“ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һының ырҙын табағында ла ҡыҙыу эш бара. Алтын бөртөктәр тейәлгән бер машина үлсәүҙән төшөүгә икенселәре килеп етә. Хужалыҡ етәксеһе Риф Вәкил улын да ошонда тап иттек.
- Баҫыуға сығыуға өсөнсө көн генә әле. 334 гектар ужымдың 200 гектар самаһын һуғып алдыҡ инде. Иң беренсе булып баҫыуға үҙйөрөшлө сапҡыс менән Ғаяз Кәримов сыҡты, аҙаҡ инде сабылған яҫмаларҙы йыйып алғас, туранан-тура урыпйыйыуға күстек, - тип эш барышы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы ул беҙҙе.
...Хужалыҡтың Ноябревка ауылы яғындағы тулҡынып ятҡан баҫыуҙы иңләп йөрөгән комбайндар фараларын яҡтыртып сигнал биреүгә ялан ситендә әҙер генә торған машиналар улар янына елдерә һәм, күп тә үтмәй, бункерҙан гәрәбәләй алтын бөртөктәр ағымы ҡойола... Беҙ баҫыуҙа булған арала бер-бер артлы тигәндәй дүрт комбайн да туҡтап, бункерҙарын бушатыу менән йәнә йәһәтләп ҡуҙғалып та китте.
– Болоттар ҡуйыра башланы, бөгөн-иртәгә яумай торһа шәп булыр ине, ужымды тулыһынса йыйып алып өлгөрөр инек, - тип борсолдо Риф Вәкил улы баш осонда һалынып торған ҡара болоттарға ымлап һәм, - Иген киптергескә газ үткәрә башлағайныҡ. Газовиктарҙы ашыҡтырып, эште тиҙерәк теүәлләргә кәрәк, - тип беҙҙең менән хушлашып, йәнә ырҙын табағына елдерҙе.
Сираттағы комбайндың йыйылған игенен бушатып бөткәнен көтөп, уға идара иткән комбайнсы менән әңгәмәләшеп алдыҡ. Ул хужалыҡтың тәжрибәле игенселәренең береһе Радик Ғөбәйҙуллин булып сыҡты.
- Комбайнда эшләүемә хәҙер кәм тигәндә лә 35 йылдан ашып китте. Ғүмерем буйы ошонда, колхозда эшләнем инде. Уңыш матур, юғалтмай ғына йыйып алып өлгөрөргә кәрәк инде, - ти ул. – Ана бит, инде ҡыҙыу ғына итеп эшкә тотонғайныҡ, болоттары ла килеп сыҡты. Ямғыр башланғанға тик-лем тағы бер-ике бункер булһа ла йыйып өлгөрөргә кәрәк, - тип, ул да йәһәтләп комбайнын ҡабыҙҙы.
Ырҙын табағында ла ҡыҙыу эш бара. Үлсәү хужалығында Наил Мөхөтдинов менән оҙаҡ йылдар хужалыҡта агроном булып эшләгән Әхәт ағай Тимеров эшләй икән.
- Уларһыҙ эш бармай, төп таяныс-тарым бит улар, - ти Риф Вәкил улы. - Ғөмүмән, “ЗАВ”-тағы Денис Садиҡов, Илшат Ғәлиев, ырҙын табағында эшләүсе водителдәр Рәмил Мөьминов, Рәмил Шәрипов та үҙ эшен яҡшы белә. “ЗАВ”-тар туҡтауһыҙ эшләй. Ураҡты әҙерлек менән көйлө генә башлап ебәрҙек, шулай ыңғай ғына барһын инде. Иң мөһиме – көндәре аяҙ булһын, яуынға китмәһен. Эш саҡ башланып тора бит, ужым культураларынан һуң йәнә 2025 гектарҙағы яҙғы культураларҙы юғалтыуһыҙ йыйып алырға кәрәк.
Беҙ хужалыҡта булған көндө (5 августа) игенселәр 6661 центнер яңы уңыш игенен һуғып алғайны инде. Улар араһында тәүге лидерҙар ҙа тойомлана. Мәҫәлән, комбайнсы Радик Ғөбәйҙуллин үҙ иҫәбенә 1863,3 центнер яҙып ҡуйған, Рафаэль Мәүлетов унан әҙгә генә ҡалыша. Рушан Вахитов күрһәткестәр бу-йынса өсөнсө килһә, Рәүеф Аҡкөбәковҡа ла уны ҡыуып етергә әҙ генә ҡалған.
- Ураҡ яңы башланып тора бит, был һандар ҡырҡҡа төрләнер әле. Күрһәткестәргә ҡарағанда уңышты әрәм-шәрәм итмәй, ваҡытында йыйып алып, бураларға һалыу мөһимерәк, - ти игенселәр. Эйе, дөрөҫ әйтә улар. Иң мөһиме, көндәр аяҙ тороп күпме тырышлыҡ, сығымдар түгеп үҫтерелгән икмәкте юғалтыуһыҙ йыйып алырға яҙһын. Әйткәндәй, хужалыҡта киләһе йыл уңышы хаҡында ла онотмайҙар. Рәфит Йәрмөхәмәтов та “ҡорос атында” баҫыуҙарҙы туңға һөрә башлаған. Ә ҡышлатыу осорона, хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, етерлек күләмдә бесән әҙерләнгән дә инде.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.