+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Август 2021, 12:30

В.Смирнов – билдәле банктың “йөҙө”

Игенйылға ауылынан фермер Виталий Смирнов Ватаныбыҙ аҙыҡ-түлек етештереүселәрен популярлаштырыуға арнап “Россельхозбанк” уҙғарған кампанияла ҡатнаша.

В.Смирнов – билдәле банктың “йөҙө”
В.Смирнов – билдәле банктың “йөҙө”

Телевидение аша бығаса ресторан тотоусы Аркадий Новиков, аш-һыу әҙерләүгә арналған телешоу алып барыусы Юлия Высоцкая кеүек билдәле кешеләр ҡатнашҡан видеороликтарҙы күптәр күргәндер инде. Хәҙер уларға фермерҙар, артистар, яҙыусылар, спортсылар, блогерҙар – төрлө һөнәр кешеләре лә ҡушылды. Улар барыһы ла Рәсәйҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең юғары сифатлы икәнен күрһәтеү һәм аграрийҙар хеҙмәтен популярлаштырыу теләге менән яна. Бындай кешеләр араһында райондашыбыҙ, “Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығы етәксеһе Виталий Смирнов та бар.
“Мин үҙ эшем, үҙ фермам менән ғорурланам. Ферма бында экзотик йәнлектәр тотолоуы менән генә үҙенсәлекле түгел, ул республикала иң ҙур контактлы зоопарк та булып тора, - ти В.Смирнов. - Мин төбәгебеҙҙә агротуризм үҫешеүен, беҙгә Башҡортостан кешеләре генә түгел, башҡа төбәктәрҙән дә турис-тар килеүен ихлас теләйем. Шуға ла беҙ бында ҡунаҡхана бизнесын да үҫтерергә, ял өсөн өйҙәр төҙөргә уйлайбыҙ. Фермер хеҙмәте еңел түгел, әммә ул бик кәрәкле. “Россельхозбанк”та ла, миндәге һымаҡ, ауыл хужалығына ҡарата ихтирам, уны алға ебәреү теләген күрәм”, - ти фермер.

В.Смирнов – билдәле банктың “йөҙө”
В.Смирнов – билдәле банктың “йөҙө”
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: