+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Июль 2022, 15:10

Йәйләүҙә

Йылдың-йылы Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһындағы һыйыр малдарының бер өлөшө, йәғни таналар Ноябревка (Сапар) ауылы янындағы, ә һауын һыйырҙары Егән йылғаһы буйындағы Урал ауылы йәнәшәһендәге йәйге лагерға күсерелә. Фермала 6 айлыҡ (95 баш) быҙауҙар ғына ҡалған. Уларҙы Флүр Уразаев менән Рәмил Мөхәмәтйәнов тәрбиәләй.

Йәйләүҙә
Йәйләүҙә

Малҡайҙар иркен көтөүлектә көнө буйына кинәнеп һутлы йәшел үлән ашап, йылғанан һыу эсеп, кисләтеп кенә кардаларға ҡайта. Таналарҙы Рәмил Шәрипов менән Рәжәп Нафиҡов, һауын һыйырҙарын иһә Рифат Мусин менән Сергей Романов көтә. Беҙ йәйге лагерҙа булғанда, малҡайҙарҙы көтөүселәрҙең тәүгеһе көтөп йөрөй ине. Ике һауынсы: ферма ветераны Әминә Мусина менән Земфира Мансурова эшләй.
Һәр һыйырҙан көндәлек һауым 750 килограмм, ҡуйылығы 3,5-3,8% тәшкил итә. Һауынсылар һөттө һауғас, 2 тонна һыйҙырышлы һыуытыу ҡоролмаһында туплайҙар. Бында тейешле температураға еткерелеп, һыуытылған һөт ҡабул итеү пунктына оҙатыла. Альбина менән Рөстәм Ибраһимовтарҙың Еҙем-Ҡаран һөт ҡабул итеү пункты автомашинаһы килеп ала.
Һөттөң сифатына ла ҙур иғтибар бирелә. Бының өсөн ай һайын Толбазылағы лабораторияға анализға ебәрәләр. Ә малдарҙың сәләмәтлеген ветеринар хеҙмәткәр Рәсүл Йәрмөхәмәтов күҙәтә, планлы прививкалар, уколдар һала һәм профилактик тикшереүҙәр уҙғара.
Ферма бинаһында тиреҫ түгеү транспортёрын ремонтлағандар. Үҙ көстәре менән кардала һәм малдар торған урындарҙа башҡа эштәр башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта мал аҙығы әҙерләү эштәре лә дәррәү бара: люцерна сабып, төргәкләйҙәр. Артабан сенаж һалыу күҙ уңында тотола.
Ферманың тракторында һөтсөлөк фермаһы мөдире Рәйес Исламғолов үҙе эшләй: бесән йәки һалам төргәктәрен ташый, биналарҙы тиреҫтән таҙарта.
- Эш хаҡы менән хәлдәр нисек? – тип ҡыҙыҡһындыҡ беҙ мөдирҙән.
- Ай һайын түләйҙәр, - тип яуапланы ул.
Быныһы инде иң мөһиме, эшкә дәрт өҫтәй. Эшегеҙ уң булһын, малсылар!

Йәйләүҙә
Йәйләүҙә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: