Был юғары исемгә тулы кимәлендә лайыҡ ул, йәнтөйәгендә төпләнеп, тыуған районында ауыл хужалығын үҫтереүгә бар көсөн һалған шәхес. Атайҙан күргән – уҡ юнған тигәндәй, мәктәп йылдарынан атаһы – Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Ленин исемендәге колхоздың данлыҡлы кукуруз үҫтереүсеһе кукуруздан юғары уңыш үҫтереп алғаны өсөн өс тапҡыр БАССР чемпионы исеменә лайыҡ булған, 40 йылдан ашыу ғүмерен механизатор һөнәренә бағышлаған Вәкил Хәлил улы Мөьминов менән бергә тракторҙа баҫыуҙарҙы иңләп-буйлап йөрөп, ергә ерегеп буй еткерә. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Яңғыҙҡайын ауылы егете күп уйлап тормай, Ленин исемендәге колхоз йүнәлтмәһе буйынса Бәләбәй совхоз-техникумына юлланып, техник-механик һөнәренә уҡый башлай. Ҡораллы Көстәр сафына саҡырылып, Свердловск өлкәһе хәрби частарының береһендә ил алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Һәм уҡыуын дауам итеп, 1989 йылда техник-механик дипломлы йәш белгес тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Хеҙмәт юлын тыуған Ленин исемендәге колхозда башлай һәм атаһы уға “КСК-100” мал аҙығы әҙерләү комбайнында эшләргә тәҡдим итә.
Артабан Риф Мөьминовты етәкселек автомеханик итеп тәғәйенләй, был вазифала 1993 йылға тиклем эшләй. Ошо йылдарҙа фермерлыҡ хәрәкәте башлана һәм ул үҙ эшен асыу уйы менән янып, “Зенит” крәҫтиән-фермер хужалығын асыуға өлгәшә. Уға 54 гектар ер бүлеп бирелә, тәүге йылда 7 гектарында - шәкәр сөгөлдөрө, ҡалғанында иген культуралары сәсә. Баҫыуҙарҙы иҫке “ДТ-75” тракторын йүнәтеп алып эшкәртәләр, һуңынан кредитҡа “МТЗ-80” тракторы, “Нива” комбайны һатып алына. Һөрөнтө ер майҙандары ла арта барған һайын ер эшкәртеү, уңыш йыйыу техникаһының да ҡеүәтлерәген һатып алалар.
2014 йылда Ленин исемендәге колхоз рәйесе Марат Мөстәҡимов пенсияға сыҡҡас, хужалыҡ менән етәкселек итеүҙе Риф Мөьминовҡа тапшыралар. Тиҫтә йыл инде Риф Вәкил улы колхоздың бөтөүенә юл ҡуймай, ике хужалыҡҡа уңышлы етәкселек итә. Берләштерелгән хужалыҡта эштәр көйлө бара. Әммә быйылғы һауа шарттарына ярашлы, үҫтерелгән уңыш зыян күреүенә генә көйөнә етәксе.
- 31 йыл эшләү дәүеремдә быйылғы йәй кеүек һауа торошон күргән булманы. 40 көн дауамында барған ямғырҙар шытымдарҙың бер өлөшөн йыуҙы, ҡайһы бер участкаларҙа тупраҡты йыуҙы, шытымдарҙың бер өлөшө һыуҙа ҡалды. Һөҙөмтәлә 50 гектар самаһы шәкәр сөгөлдөрөн юғалттыҡ, әле уны ҡаҙыу бара. 100 гектарҙа ҡаҙып алаһы бар, ҡаҙып алынғанынан бер тонна ла шәкәр заводына оҙатылманы әле.
Дауыллы ямғырҙарҙан һуң 320 гектарҙа сәселгән борсаҡтың 170 гектарында ғына уңыш йыя алдыҡ, ә 150 гектар юҡҡа сыҡты. Ужым бойҙайы менән дә ошондай уҡ хәл. Шытымдарына ҡарағанда, яҡшыраҡ уңыш көтөлә ине. Ә бына 580 гектарҙы биләгән көнбағыш өмөттәрҙе аҡланы, уның гектар ҡеүәте 25 центнер (киптергәндән һәм таҙартҡандан һуң) тәшкил итте. Мал аҙығы өсөн сәселгән кукуруз да (170 га) һәйбәт. 40 гектарҙан уңыш йыйып алынды, уртаса уңышы гектарынан 70 центнер булыр тип көтөлә, әлегә һыулы булыу сәбәпле, эште туҡтатып торҙоҡ, - тип уртаҡлашты хужалыҡтағы эштәр барышы менән Риф Вәкил улы.
Уны йыйыу өсөн махсус урғыс һатып алғандар. Һуңғы 2-3 йылдағы һатып алынған техникаларҙан ер эшкәртеүҙең ҡатнаш комплексын билдәләргә мөмкин, иген һәм көнбағыш сәсеү комплексы (6 метр киңлектә), ике берәмек ҡеүәтле “ZoomLion” тракторы, тупраҡ эшкәртеүсе дискылы тырма һәм башҡалар.
Һәм быларҙың барыһы ла эшкә йәлеп ителгән, сөнки хужалыҡтағы эшкәртелгән дөйөм ер майҙандары 31 йыл арауығында 3500 гектарға тиклем еткән. Киләһе йыл уңышын да хәстәрләп, 357 гектарҙа ужым бойҙайы сәскәндәр, йыл да 200-300 гектар тирәһе ерҙе парға ҡалдыралар. Һәр ҡайҙағыса, эшсе ҡулдарҙың етешмәүе генә борсой етәксене.
Риф Вәкил улының һәр яҡлап ярҙамсылары – 35 йыл бергә ғүмер кисергән ҡатыны Резеда Рәүеф ҡыҙы һәм һөнәре бу-йынса агроном, атаһының төп ярҙамсыһы - уң ҡулы булып хужалыҡта эшләп йөрөгән улдары Денис. Туғай ауылы ҡыҙы Резеда 1988 йылда Өфө кооператив техникумын тамамлап, Яңғыҙҡайын сельпоһында бухгалтер булып эш башлап, артабан ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгән, эше менән бер рәттән БР мәҙәниәт техникумының режиссёрлыҡ бүлеген педагог-ойоштороусы булып уңышлы тамамлаған. Мәҙәниәттә ике тиҫтә йылға яҡын эшләгәс, эшен ҡалдырып, быйыл яҙ хужалыҡҡа иренә ярҙамға килеп, хәҙер улар бергә дөйөм бер эш башҡара. Денис Башҡорт дәүләт аграр университетында агроном һөнәренә эйә булғас, олатаһы менән атаһы юлын дауам итеп, тыуған хужалығына әйләнеп ҡайтҡан.
Риф Вәкил улы үҙенең ярҙамсылары тип тағы ла тырышлыҡ һалып эшләүсе баш бухгалтерҙарҙы атай: “ШЭ КФХ башлығы Р.В.Мөьминов” хужалығыныҡы - Зинира Әнүәр ҡыҙы Заһиҙуллина һәм Ленин исемендәге колхоздыҡы - Лилиә Әмирхан ҡыҙы Сөләймәнова.
Мөьминовтарҙың улдары кесеһе булһа, өлкәне – ҡыҙҙары Регина ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлағандан һуң, бында эшкә ҡалған. Тормош иптәше Руслан Мөстәҡимов менән ике ул – Арсен (5 йәш) менән Арсланды (2,5 йәш) тәрбиәләп үҫтерәләр.
Риф Мөьминовтың күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө кимәлдә баһалана. Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ.Рәхимов ҡулынан алған БР-ҙың Рәхмәт хаты, БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы, “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе һәм ра-йон Советының, хакимиәтенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау грамоталары шул хаҡта һөйләй. Булдыҡлы етәксегә “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме тап ергә һәм йәнтөйәгенә ерегеп эшләүенә лайыҡлы ҙур баһа булды. Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!