Яңғыҙҡайын ауылынан “ШЭ Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рауил Ғәбделхәй улы Ғафаров” хужалығында ла мал аҙығы әҙерләү бара. Игенселәр ауылы янындағы һөтсөлөк фермаһында 150 баш һыйыр малы аҫрала. Улар араһында симменталь, ҡара-сыбар һәм герофорд тоҡомло малдар бар. Һыйырҙар февралдә күпләп быҙаулап, быҙаулаясаҡ бер нисәүһе көтөүгә сығарылмай, фермала ялан кәртәлә тора. Йыл башынан 50 баш быҙау алынған. Әлеге мәлдә һыйырҙар, шулай уҡ төрлө йәштәге быҙауҙар ҙа, бергә көтөүлектә йөрөй, электр көтөүсе лә урынлаштырылған. Малсы Марат Абдрахманов иртәнән кискәсә мал көтә, ял иткәндә, малдар электр көтөүсе “ҡарамағында” була. Фермала ялан кәртәлә йәштән олораҡ үгеҙ малдары һимертеүҙә тора.
- Ҡыш айҙарында һыйырҙар быҙауҙары менән ирекле рәүештә ялан кәртәлә йөрөй, шунда уҡ ҡунып та ҡала. Ҡура ишеге һәр ваҡыт асыҡ тора, ныҡ һыуыҡтарҙа ғына унда инәләр. Малға аҙыҡ етерлек булһа, өшөмәйҙәр. Аяҡ аҫтындағы түшәлгән һалам ҡоро булырға тейеш. Беҙ бының өсөн һалам ҡулланабыҙ, уны ҡаралтыға төргәкләп килтерәбеҙ. Бинала ла шуға күрә таҙараҡ, тиҙәкте аҙнаһына бер тапҡыр йыйып сығарабыҙ. Һәр ысулдың үҙенең яҡшы һәм насар яҡтары бар. Һөттө көн һайын, йыл әйләнәһенә һатырға мөмкин. Әммә бөтәһе лә һауынсыларҙың булмауына барып тоташа, - ти эшсе ҡулдар етешмәүгә зарланып, Рауил Ғәбделхәй улы. Фермер Рауил Ғафаров ит йүнәлешендә генә эшләү пландары менән йәшәй.
Хужалыҡтың 300 гектар сәсеүлек майҙандарында фуражға иген культуралары (ярауай бойҙай, арпа, һоло) менән бер рәттән мал аҙығы культуралары, күп йыллыҡ үләндәр (люцерна, костёр) үҫтерелә. Бойҙайҙы фураждан тыш үҙҙәренең тирмәнендә тарттырып, он итеп, сауҙаға сығаралар. Былтыр иген комбайны һатып алынған. Сабылған үлән төргәкләнеп, ферма ихатаһына ташып өйөлә бара, 1000 тирәһе төргәк тау-тау булып өйөлгән. Хужалыҡ механизаторы “МТЗ-82” тракторына тағылмалы сапҡыста (ЖВН) Илдар Мансуров бесән сабыуҙа эшләһә, үләндәр кибеүгә Радик Йәрмөхәмәтов менән Альберт Төхвәтуллин йыйып, төргәктәрҙе ферма ихатаһына ташыу менән мәшғүл булған.
Эштәрегеҙ уң, малдарығыҙ туҡ булһын!