Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Май 2025, 09:00

Сәсеүлектәрҙә химик утау бара

Баҫыу эшселәре сәсеү эштәрен тамамлауға, тигеҙ рәттәр булып теҙелеп сыҡҡан бөртөклө культураларҙы химик утау эше лә башланды. Иген культуралары көндəн-көн үҫеү менəн бер рəттəн, ҡый үлəндəре лə уларҙан ҡалышмай. Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, тигәндәй, һәйбәт уңыш алыу хужалыҡта сәсеүлектәрҙе нисек тәрбиәләүгә лә бәйле шул.

Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Сәсеүлектәрҙә химик утау бара

Бөгөн баҫыуҙа төп эш - химик эшкəртеү үткəреп, ваҡытында ҡый үләндәренә ҡаршы кəртə ҡуйыу. Был агротехник алым сəсеүлектəрҙе сүп үлəндəренəн арындырып, таҙа культуралар үҫтереп алыуға ыңғай шарттар тыуҙыра.
Әлеге ваҡытта районыбыҙ баҫыуҙарында үҫемлектәрҙе химик утау киң ҡолас менән бара. Был мөһим эшкә “ШЭ КФХ башлығы Р.В.Рәжәпов” хужалығы ла тотоноп, 2-3 көндә ошо бурысты тамамлап ҡуйырға планлаштыралар. Улар сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Сәсеүлектәрҙе ваҡытында ҡарау - мул уңыш нигеҙе булыуын яҡшы белә улар. Беҙ барғанда баҫыуҙарҙы эшкәртеү Рус Саскүле ауылы янындағы Ғафури менән Стәрлетамаҡ райондары сигендәге 65 гектарҙағы көнбағыш сәселгән баҫыуҙа бара ине. “Туман-3” агрегатының ике яҡҡа йәйелгән ҡанаты менән ҡолас ташлап баҫыу иңләп йөрөүе әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Эште заманса техника башҡарыуы бер кемгә лә хәҙер яңылыҡ түгел. Бында бар эш компьютерға керетелеп, ҡайҙа һиптерелгәнлеге лә күренә бара. Рәт араларын, баҫыу киңлектәрен йыһан аша күрһәтеүенә: “Бына бит заман техникалары?!”, тип ҡуйҙыҡ үҙебеҙ ҙә һоҡланыуҙан.
- Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү өсөн яҡшы һауа торошо, тымыҡ, елһеҙ аяҙ көн кәрәк. Шуға ла көн торошон махсус аппарат менән тикшереп, ҡарап торабыҙ. Бер гектар баҫыуҙағы ҡый үләндәрен юҡ итеү өсөн 30 грамм көслө тәьҫирле препарат артығы менән етә. Беренсе баҫыуҙы беҙ 23 апрелдә, икенсеһен һуңғараҡ эшкәрттек. Ул баҫыуҙар юл ҡулсаһы эргәһендә урынлашҡан. Төндә эшләгән ваҡыттар ҙа булды, “Туман” агрегаты был саҡта баҫыуҙа айырыуса матур күренә. Уға 2500 литрлы һауыт ҡуйылған, әҙер химикат бөтөүгә егеттәр һыу менән препараттарҙы ҡушып, массаны әҙерләп биреп торалар, - тип баҫыу эштәре менән таныштырҙы агроном Юрий Родионов.
Шулай уҡ Юрий Александрович һөйләүе буйынса “Туман-3” үҙ йөрөшлө һиптергесте механизатор Риназ Ғиззәтуллин “ауыҙлыҡлап” йөрөтһә, “Урал” машинаһында һыуҙы ҙур ике цистернала Эдуард Карюгин ташып, заправкалай. Ниндәй препарат, күпме һәм ниндәй миҡдарҙа кәрәклеген инженер Андрей Федоров яҡшы белә һәм был етди эш уның яуаплылығы аҫтында башҡарыла. Әле был баҫыу эшендә ҡатнашмаһа ла, Валерий Кумов та сәсеү эшенә ҙур көс һалған.
Баҫыуҙар сүптән таҙартылып, дымлы ерҙә игендәр күкрәк киреп үҫеп тә китерҙәр. Ошо эшкә яуаплы баҫыу эшсәндәре бурыстарын уңышлы үтәр һәм баҫыуҙар мул уңыш менән шатландырыр тип ышанабыҙ.

Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Сәсеүлектәрҙә химик утау бара
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас