“Урожай” ЯСЙ КХ-һының мал аҙығы әҙерләү комплексын беҙ Берёзовка ауылына юл аша ятҡан люцерна баҫыуында тап иттек. “Полесье” комбайнында Илнур Фәхретдинов тулҡынып ултырған үләндәрҙе сабыу менән мәшғүл ине. Июнь ямғырҙары бик урынлы булды, бесәнлектәрҙә үлән бейек булып үҫкән. Комбайн артынан сабылған үлән ҡалын йәшел таҫма булып һуҙылып ҡала.
Быға тиклем сабылған кәзә үләне баҫыуында ла ҡыҙыу эш бара. Ҡыҙыу ҡояш нурҙары аҫтында бакуйҙар елләп кибеүгә Азат Садиҡов, Илназ Ғәзизов һәм Рәфит Халиҡов йыйғыс-преслағыста уларҙы төргәктәргә һалған. Артабан инде водителдәр Олег Баранов менән Ғәзиз Рафиҡов әҙер төргәктәрҙе тағылмалы КамАЗ-дарҙа Берёзовка фермаһы ихатаһына ташый. Бында инде тракторсы Әнүр Мифтахов 145 һәм 105 килограмлы төргәктәрҙе уңайлы ғына итеп эләктереп, эҫкерт итеп өйөп бара.
Яңы эш башланған баҫыуҙа йыйғыс-преслағыста Рәфит Халиҡов яңғыҙы ғына эшләй ине.
- Башҡаларҙы икенсе эшкә йәлеп иттеләр. Әлегә яңғыҙым да өлгөрәм, бөгөн 145 килограмлы 9 төргәк йыйҙым инде. Бер туҡтауһыҙ эшләгәндә көнөнә 100 төргәк йыйырға ла була, - ти ул. Әлегә уның иҫәбенә көнөнә 48, 53 төргәк тура килә икән.
Берёзовка фермаһы ихатаһы янында инде килтерелгән төргәктәрҙе бушатыу менән мәшғүл инеләр. “Zoomlijn” тракторы артында бығаса бакуйҙарҙы төргәкләүҙә эшләгән Илназ Ғәзизовты күреп, ғәжәп иттек. Баҡтиһәң, был көндө (16 июль) уны баҫыуҙан әҙер төргәктәрҙе ташыуға йәлеп иткәндәр икән. Илназ Ғәзизов күптәнге танышыбыҙ. Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡаты яраланып, уң ҡулы суғын юғалтып ҡайтҡан яугир ул (уның хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып та сыҡҡайныҡ). Шул килеш уның йыйғыс-преслағысҡа һәм тракторға идара итеүенә хайран ҡалырлыҡ.
- Бер ҡыйынлығы ла юҡсы, уҙған йылдан бирле шулай эшләйем бит инде, - тип кенә ҡуйҙы Илназ.
- Хужалыҡта ҡышлатыу осорона мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнәсәк, - ти хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов. - Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Яҙҙан силос өсөн 152 гектарҙа кукуруз сәселде. Урып-йыйыу эштәре башланғас инде фураж һалынасаҡ, һалам төргәкләнәсәк. Ҡыҫҡаһы, мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.