү күрһәткестәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләр бар. Беҙҙең бурыс – һәр Ғафури кешеһенең сифатлы медицина ярҙамы алыуына өлгәшеү. Беҙ бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Искәндәр Булат улы. – Хөрмәтле Ғафури районы халҡы! Дауаханаға сирләгәс кенә түгел, ә һау-сәләмәт килеш килергә кәрәк. Иң ҡәҙерлеһе – һаулыҡ, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Аҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған Дарьино һәм яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр квалификациялы табиптарҙың ҡабул итеүенә сиратҡа баҫҡайны. Улар флюорография, маммография, ЭКГ эшләтергә, анализға ҡан бирергә, кардиолог, невролог, нарколог, стоматолог һәм башҡа белгестәр ҡабул итеүенә теләк белдереүселәр күп булды.
- “Сәләмәтлек поезы”ның халыҡ өсөн файҙаһы ҙур һәм бик кәрәкле, тип уйлайым. Һәр ваҡыт район үҙәгенә, йәки ҡалаға квалификациялы табиптар ҡабул итеүенә йөрөп булмай, сөнки ул ауылдарҙан йыраҡ. Ул төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һаулығын ҡайғыртыу өсөн булдырылған да инде. Бөтөн табиптар, белгестәр булмаһа ла, үҙеңә кәрәклеһе аша, флюорография, ЭКГ үтергә, анализдар бирергә мөмкин. Мин үҙем йөрәккә операция үткәреп, кардиолог күҙәтеүендәмен, әлегә дәғүәләрем юҡ, шулай булһа ла ҡаралырға килдем. Флюорография үтергә лә иҫәбем. Иң мөһиме – сирләмәҫкә, - ти Ринат Мансуров.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙон ғүмерлелек һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Сәләмәтлек поезы” – ул ябай бер сара ғына түгел, ә Башҡортостандың алыҫ ауылдарында йәшәүселәрҙең һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән системалы эш. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Сәләмәтлек поезы” ысынлап та кешеләрҙе ҡотҡара!

23-24 апрелдә Дарьино ауылында күсмә медицина комплексы белгестәре бригадаһы эшләне. Ике көн эсендә 500 пациент тикшереү үткән. Табип-терапевт 72 кешене, хирург – 43, кардиолог – 90, невролог – 48, эндокринолог – 31, теш табибы – 32, фельдшер – 74, акушерка – 47, нарколог 13 кешене ҡабул иткән. Табип-педиатр 50 баланы ҡараны. Флюорографияны 138 кеше, маммографияны 52 ҡатын-ҡыҙ үткән.
37 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары асыҡланған, ике кешелә онкология шиге бар.
27-28 апрелдә Табын ауылында 486 пациент тикшереүҙәр үтте. Табип-терапевт 85 кешене, хирург - 61, кардиолог – 85, невролог – 66, эндокринолог – 40, фельдшер – 79, акушерка – 55, нарколог 13 кешене ҡабул иткән. Тикшереү үтеүселәр араһында 5 МХО-ла ҡатнашыусы ла бар. Табип-педиатр 15 баланы ҡараған. Флюорографияны 116 кеше, маммографияны 60 ҡатын-ҡыҙ үткән.
Дарьино менән Табын ауылында “Сәләмәтлек поезы” эше тамамланды һәм ул Ғафури ере буйлап үҙ юлын дауам итә. 29-30 апрелдә - Сәйетбабала, 4-5 майҙа Еҙем-Ҡаранда ҡабул итеүҙәр үтәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
- Былтырғы миҙгел йомғаҡтары буйынса, табиптар яҡынса 27 мең ауырыу асыҡлаған, шуның 12 меңгә яҡыны беренсе тапҡыр диагнозланған. Яҡынса 4 мең пациентта, йәғни ҡабул итеүгә килгәндәрҙең һәр һигеҙенсеһендә тиерлек, социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға шик бар. Иң хәүефлеләр араһында – ҡандағы шәкәр диабеты (588 кеше), яман шештәр (195 кеше), туберкулёз (8 кеше).
Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала – һәр тораҡ пунктында, шул иҫәптән район үҙәктәренән һәм ҙур ҡалаларҙан алыҫтағылар ҙа, сифатлы медицина ярҙамына өмөт итә алһын.

“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас