Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Апрель 2025, 15:02

Баҫыуҙарҙа эш башланды

Ҡар иреп, баҫыуҙар бер аҙ елләү менән ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу эш осоро башлана.

Баҫыуҙарҙа эш башланды
Баҫыуҙарҙа эш башланды

Районда беренселәрҙән булып “Урман” КФХ-һы (етәксеһе – Ғ.Сәғиҙуллин) һәм “Восход-СТ” ЯСЙ-е (Р.Бакиров) игенселәре баҫыуға сығып, ужым культураларына ашлама индерә башланы ла инде. Тәүге хужалыҡта был эште теүәлләп өлгөрһәләр, “Восход-СТ”-ла Алексей Маленков етәкселегендәге агрегат 200 гектарҙағы ужымға ашлама индереп өлгөргән.
- Агрегат ер өҫтөнә һәм шытымдарға зыян килтермәү маҡсатында ер туңыраҡ саҡта, йәғни киске 11-ҙә баҫыуға сығып, таңға тиклем эшләй. Алексей Петров, Илфат Ғәлиәхмәтов, Николай Петров һәм Сергей Квитко көҙгө уңыштың күп йәһәттән бөгөн сәсеүлектәрҙе нисек эшкәртеү, ашлауға бәйле булыуын аңлап, был сараға бик яуаплы ҡарайҙар, - ти хужалыҡ агрономы Вячеслав Кириллов.
Көндәр шулай йылы, аяҙ торһа, бөгөн-иртәгә башҡа хужалыҡтар ҙа яҙғы баҫыуға сығырға әҙер. Игенселәргә эштәрендә уңыштар ғына теләйбеҙ.
М.Мәмәтҡолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас