Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Апрель 2025, 10:00

Көҙгө уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына

Районыбыҙ баҫыуҙарында киләһе уңышҡа нигеҙ һалыу өсөн ҡыҙыу эш башланды. Механизаторҙар яҙғы баҫыу эштәрен юғары агротехник кимәлдә һәм ваҡытында атҡарып сығып, көҙөн мул уңыш йыйып алыу өмөтө менән дәртләнеп баҫыу иңләй.

Көҙгө уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына
Көҙгө уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына

Игенселәр алдында, тәү сиратта, ерҙең дымын һаҡлау бурысы тора. Сөнки белгестәр фаразлауынса, бер тәүлектә ер 70 тоннаға тиклем дым юғалта икән. Дым ҡаплағандан һуң, был күрһәткес икеләтә кәмей. Шуға ла бөгөн бөтә тырышлыҡ дым ҡаплатыуға йүнәлтелә. 9 апрелгә район буйынса барлығы 1500 гектар майҙанда тырматыу - дым ҡаплатыу эштәре башҡарылған.
“Урожай” ЯСЙ-е механизаторҙары ла районда тәүгеләр иҫәбендә баҫыуға сыҡты. Рәфит Халиҡов "Т-150" тракторында дым ҡаплатыу менән мәшғүл булһа, Вилүр Ғайсаров менән Илнур Ишмөхәмәтовтар ужым баҫыуҙарына ашлама индерҙе. Заправкалаусы Филүс Ишмөхәмәтов иһә агрегаттарҙың эштән туҡтап ултырыуына юл ҡуймай, ашламаны килтереп өлгөртөп тора. Финзир Вәлиев менән Урал Исҡужин ашлама индереүсе агрегаттар артынан баҫыуҙарҙы тырматыуға төшкән.
- Беҙҙә ужым культуралары 1200 гектарҙы биләй, бик матур ҡышлағандар. Азот менән өҫтәмә туҡландырабыҙ, - ти хужалыҡтың тәжрибәле агрономы Раил Мөхәмәтйәнов. - Бөгөнгө көндә 700 гектар самаһы баҫыуға ашлама индерелде лә инде. Ямғыр эште бер аҙ тотҡарлаһа ла борсолаһы түгел, дым етерлек булһа, иген дә тиҙ үк күтәрелеп китәсәк.
Әйтергә кәрәк, хужалыҡ игенселәре яҙғы баҫыу эштәренә төплө әҙерләнгән. Барса тракторҙар ҙа, ваҡ иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алмағанда, техник тикшереү үткән.
- Яҙғы культураларҙы 2500 гектар самаһы сәсергә планлаштырабыҙ, орлоҡ етерлек. Бөгөн келәттә уны таҙартыу менән мәшғүлдәр. Булдыра алғанса баҫыуҙарға ашлыҡ та индереләсәк. Нимә сәсһәң, нисек сәсһәң шундай уңыш алаһың бит. Беҙҙең механизаторҙар яҙғы сәсеүгә бик етди ҡарай, ныҡлы әҙерләнде. Эш өсөн бөтә шарттар бар, ҡайнар аш ойошторолған. Быйылғы баҫыу эштәрен иң ҡулай ваҡытта һәм сифатлы итеп атҡарып сығырбыҙ, тип өмөтләнәм,- ти агроном ныҡлы ышаныс менән.
Көнө йыл туйҙырырлыҡ мәл еткәнен игенселәр яҡшы аңлай. Шуға ла уларҙың һәр береһе йомарт ерҙән мөмкин тик-лем күберәк уңыш алыу өсөн бөтөн көсөн һала. Уларҙың тырыш хеҙмәтенә яуап итеп, баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрһөн, эштәре уң булһын, тип теләргә генә ҡала.

Мәрхәбә Собханғолова.

Көҙгө уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына
Көҙгө уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына
Көҙгө уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына
Көҙгө уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас