+17 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
24 Мая , 05:00

“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы

Районыбыҙҙа 23 апрелдән 5 майға тиклем халыҡты ҡабул иткән “Сәләмәтлек поезы” табип-белгестәренең күсмә бригадаһы үҙ эшен тамамланы.

“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы
“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” тигән ҙур күләмле акция Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Оҙон ғүмерлелек һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Был кешеләрҙең мөмкин тиклем оҙағыраҡ сәләмәт һәм көслө булып ҡалыуына ҙур өлөш индерә.
Быйыл күсмә медицина комплексы составында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһы һәм Красноусол үҙәк район дауаханаһы белгестәре эшләне. Улар – 8 табип: терапевт, хирург, акушер-гинеколог, кардиолог, невролог, эндокринолог, педиатр, нарколог һәм 9 урта медицина хеҙмәткәре: теш табибы, фельдшер, рентгенлаборанттар, акушерка, шәфҡәт туташтары.
Эш барышында “Сәләмәтлек поезы” белгестәре Дарьино, Табын, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран ауылдарына барып, барлығы 1632 кешене, шул иҫәптән 108 баланы ҡабул итте.
– Меңдән ашыу кеше йыраҡҡа йөрөмәй, үҙ төбәктәрендә тулы тикшереү үтә алды. Бик яҡшы һөҙөмтә! – тип билдәләне Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Искәндәр Минасов. – Улар араһында аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр ҙә бар, уларға дауаханаға үҙ аллы ла, ярҙам менән дә барыуы бик ауыр, хатта мөмкин дә түгел. Күсмә медицина комплексы табиптары шундай һигеҙ пациентты өйҙәрендә ҡараны.
Флюорография үткәрелгәндән һуң 6 пациентта туберкулёзға шик тыуған. Тағы бер пациентта маммография һөҙөмтәләре буйынса һөт биҙе яман шеше шик аҫтына алынған. Бәхеткә күрә, диагноздарҙың береһе лә раҫланманы.
– Район халҡы исеменән ойоштороусыларға, табиптарға һәм “Сәләмәтлек поезы”ның урындағы эшен яйға һалырға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ! – тигән теләген еткерҙе район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.

“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы
“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы
“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы
“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы
“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы
“Сәләмәтлек поезы” эшен тамамланы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас