Ямғырҙарҙан һуң көндәр аяҙайтып, баҫыуҙар бер аҙ елләүгә, комбайндар йәнә ураҡҡа төштө. Бөгөнгө көндә бында өс комбайн баҫыу иңләп, 643 гектарҙы биләгән арыш бойҙайының 340 гектарҙағы уңышын йыйып та алғандар. Уртаса гектар ҡеүәте 51 центнер булып, тулайым йыйым әлегә 17448 центнер тәшкил итә.
Комбайнсылар араһында Ким Ғәлиәхмәтов үҙ иҫәбенә 4598 ц, Рәшит Яҡупов 4345 ц, Нәзир Ғайсин 3630 центнер яҙып өлгөргән.
- Ямғырҙар ғына эште тотҡарламаһын, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ, - ти хужалыҡ игенселәре.
Хужалыҡта шулай уҡ ҡышлатыу осорона мал аҙығы әҙерләү дауам итә.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.