Хужалыҡта Байымбәт һәм Берёзовка һөтсөлөк фермалары эшләп килә. Тәүгеһендә – 337, һуңғыһында 221 баш һыйыр малы аҫрала, бында шулай уҡ 47 баш ат та бар.
Байымбәт һөтсөлөк фермаһына Ғәзим Мөхәрмәтов етәкселек итә. Һауынсылар Айгөл Аллабирҙина менән Розалия Ғәбдиева ауылдың үҙенән, ә Зилара Костина (Яҡупова) менән Әлфиә Садиҡова Бурлынан йөрөп эшләй, малсылар Мөхәмәт Үзбәков, Азамат Шәрипов, Флүр Ишбулдин, Айгиз Фәтҡуллин һыйырҙарҙы, Раил Мусин быҙауҙарҙы тәрбиәләй. Өс төркөмдә һәр һауынсыға дүрт тиҫтәнән ашыу һыйыр һауырға тура килә. Дөйөм алғанда йыл башынан ферма буйынса бөтәһе 36378 центнер һөт етештерелгән. Һыйырҙарҙың быҙаулау осоро бара, алты айға тиклемге быҙауҙарҙың һаны – 35, бер айға тиклемгеләре 39 баш иҫәпләнә.
Мал ҡышлатыу осорона етди әҙерләнгәндәр. Мал аҙығы етерлек күләмдә: төргәкле бесән (дөйөм 1400 центнер) һәм һалам (3 мең ц) ферма ихатаһына ташып өйөп ҡуйылған. Траншеяларға 15750 центнер силос, 33870 центнер сенаж һалынған.
Берёзовка һөтсөлөк фермаһында ла эшлек-ле һәм берҙәм коллектив тупланған. Ферма мөдире булып икенсе йыл инде Виктория Ғилманова эшләй. Үҙе етәкләгән коллектив һәм эшмәкәрлектәре хаҡында ихласлап таныштырҙы. Һөтсөлөк фермаһында Фәхретдиновтар һәм Лепенколарҙың һауынсы-малсыларҙан торған ғаилә подряды уңышлы эшләй. Ирле-ҡатынлы эшләүселәр ҙә бар. Дүрт төркөмдә шунса уҡ һауынсы: тәжрибәле һәм үҙ эшенең оҫталары булып торған Наталья Фәхретдинова менән Вәсилә Хажимөхәмәтова, йәштәрҙән Елена Лепенко, Елена Кострюкова эшләй. Малсылар Наил Хажимөхәмәтов, Саша Лепенко, Руслан Фәхретдинов, Игорь Иванов (ғаиләһе менән Өфөнән күсеп килгән) малдарҙы тәрбиәләй, һауыу системаларын (12 дана) оператор Андрей Лепенко, тиреҫ сығарыу транспортёрын Анатолий Вакуленко хеҙмәтләндерә. Биш тиҫтәгә яҡын аттарҙы ҡарау Венер Фәхретдинов иңендә.
Һыйырҙың һөтө – телендә, тигән хәҡиҡәтте яҡшы аңлап эш итәләр бында. Шуға ла Байымбәттәге кеүек үк мал аҙығы етерлек тупланған.