

- Искәндәр Булат улы, һеҙҙең үҙәк район дауаханаһында баш табип вазифаһында эш башлауығыҙға өс ай ваҡыт үтеп китте. Ошо арауыҡтағы эш шарттарын ҡыҫҡаса һүрәтләп үтмәҫһегеҙме?
- Красноусол үҙәк район дауаханаһындағы эш шарттары хәҙер, ғәҙәттәгесә, йылдам. Беҙ бер юлы бер нисә мөһим бурысты хәл итәбеҙ. Беренсенән, әлбиттә, халыҡҡа сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамы күрһәтеү. Беҙҙең төп ҡаҙаныштарҙың береһе булып диспансерлаштырыуҙы уңышлы индереү һәм популярлаштырыу тора. Беҙ поликлиникала пациенттарҙы көтөп кенә ултырмайбыҙ, ә эш урындарында тикшереүҙәр үткәреү өсөн предприятиеларға ла сығабыҙ. Был көн һуҙымында буш булмағандарҙы ла солғап алырға һәм сирҙәрҙе иртә стадияларҙа асыҡларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, беҙ цифрлаштырыуҙы ла дауам итәбеҙ: әүҙем рәүештә медицина карталарын электрон форматҡа күсерәбеҙ, был табиптарҙың эшен еңеләйтә һәм пациенттың сир тарихын системаның теләһә ҡайһы ерендә лә алырға мөмкинлек бирә.
Иң мөһиме - сирҙе иҫкәртеү
- Беҙҙә апрелдә “Сәләмәтлек поездары” эшләне. Ул нисек үтте һәм беҙҙең район буйынса был акцияның төп һөҙөмтәләре ниндәй?
- “Сәләмәтлек поезы” акцияһы беҙҙең өсөн бик уңышлы үтте. Уның сиктәрендә беҙҙең белгестәр райондың алыҫ ауылдарында йәшәгән 1500-ҙән ашыу кешене ҡабул итте. Был ҙур йөкләмә, әммә уны коллектив бик яҡшы үтте. Беҙҙең күсмә бригаданың фиҙаҡәр эшен билдәләп үтергә теләйем: уға кардиолог, эндокринолог, невролог, онколог, шулай уҡ УЗИ һәм функциональ диагностика табиптары ингән. Бына шундай көслө составыбыҙ арҡаһында беҙ кешеләрҙе консультациялау менән генә сикләнмәй, ә төплө диагностика үткәрә алдыҡ. Асыҡланған төп проблемалар, әлбиттә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары (артериаль гипертония) һәм шәкәр диабеты. Бер нисә тиҫтә пациентта онкопатологияға шик табылды, һәм беҙ уларҙы Өфөгә өҫтәмә тикшереүгә ебәрҙек. Был ошондай акцияларҙың ни тиклем кәрәклеген туранан-тура иҫбатлай.
Эш дауам итә
- Кадрҙар менән хәлдәр нисек? Штат тулымы, әллә белгестәргә тағы ла ихтыяж бармы?
- Кадрҙар мәсьәләһе беҙҙең өсөн иң мөһимдәрҙән булып ҡала. Беҙ белгестәр йәлеп итеү буйынса даими эшләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа 7 яңы табип, шул иҫәптән участка терапевы һәм ике тар профилле белгес ҡабул ителде. Шулай ҙа ихтыяж һаман да бар. Тәү сиратта, беҙ табип-гинеколог һәм табип-оториноларинголог (ЛОР) эҙләйбеҙ. Беҙ “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” федераль һәм төбәк программаларында әүҙем ҡатнашабыҙ, хеҙмәт торлағы һәм лайыҡлы эш хаҡы тәҡдим итәбеҙ. Мин ышанам, беҙҙең команда тағы ла көслөрәк буласаҡ.
Мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалмай
- Искәндәр Булат улы, һеҙ кире бәйләнешкә ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Аҙна һайын шәхси ҡабул итеүҙәрҙән тыш, даими рәүештә тура эфирҙар үткәрәһегеҙ. Һеҙгә ниндәй һорауҙар менән йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр, ваҡытында ярҙам итә алыу мөмкинме?
- Халыҡ менән тура диалог – ышаныстың нигеҙе. Һуңғы йылда мин социаль селтәрҙәрҙә 5 тура эфир һәм граждандарҙы аҙна һайын 50 тапҡыр ҡабул итеү үткәрҙем. Был йөҙҙәрсә мөрәжәғәт.
Һорауҙар төрлө: тар белгескә яҙылыуҙан алып, ташламалы дарыуҙар алыуҙа ярҙам һорауҙарға тиклем. Йыш ҡына кешеләр көнкүреш проблемалары менән мөрәжәғәт итә – мәҫәлән, ҡабул итеүҙе оҙаҡ көтөү йәки парковка мәсьәләләре. Минең өсөн иң мөһиме – бер генә мөрәжәғәтте лә яуапһыҙ ҡалдырмау. Һәр факт буйынса беҙ тикшереү үткәрәбеҙ, һәм күпселек осраҡта проблеманы хәл итергә йәки ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулы яуап бирергә өлгәшәбеҙ.
- Поликлиникаға килеүселәрҙең күптәре өсөн көнүҙәк мәсьәлә - автопарковканың юҡлығы. Хәҙер был урында эвакуаторҙың эшләп тороуы менән хәл тағы ла ҡатмарлашты. Был проблема нисек хәл ителә?
- Мин машина хужаларының ризаһыҙлыҡ белдереүен яҡшы аңлайым. Парковка проблемаһы - беҙҙең дауахананың ауыл үҙәгендә урынлашыуы һәм көн һайын меңләгән кеше килгән урыны булыуының туранан-тура һөҙөмтәһе. Эвакуатор эше - тиҙ ярҙам һәм махсус транспорт машиналарының ҡабул итеү бүлегенә ирекле үтеүен тәьмин итеү өсөн мәжбүри сара. Юлды ҡамау кемдеңдер ғүмерен өҙөүе мөмкин. Беҙ хакимиәткә парковка өсөн өҫтәмә ер участкаһы бүлеү тураһында тәҡдим менән сыҡтыҡ һәм район хакимиәте башлығы эштәр күләмен ҡарау өсөн бында шәхсән үҙе килде. Әлегә иһә беҙ водителдәрҙән хәлде аңлап ҡабул итеүен һәм машиналарҙы күрше урамдарҙа рөхсәт ителгән урындарға ҡуйыуҙарын һорайбыҙ. Эвакуация менән бәйле хәл Аэродром урамында дауахана ҡаршыһында йәшәүсе кешенең башланғысы буйынса – ваҡыттың иң ҡыҙыу мәлендә туҡталған машиналар шәхси йорттан сығыу юлын ҡаплаған өсөн барлыҡҡа килде.
Яңы поликлиника буласаҡ
- Күпмелер ваҡыт яңы поликлиника бинаһын төҙөү идеяһы әүҙем тикшерелде. Ул әле лә көнүҙәкме? Дөйөм алғанда, быйылғы һәм яҡын йылдарға пландар тураһында ла әйтеп китмәҫһегеҙме?
- Яңы поликлиника төҙөү идеяһы көнүҙәк кенә түгел, ул 2027 йылға беҙҙең төп стратегик маҡсатыбыҙ булып тора. Проект-смета документтары һуңғы стадияла килешеүҙә.
Быйыл беҙ хирургия корпусын капиталь ремонтлауҙы һәм төп корпус тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереүҙе башлап ебәрергә ниәтләйбеҙ. Яҡын 3-5 йыл эсендә беҙ заманса талаптарға яуап бирерлек яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бинаһын төҙөүҙе башларға иҫәп тотабыҙ: уңайлы көтөү зоналары, сәләмәт һәм сирле кешеләр өсөн айырым урындар, заманса диагностика ҡорамалдары.
Хеҙмәтегеҙ юғары
баһаға лайыҡ!
- Искәндәр Булат улы, һөнәри байрам алдынан айырыуса яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләү һәм бүләкләү ғәҙәти күренеш. Үҙәк район дауаханаһы коллективынан кемдәрҙе билдәләп үтерһегеҙ?
- Беҙҙең коллектив – ысын һөнәрмәндәр командаһы, мин уларҙың һәр береһе менән ғорурланам. Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә араларынан ҡайһы берҙәренең лайыҡлы хеҙмәте иң юғары кимәлдә баһаланасаҡ. Процедура шәфҡәт туташы Рәзилә Ғайса ҡыҙы Хәйбуллина “Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе, участка шәфҡәт туташы Зөлфиә Әүхәҙи ҡыҙы Фәйезова РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы, фельдшер Резида Рафаил ҡыҙы Шәмсетдинова “Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе, фельдшер-лаборант Рәмзиә Фәйзрахман ҡыҙы Афанасьева БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, палата шәфҡәт туташы Рая Зөбәйер ҡыҙы Фәхретдинова РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, процедура шәфҡәт туташы Рәшиҙә Исламбул ҡыҙы Сабитова БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәттәренә лайыҡ булды.
Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәребеҙ күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәте, Советының Маҡтау грамоталарына тәҡдим ителде. Улар беҙҙең ветерандар, уларҙың тәжрибәһе ҡиммәтле һәм ҙур өмөттәр бағлаған йәш белгестәр бар.
- Медицина хеҙмәткәре көнө уңайынан коллегаларығыҙға ниндәй теләктәр еткерәһегеҙ?
- Беренсе сиратта, мин яҡынлашып килгән һөнәри байрам менән беҙҙең бөтә медицина хеҙмәткәрҙәрен: табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы, санитаркаларҙы - беҙҙең ҙур эшебеҙгә бәйле һәр кемде ҡотларға теләйем.
Айырым рәхмәт һүҙҙәрен беҙҙең һаулыҡ һаҡлау ветерандарына еткергем килә. Һеҙ Красноусол дауаханаһының йолаларына ныҡлы нигеҙ һалғанһығыҙ һәм беҙ һеҙҙән өлгө алабыҙ.
Бөтә коллегаларыма ныҡлы һаулыҡ теләйем, сөнки ул - беҙҙең эштә иң мөһим ҡорал. Ғаиләләрегеҙгә именлек, сабырлыҡ, һөнәри уңыштар һәм рәхмәтле пациенттар теләйем. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәр саҡ лайыҡлы баһаланһын!