+28 °С
Болотло
Антитеррор
Ауыл хужалығы
26 Ноябрь 2024, 04:05

Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ бар

Йылдың-йылы баҫыуҙарҙа тир түгеп үҫтерелгән уңыш йыйып алынғас, ауыл хужалығы эшсәндәрен хөрмәтләү, уларҙың хеҙмәтен баһалау ойошторола. Матур йолаға тоғро ҡалып, быйыл районыбыҙҙың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын 26 ноябрҙә билдәләй. Байрам алдынан иһә тотош йыллыҡ эшмәкәрлеккә анализ яһала, өлгәшелгән уңыштар барлана, киләсәккә пландар ҡорола. Ошо уңайҙан “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы директоры Илдар ИҘРИСОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ барКүрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ бар
Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ бар

Һауа торошона ҡарамаҫтан

- Илдар Фәрит улы, һеҙгә традицион һорау: үтеп барған ауыл хужалығы йылын нисек баһалайһығыҙ? Уңыштарҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
- Быйыл ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн йыл еңелдән булманы, һауа торошо ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, алдарына ҡуйылған бурыстарҙы үтәп сығыуға өлгәштелар, тип әйтергә кәрәк. Дөйөм тырышлыҡ менән быйыл районда барлығы 10 меңдән ашыу гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерелде. Шуның 2754 гектары ужым культуралары ине. Иген культураларынан 18782 тонна уңыш йыйып алыуға өлгәшелде. Гектар ҡеүәте уртаса 21,3 центнер тәшкил итте.
Ялансылыҡ тармағында иҡтисади йәһәттән иң табышлы культура булған 2269 гектар майҙанды биләгән шәкәр сөгөлдөрөнөң 2044 гектарында тамырҙар ҡаҙып алынып, 114225 тонна тәшкил итте, шуның 15781 тоннаһы “Раевка” шәкәр заводы ЯСЙ-енә тапшырылды, һәр гектар уртаса 558 центнер төшөм бирә. Был килемле культураға “Сатурн”, “ШЭ Г.М.Тахтаров”, “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е, “ШЭ Р.В.Рәжәпов” , “ШЭ Р.В.Мөьминов” хужалыҡтары өҫтөнлөк бирә.
Киләһе йыл уңышын хәстәрләп, районыбыҙ хужалыҡтарында 3506 гектар майҙанда ужым культураларын сәсеү тамамланды. Шуның 3350 гектары ужым бойҙайы булһа, ҡалғанын арыш (70 га) һәм третикале (86 га) тәшкил итә. 1053 тонна орлоҡ һалынды, шул иҫәптән 50 тоннаһы элиталы. 15500 гектар (100%) майҙанда баҫыуҙар туңға һөрөлдө.
- Районда тағы ла ниндәй культураларға өҫтөнлөк бирелә?
- Иген культуралары һәм шәкәр сөгөлдөрө менән бер рәттән көнбағыш үҫтереү ҙә иғтибар үҙәгендә. Ул 3797 гектар майҙанды биләй, шуның 3148 гектарында (дөйөм майҙандың 83%) эштәр теүәлләнде. Был юғары килем килтергән майлы культуранан 6628 тонна уңыш йыйып алынып, уртаса гектар ҡеүәте 21,0 центнер тәшкил итә. 915 гектар майҙанды биләгән рапстан 1132 тонна уңыш йыйып алынып, гектар ҡеүәте 12,3 центнер, 725 гектарҙа үҫтерелгән етендән - 580 тонна (һәр гектарҙан уртаса 8 центнер), 1026 гектарҙағы соянан 1 931,5 тонна уңыш алынды, һәр гектар 18,8 центнер төшөм бирҙе.

Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ

- Ауыл хужалығында малсылыҡ тармағы йыл әйләнәһенә килем алыу сығанағы булып тора. Мал аҙығы әҙерләү һәм малсылыҡ тармағындағы хәл-торош тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Малсылыҡ тармағына килгәндә, ағымдағы йылдың 1 ноябренә ҡарата районда барлыҡ төр хужалыҡтарҙа 14092 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 3546 башы - ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, шуның 6482 башы - һауын һыйыры (шул иҫәптән 2062 башы КФХ һәм АХП-ларҙа) иҫәпләнә. 3380 баш ат, 463 баш сусҡа, 12117 баш һарыҡ-кәзәләр, 295 мең 657 баш ҡош, 14225 баш умарта күсе бар.
Тотош район буйынса ғинуар-октябрҙә 270847 центнер һөт, шуның 46232 центнеры ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, 39621 центнер һыйыр һәм ҡош ите, 36007 центнеры КФХ һәм АХП-ларҙа, 44112 дана йомортҡа етештерелде. Һәр һыйырҙан 3220 килограмм һөт һауыла.
Районда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу буйынса ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары әүҙем үҫеш алды.
Мал аҙығы культуралары 7180 гектар, шул иҫәптән 3000 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр, бер йыллыҡтары – 150 га, силосҡа 230 гектарҙа үҫтерелде. Мал аҙығы әҙерләүгә килгәндә, барлығы 22370 тонна бесән, 1350 тонна сенаж, 5060 тонна силос, 2240 тонна һалам тупланды. Шартлы мал башына иҫәпләгәндә уртаса 30,87 (план 28,67 ц аҙыҡ берәмеге) центнер мал аҙығы әҙерләнде.

Техника паркы яңыртыла

- Илдар Фәрит улы, хужалыҡтарҙың техника паркы тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китмәҫһегеҙме? Ауыл хужалығында техникаһыҙ бер нимә лә эшләп булмай бит.
- Дөрөҫ, техникаһыҙ баҫыу эштәрен эҙмә-эҙлекле һәм сифатлы итеп атҡарыу мөмкин түгел. Шуныһы һөйөнөслө, хужалыҡтар бер урында торма-йынса, заманса технологияларҙы үҫтереү өҫтөндә эшләргә, йәғни әленән-әле республика бюджеты иҫәбенә льготалы кредит, лизинг һәм субсидиялар программаһы буйынса яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алырға ынтылалар. 2024 йылдың 10 айын-
да 260 миллиондан ашыу суммаға техника һатып алынды. Ошо арауыҡта 8 берәмек трактор, 4 берәмек – иген урыу комбайны, бер берәмек шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу комбайны, ике берәмек үҙйөрөшлө һиптергес, бер берәмек стерневой сәсеү комплексы, шулай уҡ башҡа төрлө техника һәм ҡорамалдар һатып алынды. Барлыҡ техника хужалыҡтарҙың үҙ аҡсаларына һатып алына. Техника яңыртыу буйынса лидерҙар булып “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е, “Урожай” КХ ЯСЙ-е, “Сатурн” КХ-һы, “ШЭ КФХ башлығы Р.В.Мөьминов” һәм башҡалар тора. Был хужалыҡтарҙа иген таҙартыу-киптереү комплексы, бойҙай һаҡлау өсөн ангар һәм үлсәгес бинаһы модернизацияланды.

Алдынғылар ҙа етерлек

- Һөнәри байрамды билдәләгәндә, асылда уңыштарҙы барлап, теге йәки был тармаҡта тырышып, ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәт алдынғылары хаҡында ла әйтергә кәрәктер.
- Ауыл хужалығында ергә ерегеп, ер эшен яратҡан, ауылды үҙ иткән, егәрле, тырыш, сыҙам кешеләр генә эшләй алыуы бер кемгә лә сер түгел. Әлбиттә, ирешелгән бөтә уңыштар артында иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә алһыҙ-ялһыҙ баҫыуҙарҙа, фермаларҙа тир түккән механизаторҙарҙың, малсыларҙың, һауынсыларҙың тос хеҙмәте ята, уларҙың һәр береһе оло ихтирамға лайыҡ. Һәр тармаҡтың үҙ алдынғылары булған кеүек, беҙҙә лә етерлек улар. Алдынғылар байрам сараһында төрлө кимәлдәге наг-радалар менән бүләкләнәсәк. Ә бына Өфөлә 1 ноябрҙә рес-
публика Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы байрам сараһында оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләгән шәхси эшҡыуар, КФХ башлығы Риф Вәкил улы Мөьминовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде, ошондай уҡ исемгә район ветстанцияһының эпизоотияға ҡаршы бүлектең баш ветеринар табибы Елена Олеговна Новикова ла лайыҡ булды, “Восход-СТ” АП ЯСЙ-енең генераль директоры Руслан Зәки улы Бакиров Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ауыл хужалығы эшсәндәрен, эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрам – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым. Баҫыуҙарҙа иген үҫтереүсе изге һөнәр эйәләре, малсылыҡ тармағында ит-һөт етештереп, илде туйындырыусы ауыл хужалығы эшсәндәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған яҡты көндәр, ғаилә именлеге, бәхет, аяҙ күк йөҙө теләйем. Барығыҙҙы ла байрам менән!
- Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Илдар Фәрит улы. Байрам мөбәрәк булһын!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас