

– Азат Мөнир улы, алдағы эпидемиологик миҙгелгә ниндәй фараздар бар? Ул элеккеләренән берәй яғы менән айырыласаҡмы?
– Республикала респиратор инфекциялар менән сирләү буйынса эпидемиологик хәл тотороҡло. Сир осраҡтарының миҙгелгә ярашлы артыуы күҙәтелә. Был өлкәндәрҙең һәм балаларҙың йәйге ялдан һуң үҙ коллективтарына ҡайтыуы, бер-береһе менән тығыҙ аралашыуына бәйле, һөҙөмтәлә вирустарға тиҙ таралыу өсөн уңайлы шарттар тыуа.
Киҙеү миҙгеленең элекке йылдарҙағы кеүек булыуы көтөлә, ниндәйҙер ҡурҡыныс күҙаллауҙар өсөн нигеҙ юҡ. Иң төп айырма – әйләнештәге штамдарҙың үҙгәреүенә бәйле вакциналарҙың бөтә өс компонентының да яңырыуы. 2026-2027 эпидемиология миҙгелендә күҙалланған штамдар: A(H1N1)pdm09 (уны "сусҡа киҙеүе" тибеҙ, сир ауыр ғына үтә, иртә стадияла уҡ өҙлөгөүҙәргә килтереүе бар); A(H3N2), йәғни "гонконг киҙеүе"; В (B/Victoria линияһы) киҙеүе. Бөтә был штамдар ҙа вакцина составына индерелгән. Препараттар етерлек, улар әле үк төбәктәргә ебәрелә.
– Киҙеүҙең иң киҫкен осоро ҡайһы мәлгә күҙаллана?
– Аныҡ датаны әйтеү ауыр. Ғәҙәттәгесә ғинуар-февраль айҙарында булыр тип фаразлайбыҙ. Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова әйтеүенсә, быйылғы ҡышта ғәҙәти булмаған "инфекция һөжүмдәре" көтөлмәй.
– Микст-инфекциялар хәүефе бармы? Киҙеү, COVID-19 һәм башҡа йоғошло вирустарҙың бер мәлдә таралыуы ҡурҡыныс тыуҙырамы?
– Эйе, бер юлы бер нисә төрлө респиратор вирус йоҡтороу хәүефе бар. Бындай микст-инфекция сирҙең ауыр һәм оҙайлы үтеүенә килтерә, өҙлөгөү ихтималлығын арттыра.
– Ә киҙеүгә ҡаршы вакцинаны башҡа төрлө, мәҫәлән, коронавирус-тан прививка менән бергә эшләтергә мөмкинме? Әллә бер прививка быныһынан да, тегенеһенән дә һаҡлаймы?
– Киҙеүҙән һәм COVID-19-ҙан һаҡланыу өсөн икеһенә лә ҡаршы прививка эшләтергә кәрәк. Уларҙы бер көндә яһатырға ла мөмкин, был – Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының рәсми кәңәше. Препараттар тәндең төрлө өлөштәренә индерелә (мәҫәлән, уң һәм һул яурынға). Бер мәлдә яһағандан вакциналарҙың һөҙөмтәлелеге кәмемәй, кире эҙемтәләре артмай.
– Быйыл киҙеү менән ауырып өлгөргәндәргә йәки былтыр вакцина яһатҡандарға прививка кәрәкме?
– Прививканы ике осраҡта ла эшләтергә кәрәк. Сирләгәндән һуң кешелә ул ауырыған штамға ҡаршы ғына һаҡланыу барлыҡҡа килә, ә вакцинала алдағы миҙгелдә тараласаҡ бер нисә вирус антигендары бар. Бынан тыш, йыл һайын вакциналарҙың штамм составы Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы үҙгәреп тора, шуға күрә киҙеүгә ҡаршы вакцинаны йыл һайын яһатырға кәрәк. Был инфекцияға иммунитет тотороҡһоҙ һәм бер йылдан артыҡ һаҡланмай.
– Прививка яһатыу өсөн иң ҡулай ваҡыт?
– Иммунизациянан һуң һаҡланыу шунда уҡ барлыҡҡа килмәй, организмға вирусты танырға һәм антитәнсәләрҙе етерлек күләмдә эшләп "өлгөрөргә" кәрәк. Бының өсөн ике аҙна самаһы ваҡыт китә. Шуға күрә сир тарала башлар алдынан прививка яһатыу бик мөһим, сөнки вирус әүҙем таралған мәлдә иммун системаһы уның менән осрашыуға тулыһынса әҙер була. Вакцинация өсөн иң ҡулай ваҡыт – сентябрь һәм октябрь. Әгәр прививканы һуңыраҡ яһатһаң, вирус әүҙемләшкән мәлдә һаҡланыу тулыһынса формалаша алмауы ихтимал. Ваҡытында вакцинациялау – ул грипп миҙгелен әҙер иммунитет менән ҡаршылау мөмкинлеге. Прививка сир йоҡтороу һәм ауырыуҙың ауыр эҙемтәләре хәүефен һиҙелерлек кәметә.
– Беренсе сиратта кемдәргә прививка яһатырға кәрәк?
– Сир эҙемтәләре буйынса хәүеф төркөмөнә ингәндәргә: алты айлыҡ балалар, йөклө ҡатындар, оло йәштәгеләр, хроник сирлеләр (шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, һимереү, тын алыу ағзалары ауырыуҙары), мәктәп, дауахана, транспорт, хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
– Йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә вакцина хәүефһеҙме?
– Йөклөлөк – киҙеүҙең ауыр ағымы хәүефе факторҙарының береһе. Грипп ауырлы ҡатындарҙа, репродуктив йәштәге йөклө булмаған ҡатындарға ҡарағанда, ауырыраҡ үтә. Өҫтәүенә вирус үҫешкән яралғы өсөн дә хәүефле булыуы мөмкин. Киҙеүҙең киң таралған билдәһе булып биҙгәк һанала, ул сабыйҙың нервы көпшәһендәге дефекттарға һәм башҡа кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шулай уҡ вакцинация баланы тыуғас та киҙеүҙән һаҡларға ярҙам итә ала, сөнки прививка яһатҡан йөклө ҡатындар балаларына трансплацентар рәүештә антитәнсәләр тапшыра һәм улар тәүге бер нисә айҙа сабыйҙы һаҡлай. Имеҙеү осоро күпселек вакциналар өсөн кире күрһәткес түгел, әммә шәхсән ҡараш, файҙа һәм хәүеф нисбәтен ентекле баһалау талап ителә.
– Сирҙе иҫкәртеү өсөн витаминдар йәки иммуномодуляторҙар ҡулланырға кәрәкме? Әллә улар иҫбатланған һөҙөмтәлелеккә эйә түгелме?
– Иммуномодуляторҙарҙың ысынлап та киҙеүҙән һаҡлауына ныҡлы фәнни дәлилдәр юҡ, әммә был уларҙан баш тартырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Бөтә витаминдар ҙа кәрәк, улар иммун системаһы һәм матдәләр алмашыныуы эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Сир йоҡтороуҙы иҫкәртеү маҡсатында баланслы туҡланыу, яҡшы йоҡо (7-8 сәғәттән дә кәм түгел), даими физик әүҙемлек, ҡулдарҙы йыуыу, антисептиктар ҡулланыу, бинаны елләтеү һәм даими еүеш йыйыштырыу, өшөүҙән һәм стрестан һаҡланыу кеүек тәҡдимдәрҙе үтәргә кәрәк.
Витаминдар һәм дөрөҫ туҡланыу – организмға дөйөм ярҙамдың мөһим өлөшө, әммә улар специфик профилактиканы (вакцинацияны) алмаштыра алмай һәм киҙеүҙән һаҡланыуҙы гарантияламай.