+13 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
27 Июня , 05:30

Үҙебеҙҙең йәш табиптар

Районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау тармағы - Красноусол үҙәк район дауаханаһы әленән-әле йәш белгестәр менән тулыланып тора.

Үҙебеҙҙең йәш табиптарҮҙебеҙҙең йәш табиптар
Үҙебеҙҙең йәш табиптар

Улар араһында тап Ғафуриҙа тыуып-үҫеп, һөнәргә эйә булғас, тыуған райондарына эшкә ҡайтып, район халҡы һәм балалар һаулығы һағында уяу торған табип-табибәләр, шәфҡәт туташтары бихисап. Хеҙмәт стажы менән бергә һөнәри оҫталыҡҡа ла эйә була улар. Йәштәр көнө уңайынан уларҙың бер нисәүһен билдәләп китәйек: улар 25-31 йәшлек йәштәр: табип-хирургтар Дим Шәйәхмәтов, Тимур Бикмәтов, участка табибә-терапевтары Лиана Зәйнешева, Юлиә Әмерханова, участка табибә-педиатры Элина Абдуллина, табип-психиатр-нарколог Алмаз Йәноҙаҡовтар.
Дауахананың киләсәге – кеше сәләмәтлеге һағында торған йәштәргә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас