-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Ғинуар , 10:05

Ҙур шатлыҡ булды

26 декабрҙә районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле, киң күңелле, эшсән кешеләр йәшәгән, “Айыҡ ауыл – 2024” конкурсының муниципаль этабында 1-се урын яулаған Ташбүкән ауылында ремонттан һуң мәҙәниәт йортон тантаналы асыу булды.

Ҙур шатлыҡ булды
Ҙур шатлыҡ булды

Был шатлыҡлы сарала район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов һәм район хакимиәте, мәҙәниәт һарайы белгестәре, ауыл, күрше-тирә ауылдар халҡы ҡатнашты.
Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы барыһы өсөн күптән көтөлгән байрамға әүерелде. Башта килгән ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йорто алдында йыр-моң аҫтында, сәк-сәк, ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп ҡаршы алдылар. Артабан ошо сараның яуаплы кешеһе – фонд директоры Роза Кәримова мәҙәниәт йорто алдына ҡуйылған ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғын был сараның хөрмәтле кешеләре Фуат Зәки улына, Фаил Һәҙиәт улына, Илдар Мөғәттәр улына тапшырҙы. Бына, яңыртылған мәҙәниәт йортона ҡыҙыл таҫма киҫелеп, барыһы ла мәҙәниәт йорто эсенә үтте. Мәҙәниәт усағы яңы төҫ алған, бөтә ере балҡып тора, буяу еҫтәре лә бөтмәгән.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда һәм Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү Президент фондының гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе “Роза һәм Ко” фондының “Ауыл мәҙәниәт йортона – яңы тормош!” проектының еңеүе ауылда йәшәүсе һәр кем өсөн көтөп алынған ҙур шатлыҡ булғандыр. Был проект нигеҙендә август айында ауылда Шәжәрә байрамы ла уҙғарылды. Ошо проект ярҙамында 1 миллион 172 мең һум аҡсаға тышҡа сәхнә, аппаратура, 10 пар ситек (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттарға), ир-аттарға 6 пар милли кейем, төҫлө принтер, фотоаппарат, ике гармун, бер баян, сәхнәгә 75 меңлек шаршау алғандар. Подрядсылар ярҙамы менән ремонт эштәре башҡарылған. Төптәрәк китапхана урынлашҡан, эргәһендәге бүлмәлә бай материалдар һаҡлаған музей ҙа булыуы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тырышлығын, уларҙың киләсәкте уйлап эш итеүҙәрен күрһәтеп тора. Ошо барлыҡ эштәрҙең башында тороусы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотовтың тырышлығы ла маҡтауға лайыҡ.
Тантаналы сара ауыл һәүәҫкәре Рауил Мөлөков башҡарыуында “Ташбүкәнем” йыры менән башланды.
Артабан район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев сығышы яһап: “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда Ташбүкән ауыл биләмәһе туғыҙ йыл ҡатнашып, дүрт проект менән еңеү яуланы. Ә быйыл ошо элекке мәктәп бинаһына ремонт, реконструкция эшләнеп, бына мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Ошо программаларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға, уның ойоштороусыларына рәхмәт. Был мәҙәниәт йортонда матур итеп байрамдар, йыйылыштар уҙғарырға, артабан да яңы уй-маҡсаттар менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып торорға яҙһын”, - тине һәм “Роза һәм Ко” фондының директоры Роза Кәримоваға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын, ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотовҡа, подрядсы С.О.Мартиросянға, кураторҙары булған район хакимиәтенең финанс бүлегенә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов сығыш яһап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында ошондай төпкөл башҡорт ауылдарын йәнләндереү, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу тураһында әйтелеүен һөйләп, һуңғы ун йыл эсендә Ташбүкән ауылына һыу, газ үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап үтте.
- Бөгөн Ташбүкән ауыл биләмәһе халҡы өсөн шатлыҡлы көн. Ауылымда шундай мәҙәни усаҡ асылыуға һәм үҙемдең өлөшөмдө индерә алыуға һөйөнәм. Беҙҙең Ташбүкән - бай тарихы булған ауыл. Һуңғы йылдарҙа ауылда социаль өлкәлә ҙур эштәр башҡарылды. Был эштәрҙә ярҙам иткән район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Рәшит ҡыҙына, Фуат Зәки улына, ауыл халҡына ҙур рәхмәт. Йыл һайын ниндәй ҙә булһа проект менән ҡатнашабыҙ. Бына әлеге еңеүебеҙгә алынған өр-яңы аппаратура, сәхнә кейемдәрен үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ. Киләсәктә лә шулай берҙәм булып, еңеүҙәр яулап йәшәргә яҙһын, - тине ауыл биләмәһе башлығы Илдар Мөғәттәр улы һәм ошо эштәрҙә ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм кешеләрҙе Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
- Президент фондының гранттар конкурсында еңеүебеҙгә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Беҙҙең ауыл бәләкәй генә булһа ла, берҙәм. Ауыл мәҙәниәт йорто ҙур үҙгәреш кисерҙе, тиһәң дә була, бөтә кәрәк-яраҡ әйберҙәр алынды. Эш өсөн бөтә нәмә бар. Ошо көндән алып был урын барлыҡ ауыл халҡын берләштереү, мәҙәниәт усаҡтарын гөрләтеү урыны буласаҡ. Форсаттан файҙаланып, коммерцияға ҡарамаған Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе “Роза һәм Ко” фондының директоры булараҡ, “Ауыл мәҙәниәт йортона – яңы тормош!” исемле проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән ауылдаштарға рәхмәт әйтәм”, - тине фонд директоры Роза Шәһиҙулла ҡыҙы һәм бер төркөм кешеләргә фондтың Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Һуңынан ауыл халҡына бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде. Залдағылар ауыл ҡатын-ҡыҙҙары вокал ансамбленең, Гөлназ Суфиянованың, Зоя Кәримованың, Резеда Фәйзуллинаның, Роза Кәримованың йырҙарын, Ғәли, Илдар Ҡотовтарҙың, Наил Вәлиевтың, Әнүр Нәбиуллиндың гармун моңдарын, Илшат Ҡотовтың бейеүен көслө алҡыштарға күмде.
“Мәҙәниәт - ул ысынлап та тормошобоҙҙоң нигеҙе”, - тигәйне үҙенең бер сығышында республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров. Эйе, тормошобоҙҙоң нигеҙе һүнмәһен, киләсәктә лә ошондай конкурстарҙа еңеүҙәргә өлгәшеп, мәҙәниәт усаҡтарын гөрләтеп йәшәргә яҙһын. Йылы, уңайлы мәҙәниәт усағы ауыл халҡының яратҡан ял итеү урыны булһын һәм яңы офоҡтар, яңы һәләттәр асылһын.

Ҙур шатлыҡ булды
Ҙур шатлыҡ булды
Ҙур шатлыҡ булды
Ҙур шатлыҡ булды
Ҙур шатлыҡ булды
Ҙур шатлыҡ булды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: