+23 °С
Облачно
Антитеррор

Изге һөнәр эйәһе

Акушер - һөнәр генә түгел, ул Хоҙайҙан бирелгән һәләт тә, тиҙәр.

Изге һөнәр эйәһеИзге һөнәр эйәһе
Изге һөнәр эйәһе

Ошо һөнәр эйәләре ярҙамында күпме ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығын һаҡлап ҡалған һәм шул ҡәҙәр бала яҡты дoнъяға тыуған. Үҙ эшенең оҫтаһы булған Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙы Хәкимова ла хәҙер дүрт тиҫтәгә яҡын йылдар үҙенең тыуған ауылы Сәйетбабала амбулатория дауаханаһында, Гиппократ антына тоғро ҡалып, акушер йөгөн тарта. Бар булмышынан изгелек, мәрхәмәтлелек бөркөлөп торған гүзәл затты күптәр фәрештәгә тиңләй.
Күркәм Сәйетбаба ауылында матур ғаиләлә тыуып үҫкән Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙы. Бар эшкә яуаплы ҡараған ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай. Башта һигеҙенсе класты тамамлағас, ауылдаш өс ҡыҙ – Диләрә, Наилә һәм үҙе медицина училищеһына барырға уйлайҙар, әммә араларынан берәүһе генә сығып китергә батырсылыҡ итә. 1986 йылда Мәҙинә 10-сы класты һәйбәт һөҙөмтәләргә тамамлап, класташы Рәшиҙә Исламғол ҡыҙы менән иптәшләшеп, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. “Акушерлыҡ эше” һөнәре буйынса уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Башта бер йыл мәктәптә шәфҡәт туташы булып эшләй, 1990 йылда үҙ һөнәре буйынса Сәйетбаба участка дауаханаһына күсерелеп, шунда эш башлай.
- Был һөнәр буйынса уҡырға барырҙан алда уҡ ауылда Зифа апай Резбаева-Үтәгәнованың акушерка булып эшләүен күреп, шундай һөнәр барлығын белә инем инде. Уҡыу бер төрлө, ә тормош икенсе талаптар ҡуя. Таңға табанмы, төнмө, буранмы, бысраҡ тип тормайһың, юлға сығаһың, ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтәһең. Ашығыс операцияға табиптар саҡыртып, кәрәкле әйберҙәр әҙерләп ҡуйыу кеүек төрлө ваҡыттар булды. Күп йылдар һәйбәт гинекологтар Светлана Ғәзиз ҡыҙы, Өлфәт Гәрәй улы, Радик Зиннур улы, Диана Марат ҡыҙы, Зәйнәп Мырҙағол ҡыҙы, Хәләф Мөхәмәт улы кеүек табиптар, район ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушерҙары Әсмә Әхмәт ҡыҙы, Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы һәм башҡалар менән кәңәшләшеп эшләйем. Әлеге көндә амбулаторияла ике табип эшләй. Улар ҡайҙа барһалар ҙа, бергә сығам. Участкаларҙа ла тикшереү алып барабыҙ. Беҙгә ике ауыл биләмәһе ауылдары инә. Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылғас, уңайлыҡтар бар. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға хәҙер күпкә еңелләште, перинаталь үҙәктәр асылды, тулы тикшереү үтергә була. Әсә ҡарынында бала яралғас түгел, алдан уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшереп, сәләмәтлек өсөн көрәшәбеҙ. Ғаиләләр менән дә эшләйбеҙ, аңлатыу эше лә алып барабыҙ. Һәр ғаиләгә яҡшылыҡ уйлап керәһең. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына бала табыусы ҡатындарҙы оҙатып барабыҙ. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ике кешенең яҙмышы өсөн көрәшеп, эште аҙағына еткереп ҡуябыҙ. Ауырлы ҡатындар хәҙер алтынға бәрәбәр. Хөкүмәтебеҙ тарафынан да бала табыусы әсәләргә уңайлыҡтар булдырылған, ваҡытында иҫәпкә торғандарға декрет ваҡытында түләүҙәр бара, улар атай-әсәй яуаплылығын тотоп, балаларын иҫән-һау ҡараһын. Минең үҙемдең булмышым шулай, кем нимә һорамаһын, акушерлыҡҡа ҡағылмаһа ла ярҙам итергә тырышам. Ҡайһы ваҡытта йөклөлөктө өҙөүгә юл ҡуймай, әсәне балаһын табырға өгөтләп, һуңынан уларҙан, балаһын ҡулына алып әсә булған ҡатын-ҡыҙҙарҙан, рәхмәт һүҙҙәре ишетеү эштең бар ҡыйынлыҡтарын онотторта, - ти Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙы акушер хеҙмәте тураһында һөйләп.
Гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыусы Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙының хеҙмәт юлында күпме тетрәнеүҙәр үткәргән, һынауҙар кисергән ауыр осорҙары ла аҙ булмаған. Акушерка булып эшләү, айырыуса ауыл ерлегендә, еңел түгел, hөнәри белемдән тыш, бар яуаплылыҡты һәм мәлендә ҡарар ҡабул итеүҙе үҙҙәренә хәл итергә тура килә. Бына шулай бер саҡ иртәгә район дауаханаһына оҙатырға тип йөрөгән йөклө ҡатын ҡапыл ауырып китә. Кисекмәҫтән баланы ҡабул итергә кәрәк, табиптар килеп еткәнсе һуң буласаҡ. Шул саҡта Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙы был ҡатындың игеҙәк балалары буласағын аңлап ҡала, ул саҡта йүнле УЗИ ла булмай шул. Башта береһен, аҙаҡ икенсе ҡыҙ сабыйҙарҙы ҡулына алып, был яҡты донъяға ауаз бирҙерә. Әсә кеше лә, ҡыҙҙар ҙа һау-сәләмәт булыуына ҡыуанып, коллегаларын игеҙәк ҡыҙҙар тыуыуы менән шат йылмайып һөйөнсөләй ул. Ә бит үҙенең дә өйҙә береһенән-береһе бәләкәй ике ҡыҙы көтөп тора. Ул саҡтар артта ҡалған инде. Үтә тыйнаҡ, аҡыллы булған акушерка хәҙер шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөргәндә икеләтә бәхет кисереп ҡыуана: үҙе “кендек инәһе” булған өс тиҫтәнән артыҡ балалар үҙҙәре атай-әсәй булыу бәхетенә ирешкәндәр, үҙенең ғәзиз ҡыҙҙары ла һөйөклө әсәләренең һәр саҡ кешегә ярҙам итеп, уларҙың һаулығын ҡайғыртып эшләп йөрөүен күреп, изгелекле, тәрбиәле булып үҫеп еткәндәр.
37 йыл эшләү дәүерендә үҙе лә ҙур тәжрибә туплап, эшенең бар асылын белгән юғары категориялы акушерка дәрәжәһенә күтәрелгән. Үҙ төбәгендә уны белгәндәрҙең барыһы ла ихтирам итә. Уҡытыусы-ветерандар Альмира Миңнияр ҡыҙы Вәлиева һәм Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллина үҙҙәренең элекке уҡыусылары менән ғорурланып: “Баҫалҡы, тыйнаҡ, хөрмәтле изге фәрештә ул. Шул тиклем аҡыллы, егәрле кеше, үҙ һөнәренә тап килеп тора”, - тип ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама ла биреп өлгөрҙөләр юл ыңғайында осрашҡанда.
Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙының оло ҡыҙы Светлана Салауат педагогия колледжын бөткәс, авиация университетының программалау бүлеген тамамлаған. Әле Өфө ҡалаһында эшләй. Бәләкәйе Илүзә әсәһе кеүек изге һөнәрҙе һайлап, медицина колледждын тамамлаған, өс йыл хәҙер Стәрлетамаҡтағы 1-се дауаханала эшләп йөрөй. Шул уҡ ваҡытта УНИТ-та медицина буйынса үҙенең уҡыуын дауам итә, кейәүҙә.
Акушерка һөнәрен һайлауына хәҙер байтаҡ йылдар уҙып китһә лә, Мәҙинә Хәкимова быға бер ҙә үкенмәй. Тәжрибәле, профессиональ акушер булараҡ, ул үҙ эшен еңел башҡара. “Мин һәр бер ғаиләнең иҫән-һау булыуын, сәләмәт бала тыуып, балаларының изгелектәрен генә күреүҙәрен теләйем. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һаулыҡтарына битараф булмаһындар, ваҡытында күренеп, диспансеризация, профосмотрҙар үтеп торһондар”, - ти ул.
Ошо эшләү дәүерендә күпме ҡатын-ҡыҙ уның ярҙамы менән әсә булыу бәхетен татыған, күпме сабый иң беренсе уның ҡулдарының йылыһын, наҙын тойған. Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙы һөйкөмлө, hәр ваҡыт барыһы менән дә дуҫтарса мөнәсәбәттә. Хеҙмәттәштәре лә уны һөнәри оҫталығы һәм тырышлығы, яуаплылығы өсөн хөрмәт итә. Байрамдары уңайынан Мәҙинә Сәхиулла ҡыҙын һәм барлыҡ акушеркаларҙы ҡотлап, һаулыҡ, бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас