Уның эшендә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, БР “Умартасылыҡ һәм апитерапия” үҙәгенең умартасылыҡ буйынса Дәүләт күҙәтеүенең фәнни тикшеренеүҙәр бүлеге начальнигы Руслан Николаевич Ҡәйепҡолов, “Бөтә Рәсәй хайуандарҙы яҡлау ғилми-тикшеренеү институты” ФДБУ-ның Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары Ришат Фәрит улы Ҡотломатов, район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” начальнигы Илдар Фәрит улы Иҙрисов, Ғафури урмансылығы начальнигы Әнәс Әхәт улы Сәйфуллин һәм районыбыҙ ауылдары умартасылары ҡатнашты.
Иң тәүҙә Ғафури районы мәғлүмәт-консультация үҙәге начальнигы Илдар Иҙрисов залда ултырыусыларҙы сәләмләп, райондағы умартасылыҡ йүнәлеше менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
- Ғафури районы умартасылары тәжрибәһе һәм традициялары менән дан тота, умартасылыҡты үҫтереү кимәле лә юғары булып ҡала. БР дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, тауар балы етештереү күләме буйынса район республикала алдынғы урындарҙы биләй. Һуңғы йылдарҙа, уҙған миҙгелдән тыш, бал ҡорто ғаиләләре һаны һәм бал етештереү буйынса үҫеш күҙәтелә. Былтыр бал ҡорто ғаиләләре ҡырҡа кәмегән һәм миҙгел аҙағына 12554 дана тәшкил иткән (шул иҫәптән 731 ғаилә КФХ-ла һәм 424 ғаилә СХП-ла), бөтәһе 2490 центнер тауар балы етештерелгән.
Ғафури районында умартасылыҡ үҫешен тотҡарлаған бер нисә факторҙы һанап үтәйем: районда умартасылыҡ тәбиғи үҫешә, умартасылар ассоциацияһы йәки берләшмәләре юҡ; урындағы башҡорт тоҡомон үрсетеү, урындағы бал ҡорто ғаиләләрен һәм бал ҡорто пакеттарын һатыу өсөн тоҡомсолоҡ эше юҡ; сығарылған продукция ассортименты аҙ. Умартасылыҡ продукцияһын һатыуҙа төп өлөштө бал биләй. Шул уҡ ваҡытта баҙарҙа башҡа продукцияға (балауыҙ, аналыҡ һөтө, прополис, һитә һ.б.) ихтыяж ҙур - халыҡтан умартасылыҡ продукцияһын һатып алыуҙың эшкәртелгән системаһы юҡ; сәнәғәт умартасылығы, тауар балын төрөү һәм умартасылыҡтың башҡа продукцияһын эшкәртеү буйынса ҡеүәттәр юҡ; умарталар, рамдар, балауыҙ һәм башҡа материалдар һәм инвентарь етештереү буйынса үҙ ҡеүәтенең етешмәүе; районда умартасылыҡ инвентарын һәм башҡа продукцияны һатыу буйынса махсуслаштырылған магазиндарҙың етерлек булмауы; умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе СХП һәм КФХ-лар, умартасылыҡ өсөн ҡуртымға алынған ерҙәр һәм рәсмиләштерелгән умарталыҡ паспорттары аҙ.
Районда умартасылыҡ үҫешендә ыңғай яҡтар ҙа бар: 2018 йылдан алып умартасылыҡ буйынса “Табын балы” ҡулланыусылар кооперативы эшләй, ул республика һәм бөтә Рәсәй сараларында әүҙем ҡатнаша. 2020 йылдан грант ярҙамы менән “Бал етештереү һәм эшкәртеү” темаһына яңы эш башлаған фермер Линар Сөләймәнов крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй башланы. Ул бөгөнгө көндә умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм төрөү менән шөғөлләнә. Фермер быйыл умарталыҡта туристар өсөн йорттар һәм умартасылыҡ музейы төҙөргә ниәтләй. “ЗаРус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторған һәм 2024 йылдың мартында “Ғафури балы” тауар билдәһен булдырған Руслан Зәйнетдиновтың район умартасылығын үҫтереү буйынса әүҙем эшмәкәрлеген билдәләргә кәрәк. Уның умартасылыҡты үҫтереү буйынса бер нисә инвестиция проекты әҙерләнгән.
Беҙҙә был шөғөлдө һаҡлап ҡалыу ғына түгел, үҫтереү өсөн бөтә ресурстар һәм мөмкинлектәр бар. Дөйөм тырышлыҡ менән беҙ умартасылыҡты яңы кимәлгә күтәрә һәм уны районыбыҙҙың ғорурлығына әйләндерә алырбыҙ, тип ышанам. Һеҙҙе сарала әүҙем ҡатнашҡанығыҙ һәм барығыҙҙы ла яратҡан шөғөлөгөҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине үҙенең сығышында Илдар Фәрит улы.
Руслан Ҡәйепҡолов үҙенең сығышын Ғафури районы бал ҡорто ғаиләләре һаны һәм тауар балы етештереү буйынса республикала өс лидер иҫәбенә инеүе менән билдәле булыуҙарын әйтеп, башлап ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта мөһим мәғлүмәттәрҙе аңлатып, ҡортсоларҙы борсоған мәсьәләләргә туҡталды. Видеоэкран аша слайд ҡулланып, ҡортсоларға бал ҡорттары юҡҡа сыҡҡан осраҡта нимәләрҙе күҙ уңында тотоу, үҙ көсөнә ингән яңы закондар, ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү, донъя баҙарында тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығыу, был өлкәлә заманса алымдарҙы ҡулланыу, йәш белгестәрҙе, умартасылар кооперативтарын, эшҡыуарлыҡты күтәреү һәм башҡа мөһим бурыстар тураһында һүҙ алып барҙы. Умартасылыҡ тармағында эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн йыл һайын “Агростартап” программаһы тормошҡа ашырылыуы, ғаилә умарталыҡтарына ярҙам күрһәтелеүе һәм “Ғаилә фермаһы” проекттары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ауыл кооперативтары ла дәүләт ярҙамына дәғүә итә алыуын, умартасыларға йүкәлектәрҙе ҡырҡыуҙан һаҡлау өсөн урман зонаһында умарталыҡтарҙы рәсмиләштерергә кәрәк булыуын белдерҙе.
Бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы һәм ФГБУ лабораторияһы хеҙмәттәре менән эш итеү алгоритмы тураһында “Бөтә Рәсәй хайуандарҙы яҡлау ғилми-тикшеренеү институты” ФДБУ-ның Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары Ришат Фәрит улы һөйләп үтте. Ул шулай уҡ умарталыҡтарҙы теркәү тәртибе, ветеринар паспорттарҙың булыуы, бал ҡорто ғаиләләрен идентификациялау (чиплау), бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы сәбәптәре, ваҡытында эш итеү алгоритмы тураһында ентекләп таныштырҙы.
Бал ҡорттары ла төрлө ауырыуҙарға дусар. Улар тураһында белеү һәм дауалау ветеринарҙар иңенә һалынған. Район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы был йәһәттән үҙҙәре яғынан нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләп: “Бал ҡорттарын законһыҙ индереүгә, бал ҡорто сирҙәрен булдырмауға йүнәлтелгән барлыҡ эшебеҙ “Ҡортсолоҡ тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына таянып алып барыла. Атап әйткәндә, ситтән күпләп бал ҡорттары алып ҡайтырға теләүселәр, быға рөхсәт һорап, иң беренсе беҙгә килеп ғариза яҙа. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, пакеттар һатып алынасаҡ төбәк бал ҡорттарының инвазион һәм инфекцион сирҙәр йәһәтенән имен икәнен раҫлауҙы һорап Россельхознадзорға һәм Ветеринария буйынса БР Идаралығына хат ебәрәбеҙ. Ыңғай яуап алынып, рөхсәт бирелгәс, улар 30 көн буйы карантинда тотола. Артабан һатып алыусы бал ҡорттарын күсереп йөрөтөү маршрутын Россельхознадзор менән килешә. Беҙҙең биләмәгә килеп еткәс, пакеттар һатып алыу-
сы уларҙы 30 көн буйы карантин майҙансығында тоторға бурыслы. Майҙансыҡ өсөн ул 5 километр радиуста бер ниндәй бал ҡорттары аҫралмаған урында ер алып, уны йыһазларға тейеш. Күреүегеҙсә, ситтән бал ҡорттары алып ҡайтыу тыйылмай, ләкин ул легаль булырға тейеш, йәғни барлыҡ талаптарҙы ҡәтғи үтәү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡтарға зыян килтергән варроатоз, нозематоз, аскофероз кеүек хәүефле ауырыуҙар ҙа бар. Был ауырыуҙар таралған осраҡта хужалары ветеринарҙарға мөрәжәғәт итеп, өлгөләрҙе лабораторияға ебәрергә те-йеш. Лабораториянан һығымта алғандан һуң, умартасы да-уалау саралары үткәрергә бурыслы. Яңы талаптар буйынса ҡорт тотоусылар умарталыҡты ғына түгел, ә һәр умартаны иҫәпкә ҡуйырға (“чипирование”), тимәк, маркировкаларға һәм умарталыҡҡа паспорт булдырылырға, улар ИФГС-ҡа иҫәпкә ҡуйылып, һәр умарталыҡтың танытма-тамғаһы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта һәр умарталыҡта аптечка тотоу кәрәк”, - тине.
Ғафури урмансылығы начальнигы Әнәс Әхәт улы урман участкаларын рәсмиләштереү тәртибе, йүкәлектәр тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ҡурғашлы ауылының ҡортсолар йәмғиәте рәйесе Әсҡәт Миниәхмәт улы Шәрипов ошо ауыл умартасылары ойошмаһы исеменән тәҡдим һәм район хакимиәте башлығына яҙма мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Умартасылыҡты үҫтереү буйынса инвестиция проекттары, сәнәғәт умарталығын ойоштороу, солоҡсолоҡ хаҡында “Табын балы” кооперативы рәйесе, «ЗаРус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Рауил улы Зәйнетдинов таныштырҙы.
Район умартасылары ауыл хужалығы культуралары пестицидтар һәм агрохимикаттар менән эшкәртелеүен һәм һуңғы йылдарҙа химикаттар ҡулланыу арҡаһында бал ҡорттары күпләп үлеүе, бал ҡорттарын чиплау процедураһы һәм башҡалар хаҡында һорауҙар биреп, шунда уҡ яуап та алдылар.
Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – умартасылыҡ бөгөн дә үҙенең бәҫен юғалтмай. Ҡортсо һөнәре ябай ғына күренһә лә, бының да сетерекле, үҙенсәлекле яҡтары байтаҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар умартасылыҡ тармағына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне, үҙҙәрен борсоған һорауҙар бу-йынса фекер алышты.