+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Июль 2021, 11:44

Ашҡабаҡтан урама

Ҙур булмаған 2 ашҡабаҡҡа (кабачки) 3 йомортҡа, бер услам укроп, 4 ҡалаҡ он, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес (разрыхлитель), тоҙ, борос алына.

Эслек иһә төрлөсә булырға мөмкин: ит фаршы, ваҡлап ҡыҙҙырылған йәшелсәләр, бәшмәк. Әле бәшмәкле эслек тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн: 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 баш һуған, 2 дана кишер, 400 грамм бәшмәк, 50 грамм аҡ май, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тәмләткестәр кәрәк.Эслеккә тигән һуған, бәшмәкте ваҡ итеп турарға, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә. Һуған менән кишерҙе үҫемлек майында ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға ла, туралған бәшмәк менән аҡ майҙы өҫтәп, барыһы әҙер булғансы ҡыҙҙырғас, уттан алып һыуытырға ҡуйырға.Йәймә өсөн ашҡабаҡты эре ҡырғыстан, сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, йәшел үләндәрҙе ваҡ итеп турарға. Ашҡабаҡты, һуты айырылһын өсөн, берәй 10 минутҡа ҡалдырып торорға. Бүленгән һыуын түгеп, һығып алырға. Шуға йомортҡа, йәшел үләндәр, сыр (бер аҙын аҙаҡ биҙәү өсөн ҡалдырырға), он, ҡамыр күперткес, тоҙ-борос (үҙегеҙ теләгән тәмләткестәр) һалып, болғарға. Килеп сыҡҡан массаны пергамент ҡағыҙ (майлап) түшәлгән мейес табаһына тигеҙләп йәйеп, 180 градус эҫелектәге духовкаға 20 - 25 минутҡа ултыртырға.  Алтынһыу төҫкә керһә, бешкән була. Мейестән алғас, әҙер эслекте һылап, урама итеп төрәбеҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡты һөртөп, алып ҡалынған ваҡланған сырҙы һибәбеҙ ҙә, 5-7 минутҡа эҫе духовкаға ҡуйып алабыҙ. Һыуынғас, матурлап киҫеп, табынға бирәбеҙ.Ашығыҙ тәмле булһын!

Авторҙар:Гульдар КинзябаҽваАльфия Валиева
Читайте нас: