-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Ғинуар 2023, 14:15

Башҡортостанда эшҡыуарҙар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе 5 йылға ҡуртымға алырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһында «Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында» федераль законға үҙгәрештәр көсөнә инде. Закон яңы статья менән тулыландырылды. 

Башҡортостанда эшҡыуарҙар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе 5 йылға ҡуртымға алырға мөмкин
Башҡортостанда эшҡыуарҙар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе 5 йылға ҡуртымға алырға мөмкин

Хәҙер крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларын сауҙалашыуһыҙ 5 йылға ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә. - Хужалыҡ итеүҙең кесе формалары Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһын етештереүҙә ҙур роль уйнай. 2012 йылдан алып республикала фермер хужалыҡтарының иҫәбе 1,8 тапҡырға артҡан, ә уларҙың тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙәге өлөшө - 3 тапҡырҙан ашыуға (5,8% -тан 18 процентҡа тиклем), - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Ер ҡануниәтендәге үҙгәрештәр республикала фермерлыҡты артабан үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаясаҡ. Ерҙе сауҙаһыҙ ҡуртымға алыу мөмкинлеге үҙ хужалығын әүҙем үҫтергән фермерҙарға бурысты ярайһы уҡ еңеләйтә.

-Бындай үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты - ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәр өсөн дәүләт йәки муниципаль милектә булған ер участкаларын биргәндә льготалы шарттар булдырыу. Шулай итеп, фермерҙар ерҙе ябайлаштырылған тәртиптә алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, - тип билдәләне ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев. Шул уҡ ваҡытта бындай ер участкаһының маҡсатлы тәғәйенләнешен үҙгәртеүҙе тыйыу, участканы өсөнсө кешегә, шул иҫәптән хакимиәт башлығына, залогҡа биреүҙе, уны хужалыҡ ширҡәтенең йәки йәмғиәттең устав капиталына вклад, йәки етештереү кооперативына пай взносы сифатында индереүҙе тыйыу билдәләнә.

Башҡортостанда эшҡыуарҙар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе 5 йылға ҡуртымға алырға мөмкин
Башҡортостанда эшҡыуарҙар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе 5 йылға ҡуртымға алырға мөмкин
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: