"Һуңғы йылдарҙа Асылыкүл ныҡлы һайыға бара. Был хәлде туҡтатмаһаҡ, Башҡортостандың иң ҙур күленән яҙыуыбыҙ бар. Асылыкүлдән ағып сығыусы тәбиғи инештәр юҡ, күл бары күп һанлы шишмәләрҙән генә туйына. Уларҙың күбеһен ләм баҫҡанлыҡтан, күлгә саф һыу килеү кәмегән. Асылыкүлгә Шарлама йылғаһы һыуы ла килеп етә алмай", - ти Халыҡ фронтының республикалағы тематик майҙансығы модераторы Морат Шафиҡов.
Инвентарлаштырыу күрһәтеүенсә, күп шишмәләрҙе ләм баҫып, һыуы өҫкә сыға алмай. Күп шишмәләрҙең күлгә килеүсе тәбиғи йырҙаһы боҙолған, бының сәбәбе – тыйылған булыуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы малдарын Асылыкүл буйында контролһеҙ көтөү.
"Бөтәһе 15 шишмәне ҡарап сыҡтыҡ, барыһын да ныҡлы төҙөкләндерергә кәрәк. Барыһының геолокацияһын билдәләп, мөмкин ҡәҙәр таҙарттыҡ. Ҡыҫҡаһы, шишмәләрҙе инвентарлаштырыу Асылыкүлдең һайығыуы мәсьәләһе буйынса ғилми йәмәғәтселек һәм экологтар башҡараһы тикшеренеү эштәренең бер өлөшөнә әйләнергә тейеш", - тип билдәләне Шафиҡов.